RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мәрхәмәтле Ҡыш бабай

21.01.2019 Мәрхәмәтле Ҡыш бабай

– Айҙар Мөхәмәтшиндың бүләген редакциянан барып алып, дауаханала ятҡан өләсәһенә генә тапшырып китә алмаҫһығыҙмы икән? Юғиһә оҙон каникул буйына бала көтәсәк бит, ә өләсәһе Яңы йылдан һуң ҡайтасаҡ. Айҙар улыбыҙ ҙа бүләген алып ҡыуаныр ине.
«Аҙна һайын – отош» бәйгеһендә Көйөргәҙе районының Илкәнәй ауылынан башланғыс синыф уҡыу­сыһы Айҙар Мөхәмәтшин «Йәншишмә» гәзитенә яҙылып, квитанцияһын ебәргән дә бүләкле булған.


Баланың шатлығын нисек уртаҡлашмайһың инде. Барып алдыҡ бүләген. Хәҙер дауаханаға илтеп, өләсәһенә тапшырырға кәрәк. Яңы йыл байрамы алдынан буш ҡул менән барып булмай: әҙерәк еләк-емеш, күстәнәстәр алдыҡ. Ә шулай ҙа нимәлер етмәгән кеүек… Дауаханала ятҡан ауырыуҙарға Яңы йыл алдынан ниндәйҙер мөғжизә эшләге килә. Бәй, иптәшем Нияз Мәһәҙиевтың Ҡыш бабай кейеме бар ҙа баһа! Уның ап-аҡ һаҡалы, мең-мең ут менән балҡыған йондоҙло серле таяғы, тик матурлыҡты ғына күрһәтеүсе махсус сағыу күҙлеге, ҡараңғыла ла янып балҡыған йондоҙҙар менән биҙәлгән башлығы, күстәнәстәр тултырылған ҙур ҡыҙыл тоғо…

Кейендек тә юлға сыҡтыҡ. Ҡыш бабайҙы күргән водителдәр сигнал бирә, Ҡыш бабай уларҙың һәр береһен серле таяғын күтәреп сәләмләй. Бына беҙгә кәрәкле маршрут таксийы килеп етте. Әлегә бер кем дә юҡ. Киләһе туҡталыштарҙа кеше тула башланы.
– О, Ҡыш бабай, һаумы! – ти ҡайһы берәүҙәр, ҡыуанып.
– Беҙгә бүләк бир! – ти икенселәр.
– Дауаханаға ауырыуҙарҙы ҡотларға китеп барабыҙ, – тине Ҡыш бабай бойоҡ ҡына.

Шул саҡ ҡулына бер шәлкем шыршы ботаҡтары тотҡан ҡатын хуш еҫле бәйләмен Ҡыш бабайға һондо:
– Ошоно ауырыуҙарҙың палатаһына алып барығыҙ, Яңы йыл кәйефен тыуҙырып, бер аҙ булһа ла күңелдәрен күтәрер, – тине һәм уйсан ғына өҫтәп ҡуйҙы, – мин үҙем дә унда булдым, беләм һәм аңлайым хәлдәрен…
Хихылдашып көлөшөп килгән йәштәр ҙә шымып ҡалды…

...Туҡталышта төшөп, ер аҫты юлы аша үтергә торғанда ике ҡулына икешәр пакет тотҡан ирле-ҡатынлы яныбыҙға килеп туҡтаны ла, ир кеше:
– О, Ҡыш бабай, бүләк бир! – тип ҡысҡырып өндәште.
Мин, түҙмәй:
– Беҙ республика дауаханаһына ауырыуҙар янына китеп барабыҙ. Бәлки, һеҙ үҙегеҙ уларға күстәнәс ебәрерһегеҙ. Ана, күпме тейәнгән­һегеҙ бит, өлөш сығарығыҙ сирлеләргә байрам алдынан, хәйер булыр, – тинем.

Тегеләр ишетмәмеш булып, юлдарын дауам итте.

Кәйеф төштө. Былай ҙа икеләнеп кенә китеп барабыҙ: Ҡыш бабай кейеме менән барыу уңай­һыҙ булмаҫмы, медперсонал аңлармы, һаҡсы үткәрерме?.. Бер уйлаһаң, байрам ҡайғыһымы ни сирләп ятыусыларҙа?

