RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Күңел талабы ҡушҡан эш тә, табыш алыу ысулы ла...

22.01.2019 Күңел талабы ҡушҡан эш тә, табыш алыу ысулы ла...

Өфө ҡалаһында йәшәүсе Рәйлә Мәүлитова – йәш әсә. Әле өйҙә йәш ярымлыҡ Искәндәрҙе ҡарау менән мәж килә. Әлбиттә, декрет аҡсаһына йәшәү еңелдән түгел, гел ир елкәһендә ятыу ҙа ялҡыта, әҙерәк ҡул аҡсаһы туплау, унан ниндәйҙер файҙа күреү күңелгә йылылыҡ өҫтәй, тип йылмая ул. Табыш алыу­ҙың төрлө юлын уйлағандан һуң ҡатын-ҡыҙҙар араһында күптән модаға ингән керпек үҫтереү курсында уҡый.


– Һәр ҡатын-ҡыҙ матур булырға ынтыла. Берәүҙәр модаға ярашлы кейенә, икенселәр күберәк төҫ-башына өҫтөнлөк бирә, керпек үҫтерә, ҡаштарына татуаж яһай, тырнаҡтарына педикюр, маникюр эшләтә. Ә мин өсөнсөләр рәтен тулыландырам: гүзәл затты тағы ла матурыраҡ итәм, уларҙың оҙон керпекле булыу хыялын тормошҡа ашырам. Эшемдә яҡшы ҡорамалдар һәм материал­дарҙы ғына ҡулланам, – ти уңған хужабикә.

Бигерәк тә байрамдар алдынан клиенттары күп уның. Керпектәрҙе үҫтереп кенә өлгөр.

Шулай уҡ Яңы йыл алдынан тағы ла бер табышлы кәсеп – мандарин һәм шыршы ботаҡтарын ҡушып, гөлләмә яһау. Был тауарға ла һорау ҙур. Үҙенсәлекле күстәнәс бит.






Гүзәллеккә ғашиҡ ҡыҙҙың, керпек үҫтереүҙән тыш, тағы ла башҡа шөғөлдәре лә күп. Мәҫәлән, рауза сәскәләре эшләп, сәс ҡыҫтыр­ғыстар­ҙы биҙәү, брошкалар эшләү, туйҙарға шарап шешәләрен, егет һәм ҡыҙ итеп, төрлө таҫмаға матурлап урау. Әлбиттә, бындай матурлыҡты күңеле илаһи гүзәллеккә тартыл­ғандар ғына яһай алалыр!

Хыялланып, ҡул ҡаушырып, кемдәндер көтөп ятһаң, тормош алға бармай. «Ялҡау – сәбәбен, йүнсел әмәлен таба» тигән халыҡ мәҡәлен иҫтән сығар­майыҡ.



Автор: Г. СОЛТАНОВА
Фото: Автор фотоһы





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Шоколадлы сыр

20.02.2019 - Махсус биттәр Шоколадлы сыр


Мамыҡ ҡына юрғаным...

18.02.2019 - Махсус биттәр Мамыҡ ҡына юрғаным...


Йондоҙнамә (18-24 февраль)

18.02.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (18-24 февраль)


Йәй буйына  петуния сәскә  атһын тиһәгеҙ

“Ҡатын-ҡыҙ асылын юғалтмайыҡ...”

16.02.2019 - Махсус биттәр “Ҡатын-ҡыҙ асылын юғалтмайыҡ...”


811 көн һәм төн...

15.02.2019 - Махсус биттәр 811 көн һәм төн...


Ҡышын әсе борос үҫтерегеҙ

15.02.2019 - Махсус биттәр Ҡышын әсе борос үҫтерегеҙ


"Йондоҙло табын" - Рита ҠАРАСУРИНА

15.02.2019 - Махсус биттәр "Йондоҙло табын" - Рита ҠАРАСУРИНА


Еңеүҙәрең алда булһын, һылыу!

14.02.2019 - Махсус биттәр Еңеүҙәрең алда булһын, һылыу!


Көҙгө уңыштың нигеҙе – орлоҡта

11.02.2019 - Махсус биттәр Көҙгө уңыштың нигеҙе – орлоҡта


Ярһыған саҡта нимә эшләрең билдәле түгел шул...

Йондоҙнамә (11-17 февраль)

11.02.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (11-17 февраль)