RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Бутҡалы кәтлит, ҡышҡы пицца, еүеш манник...

21.01.2019 Бутҡалы кәтлит, ҡышҡы пицца, еүеш манник...

Ял көндәрендә ғаиләмә аш-һыу байрамы үткәреп алдым әле.


Балалы йорт – бутҡалы йорт. Ярманы күберәк бешерһәм, ҡалғанын төрлө ризыҡ әҙерләгәндә ҡушып ебәрәм. Мәҫәлән, фаршҡа.
Ярты килолай фаршҡа 4-5 аш ҡалағы бешкән бутҡаны ("ячка", "пшенка", "гречка" һ.б. Мин “Артек” бутҡаһы алдым), тоҙ, борос, 2 ҡалаҡ магазин ҡаймағы (мин 3 ҡалаҡ 9 % -лы кефир һалдым), һуғанды ҡырғыс аша үткәреп, 2 йомортҡа һытып онда әүәләргә кәрәк. Майҙа ҡыҙҙырылған кәтлиттар йомшаҡ, тәмле була. Фотоға төшөргәнсе ситтә ятҡандарын урлап та ҡасҡандар, ах!






“Ҡышҡы пицца”. Ни өсөн ҡышҡы тиһегеҙме? Йәшелсәгә ҡышҡы өҙәрем мәл – шуға күрә унда тоҙло ҡыяр ғына. Иң башта ҡамырҙы томат соусы менән һылап, фарш һалып (колбасанан баш тарттым), селтәрләп майонез ағыҙырға һәм сыр һибергә кәрәк. Ҡамырына килгәндә, минең рецепт оҙаҡ йылдар һыналған - уға нимә һалһаң да кетерләп тора, тәмле булып бешә. 400 гр он + 1 аш ҡалағы әсетке + 1 аш ҡалағы шәкәр + 0.5 балғалаҡ тоҙ + 3 аш ҡалағы шыйыҡмай + һыу.





Сәк-сәк. Элек, мәшәҡәт, тип аят-фәләнгә генә бешерә инем. Хәҙер улым ярата был ризыҡты, һорай башлаһа, тиҙ генә эшләп ебәрәм. Сәк-сәктең “алтын” ҡағиҙәһен белеп алдым бит әй – 100 грамм онға 1 йомортҡа пропорцияһы менән ҡамыр баҫһаң, “во!” килеп сыға.





“Еүеш манник”. Ярма запастары күбәйеп китһә, манныйҙан тиҙ генә ошо рәүешле ҡотола һалам. Рецебы еп-еңел – 1-шәр стакан манный, кефир, шәкәр, он, һөт, 1-шәр семтем сода, тоҙ, 1 йомортҡа. Иғтибар, һөттө бешеп сыҡҡас өҫтөнә ҡойорға.





“Батшалар бәрәмәсе”. Ауыл кешеләре өсөн әлдә “һандыҡ” туңдырғыстар бар, эйеме? Йәйгеһен нимә генә һыймай унда! Беҙгә күстәнәскә оло ҡапсыҡ менән ебәрелгән аҡ эремсек тә шул йомарт “һандыҡ”тан! Эр-рәхәтләнәбеҙ генә! Әйткәндәй, “Батшалар бәрәмәсе”н тәү тапҡыр ҡунаҡта ашап ҡарауыма 15 йыллап ваҡыт үткән. Ҡайта һалып, үҙем бешерергә өйрәндем, тәүге осорҙа нисек кенә ҡыланманым! Эремсеккә йомортҡа һыта башлағас ҡына, ҡәнәғәт ҡалдым.




Мин рецептарым менән Американы асманым, шулай ҙа кемгәлер кәрәге тейер әле! Ейер ризыҡтарыбыҙ киң, хәләл һәм бәрәкәтле булһын!



Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Автор фотоһы





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Шоколадлы сыр

20.02.2019 - Махсус биттәр Шоколадлы сыр


Мамыҡ ҡына юрғаным...

18.02.2019 - Махсус биттәр Мамыҡ ҡына юрғаным...


Йондоҙнамә (18-24 февраль)

18.02.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (18-24 февраль)


Йәй буйына  петуния сәскә  атһын тиһәгеҙ

“Ҡатын-ҡыҙ асылын юғалтмайыҡ...”

16.02.2019 - Махсус биттәр “Ҡатын-ҡыҙ асылын юғалтмайыҡ...”


811 көн һәм төн...

15.02.2019 - Махсус биттәр 811 көн һәм төн...


Ҡышын әсе борос үҫтерегеҙ

15.02.2019 - Махсус биттәр Ҡышын әсе борос үҫтерегеҙ


"Йондоҙло табын" - Рита ҠАРАСУРИНА

15.02.2019 - Махсус биттәр "Йондоҙло табын" - Рита ҠАРАСУРИНА


Еңеүҙәрең алда булһын, һылыу!

14.02.2019 - Махсус биттәр Еңеүҙәрең алда булһын, һылыу!


Көҙгө уңыштың нигеҙе – орлоҡта

11.02.2019 - Махсус биттәр Көҙгө уңыштың нигеҙе – орлоҡта


Ярһыған саҡта нимә эшләрең билдәле түгел шул...

Йондоҙнамә (11-17 февраль)

11.02.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (11-17 февраль)