RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Уңыш уңғандарға йылмая

23.01.2019 Уңыш уңғандарға йылмая

Арабыҙҙа бөгөнгөһөн, киләсәген хәстәрләп йәшәгән эшҡыуарҙар етерлек. Улар үҙ тырышлығы менән мал таба, урындағы халыҡты эш менән тәьмин итә. Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе Илгиз Айҙар улы Ҡансияров та заман менән бергә атлаған, шәхси эшен уңышлы алып барған тырыш, сәмле милләттәштәребеҙҙең береһе.

Илгизде мин бала саҡтан беләм. Беҙ бер мәктәптә уҡыныҡ. Шул йылдарҙа уҡ ул етдилеге, ололарса фекер йөрөтөүе, шул уҡ ваҡытта ипле баҫалҡылығы менән башҡалар­ҙан айырылып торҙо.

Уҡыуҙы тамамлағандан бирле аралашҡаныбыҙ булмаһа ла, уның тормошо хаҡында әҙме-күпме хәбәрҙар инем. Шул ваҡытта ул юғары белемгә һәм күңеле ятҡан һөнәргә эйә булған, байтаҡ урында эшләгән. Бөгөн ул үҙ аяғында ныҡлы баҫып торған эшҡыуар булараҡ билдәле.
Шәхси эшҡыуарлыҡҡа 2008 йылда тотона. Уға тиклем Екатеринбургта хоҡуҡ институтын тамамлағандан һуң Мәләүез ҡалаһында бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспектор, наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу бүлегендә өлкән инспектор вазифаларында эшләй. Шул йылдарҙа уҡ Илгиз үҙ эшен асыу, башҡаларға эш урындары булдырыу хыялы менән яна. Барыһынан да бигерәк, кешеләргә ярҙам итеү теләге көслө ине, ти ул, эшҡыуарлыҡҡа тотонған йылдарын иҫләп.

Тәүәккәл егет 2008 йылда “Башҡорт детектив агентлығы”н ойошторһа, 2009 йылда уның тырышлығы менән халыҡҡа һәм ойошмаларға юридик ярҙам күрһәтеүсе “Диалог” ойошмаһы барлыҡҡа килә. Уның төп йүнәлеше күсемһеҙ милек мәсьәләләрен хәл итеүгә бәйле булһа ла, бөгөнгө көндә халыҡ башҡа һорауҙар менән дә мөрәжәғәт итә – кемдер бурысын ҡайтара алмай йә, киреһенсә, бурысҡа батҡан, берәүҙәр аҡсаһын ҡайһы банкка һалырға белмәй, васыятнамәләр һәм мөрәжәғәтнамәләр төҙөү, дәүләттән тейешле ярҙам ала алмау – халыҡты борсоған мәсьәләләр бихисап. Тормошта төрлө сетерекле хәлгә тарып, инде һуңғы өмөттәре өҙөлөргә торғандар, ярҙам эҙләп, “Диалог”ҡа килә. Ундағы хеҙмәткәрҙәр яҡшы мөнәсәбәт, кеше хәленә инеү, профессиональ хеҙмәтләндереү кеүек төп принциптарға таянып эш итә.

Үҙен төрлө яҡлап һынап ҡарау, шулай уҡ эш урындарын арттырыу маҡсатын күҙ уңында тотоп, булдыҡлы егет 2010 йылда автосервис та аса. Төрлө йүнәлешле эшҡыуарлығын ул берҙәй уңышлы алып бара.

Туранан-тура кеше яҙмышына йоғонто яһаған өлкәләрҙә эшеңде яйға һалыу, кешеләрҙең ышанысын яулау өсөн үҙеңә лә күркәм кешелек сифаттарына эйә булыу мөһим. Кешелеклелек, яуаплылыҡ Илгизгә үҙе үҫкән ғаиләлә һалын­ған. Һәр яҡлап дөрөҫ йәшәргә ынтылған, тәртипте алға ҡуйған Вәсилә һәм Айҙар Ҡансияровтарҙың матур ғаиләһендә тәрбиәләнгән ул. Бала саҡтан атайымдың, берүк кешеләр­ҙе рәнйетеп ҡуйма, тигән һүҙҙәрен йыш ишетә инем, тип иҫкә ала ул. Үҙе лә башҡаларға иғтибарлы һәм ихтирамлы булырға яҡын кешеләрен һәр ваҡыт өндәп тора.
Тормошта йыш осраған ғәҙел­һеҙлек, сәбәпһеҙ ҡыйырһытыуҙар, көс ҡулланып башҡарылған башҡа бик күп кире күренешкә ҡаршы көрәшеү, уларҙы саҡ ҡына булһа ла кәметеү маҡсатында һайлаған юрист һөнәренә лә атаһы өлгөһөндә килә Илгиз. Сөнки Айҙар ағай үҙе лә заманында хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә хеҙмәт иткән кеше, улына һәр яҡтан өлгө булып тора.

Ата-әсәһе һалған матур тәрбиәне, әҙәпте мираҫ итеп ҡабул иткән һәм шул аманатҡа тоғро ҡалған егет үҙе лә күркәм ғаилә ҡороу­ға өлгәшкән. Хәләле Гөлнара Йәһүҙә ҡыҙы – Мәләүез һылыуы. Юғары белемле белгес ҡаланың үҙәк китапханаһында бүлек мөдире булып эшләй.