Ләкин дауаханаға яҡынлашҡан һайын кәйефебеҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрә башланы. Кемдәрҙер яҡындарының хәлен белеп сығып килә. Беҙҙе күргәс, бер егет ҡыуанысын йәшерә алмайынса:
– Ауырыуҙарҙы ҡотларға киләһегеҙме? Ҡайһылай һәйбәт уйлаған­һығыҙ. Рәхмәт! – тип Ҡыш бабай­ҙың ҡулын ҡыҫып китте.
Дауахана тупһаһын аша атлап үтеү менән гардеробта эшләүсе ҡатын да, һаҡта торған ханым да адресаттарыбыҙға нисәнсе ҡатҡа күтәрелергә икәнен өйрәтеп ебәр­ҙе.

Бына беҙгә кәрәкле бүлек. Бер аҙ шөрләтә лә. Табиптар һәм шәфҡәт туташтары ла: «Кем һеҙгә рөхсәт итте былай йөрөргә?» – тип әйтеүҙәре лә ихтимал бит әле. Ләкин:
– О-о, Ҡыш бабай килгән! Һаумы, һаумы, Ҡыш бабай! – тип ҡыуанып ҡаршы алдылар. Шат тауыштарҙы ишетеп, палаталарҙан сығып йыйылышып киттеләр.
– Һаумыһығыҙ, дуҫтар, туғандар! Һеҙҙе Яңы йыл менән ҡотлайбыҙ. Иҫәнлек-һаулыҡ, бәхет теләйбеҙ. Бөтә ауырлыҡ үткән йылда ҡалһын, киләһе йылда һеҙҙе тик ҡыуаныс­тар ғына көтһөн. Бирешмәгеҙ. Ныҡ булығыҙ! – тип Ҡыш бабай үҙенең тылсымлы таяғын һуҙҙы:
– Ошо таяҡты тотоп, изге теләктәрегеҙҙе теләгеҙ, шуға үҙегеҙ ҙә ныҡ итеп ышанығыҙ, һәм ул теләктәрегеҙ мотлаҡ ҡабул буласаҡ.
Дауаланыусылар, күҙҙәрен йомоп, эстән генә иң изге теләктәрен теләне.
– Рәхмәт, Ҡыш бабай, беҙгә килгәнегеҙ һәм кәйефтәребеҙҙе күтәргәнегеҙ өсөн.
– Көтмәгәндә ҡыуаныс булды…
– Өйгә ҡайтҡандай тойҙом үҙемде…
– Кем уйлаған бында Ҡыш бабай килер тип…

Ошондай һүҙҙәр оҙатып ҡалды беҙҙе. Ә беҙ Айҙар Мө­хәмәтшиндың өләсәһе ятҡан палатаға йүнәлдек. Ана, үҙе лә сығып ҡаршы алып тора икән.
Зөһрә Сабир ҡыҙы уҡытыусы булып эшләй. Сир берәүҙән дә һорап килмәй. Әле бында тикшерелергә һәм дауаланырға килгән. Эргәһендә 20 йәшлек кенә ҡыҙ ята. Уға система ҡуйғандар. Янында әхирәте ултыра.

Ҡыш бабай барыһын да ҡотлап, бүләк-күстәнәстәрен таратты. Юлда теге ҡатын биргән шыршы ботаҡтарын тапшырҙы. Палатаға Яңы йыл – ылыҫ еҫе таралды. Айҙар Мөхәмәтшиндың бүләген дә бирергә онотманы. Өләсәһенә «Йәншишмә» гәзите календарын да тотторҙо.

– Үҙебеҙҙең райондың табиптары бында йүнәлтмә биргәс, бик хәүефләнгәйнем… Бүлек мөдире Василий Алексеевич Пушкарев, дауалаусы табип Ринат Рафаэль улы Уразин, шәфҡәт туташтары, аш бешереүселәр, санитаркалар – барыһы ла шул тиклем иғтибарлы. Бар күңелдәрен биреп эшләүсе тырыш, берҙәм, көслө коллектив. Бигерәк тә мине дауалаған табип Ринат Рафаэль улы сирлеләрҙең барыһының да исем-фамилияһын белә, тегеләй үтһә лә, былай үтһә лә инеп хәлде белә. Йәш кенә үҙе, ә шундай итәғәтле, – тип хәлен һөйләп үтте Зөһрә Сабир ҡыҙы.
– Тағы шуны ла өҫтәйем әле: республикабыҙ етәксеһе Радий Фәрит улы һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге мәсьәләләргә туҡталып, иң беренсе дауаханаларҙы төҙөүҙе тиҙләтергә, ауылдарҙа ФАП-тарҙы тергеҙергә, ауырыуҙар хаҡында хәстәрлек күрергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Дауа­ланыусылар исеменән уға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Хәл-әхүәл һорашҡас, Зөһрә Сабир ҡыҙы етди генә әйтеп ҡуйҙы:
– Минең менән бер палатала ятҡан 20 йәшлек кенә ҡыҙға ҡарайым да, уның алдында зарланырға, ыңғырашырға хаҡым юҡ, тип көслө булырға тырышам, уның да кәйефен күтәрәм, бирешергә хаҡың юҡ, тим.