Ҡансияровтар ғаиләһендә өс бала үҫә. Ҡыҙҙары Гүзәл 8-се синыфта белем ала, ныҡлап инглиз телен үҙләштерә, рәсем төшөрөүгә маһир. Морат иһә, атаһынан күрмәксе, спортҡа ылыға. Ул биш йәшенән дзюдо, самбо менән шөғөлләнә. Кинйәләре Уралға бары ике йәш ярым.
Балаларының рухлы, үҙ милләтенә файҙалы кешеләр булып үҫеүен теләй атай кеше, шуға ла уларҙың шөғөлдәрен хуплап, төрлө түңәрәктәргә йөрөтә.

Илгиз менән аралашҡан саҡта шуға иғтибар иттем: ни хаҡында ғына һүҙ башлама, уның һәр мәсьәләгә үҙ ҡарашы, төплө фекере бар. Сабыйҙарҙы тәрбиәләүгә килгәндә лә, уның һәр һүҙендә атай­ҙарса уйланыу, хәстәр һәм уларҙы ҡурсыу ярылып ята.

Башҡорт эшҡыуарынан киләсәктә уның үҙе кеүек алдынғы ҡарашлы, аяҡтарында ныҡлы баҫып торған лидер балалар үҫтереү буйынса кәңәштәр ишеткем килде. Уларҙы артыҡ баҫып, тыйып үҫтереү кәрәкмәй, ти Илгиз, милләтебеҙ киләсәген маҡсатлы, рухлы вәкилдәр ҡулында күрергә теләһәк, артыҡ тыйыуҙан да тыйылырға кәрәк буласаҡ, тәрбиәлә лә сама белеү зарур.

Эшҡыуарлыҡта үҙ урынын табыу­ға өлгәшкән милләттәшебеҙ, был ҡатмарлы өлкәгә килеү өсөн тәү сиратта ҡурҡыуҙы еңергә һәм тәүәккәлләргә кәрәк, тип белдерә. Ә инде һайлаған йүнәлештең серҙәренә төшөнөү, эшмәкәрлегеңде дөрөҫ итеп алып барыу өсөн үҙ өҫтөңдә бер туҡтауһыҙ эшләргә кәрәклекте лә йәшермәй. Ул үҙе бизнесҡа ҡағылышлы, шулай уҡ эшҡыуарлыҡтың төп ҡағиҙәләрен туплаған китаптар уҡый, белемен камиллаштыра, спорт менән шөғөлләнә. Рух һәм ихтыяр көсөн дә шул рәүешле нығыта. Уңышы һәм табышы үҙ эшмәкәрлегенә генә бәйле өлкәлә хеҙмәт һалыусы замандашыбыҙҙы үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап йәшәүсе тип ҡабул итергә ярамай. Сөнки Илгиз Айҙар улы милләтебеҙ яҙмышына, телебеҙгә ҡағылышлы сетерекле хәлдәргә лә битараф түгел, киләсәгебеҙ өсөн борсола һәм милләттәштәребеҙҙе берләштереүсе ойошмалар булдырырға, буйҙаҡтар мәсьәләләрен хәл итеүҙә димсе клубтарын тергеҙергә кәрәклекте аңлай.

Ул үҙе Башҡортостан республикаһының “Яугир” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһының вәкиле булып тора. Был ойошма киләсәк быуында илһөйәрлек, спортҡа, физик культураға һөйөү тәрбиәләү, халҡыбыҙҙың тарихын, телен һәм мәҙәниәтен һаҡлауға ҡағылышлы бик күп эш башҡара. Йәш эшҡыуар балалар ҡатнашлығында уҙған сараларҙы уҙғарыу өсөн йыш ҡына бағыусы ярҙамы ла күрһәтә.

Алдынғы ҡарашлы, тәүәккәл замандашыбыҙ ғүмерен кешеләр өсөн файҙалы итеп үткәреүҙе маҡсат итеп алған. Арабыҙҙа уның кеүектәр күберәк булһын ине. Сөнки халҡыбыҙ тап шундай шәхестәре менән көслө.



Автор: Л. ХӘЙРУЛЛИНА
Фото: Автор фотоһы





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Шоколадлы сыр

20.02.2019 - Махсус биттәр Шоколадлы сыр


Мамыҡ ҡына юрғаным...

18.02.2019 - Махсус биттәр Мамыҡ ҡына юрғаным...


Йондоҙнамә (18-24 февраль)

18.02.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (18-24 февраль)


Йәй буйына  петуния сәскә  атһын тиһәгеҙ

“Ҡатын-ҡыҙ асылын юғалтмайыҡ...”

16.02.2019 - Махсус биттәр “Ҡатын-ҡыҙ асылын юғалтмайыҡ...”


811 көн һәм төн...

15.02.2019 - Махсус биттәр 811 көн һәм төн...


Ҡышын әсе борос үҫтерегеҙ

15.02.2019 - Махсус биттәр Ҡышын әсе борос үҫтерегеҙ


"Йондоҙло табын" - Рита ҠАРАСУРИНА

15.02.2019 - Махсус биттәр "Йондоҙло табын" - Рита ҠАРАСУРИНА


Еңеүҙәрең алда булһын, һылыу!

14.02.2019 - Махсус биттәр Еңеүҙәрең алда булһын, һылыу!


Көҙгө уңыштың нигеҙе – орлоҡта

11.02.2019 - Махсус биттәр Көҙгө уңыштың нигеҙе – орлоҡта


Ярһыған саҡта нимә эшләрең билдәле түгел шул...

Йондоҙнамә (11-17 февраль)

11.02.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (11-17 февраль)