Мең тапҡыр хаҡ һүҙҙәр. Сирленең кәйефенән, күңел торошонан, үҙеңде ыңғай тулҡынға көйләүҙән күп нәмә тороуы күптән билдәле.
Палатанан коридорға сығабыҙ. Фойела телевизор ҡарап ултырыу­сылар янынан былай ғына үтеп китеп булмай. Ҡыш бабай йәнә туҡталып, ҡотлау һүҙҙәрен, изге теләктәрен еткерә. Мин дә дауаланыусыларға үҙемдең бер шиғырымды уҡып китергә булдым.

– Тормошта төрлө хәл була. Берәүҙең дә донъяһы ал да гөл генә бармай. Ҡайһы саҡ уйнап-көлөп йөрөгән кешенең дә эсендә ут яна. Әммә ауырлыҡтарға бирешмәй, үҙеңдә йәшәргә көс табырға кәрәк. Ошондай ҡыйын мәлдә яҙылған бер шиғырымды уҡығым килә. Уның көйө лә бар. Һөйләп кенә ишеттерәйемме әллә йырлайыммы? – тинем.
– Йырлағыҙ, йырлағыҙ, – тигәс, ошо шиғыр­ҙы көйләп башҡарҙым.

«Йәшлек» гәзите уҡыусылары араһында ла ҡыйын хәлгә ҡалыу­сылар булһа, бәлки, уларға ла ярҙам итер, тип уны тулыһынса тәҡдим итергә булдым.


Ышанып йәшә

Мең хәсрәттәр йөрәгеңде
телгән саҡта,
Йөрәгеңде уста тотоп түҙгән
саҡта,
Был һуңғы сик, тиеп берүк
башың эймә,
Онотма һин, яҡындарың
көтә өйҙә.

Хыянаттың уғы килеп йыҡҡан
саҡта,
Дуҫ тигәнең көтмәгәндә һатҡан
саҡта,
Был һуңғы сик, тип үрелмә һин
хәмергә,
Барыһы ла ваҡытлыса, түҙ
хәҙергә.

Был донъяла барыр юлың
юғалтҡанда,
Ғәзиздәрең мәңгелеккә
оҙатҡанда,
Һуңғы сик, тип ғүмер
ҡылдарыңды өҙмә,
Яҡындарың көтә һине,
көтә өйҙә.

Алмаш-тилмәш килә көндәр,
айҙар,
йылдар,
Ҡайғыларҙы алмаштырыр
моңло йырҙар.
Хыялдарың әйләнерҙәр ысын,
өнгә,
Тик ышанып йәшә иртәгәһе
көнгә.


Ҡаршымда ғына ултырған ҡатын кеҫәһенән ҡулъяулығын алып күҙ йәштәрен һөртә башлағас, үҙемдең дә күҙҙән йәштәр бәреп сыҡты. Тағы кемдер күҙен һөртә. Кемдер телефонының видеокамераһына яҙҙыра… Тауышым ҡалтыраһа ла, һуңғы юлды йырлап бөтөргә көс таптым.

– Я, конечно, не понимаю по-башкирски, о чем эта песня, но мелодия душевная и трогательная, – тип бер рус ҡатыны, беҙ ҡайтып киткәс, Зөһрә Сабир ҡыҙына мөрәжәғәт иткән. Яҡташым уларға, йыр ниндәй генә хәлгә ҡалғанда ла бирешмәҫкә кәрәклеге хаҡында, тип мәғәнәһен аңлата. Аҙаҡ үҙем дә үкенеп ҡуйҙым: рус теленә тәржемә ителгән шиғырҙарҙы ла алып килеп уҡырға булған. Кем уйлаған...
– Был шиғырҙы ҡайҙан табырға була?
– Миндә бар, – ти Зөһрә Сабир ҡыҙы.
– Күсереп алырға биреп торор­һоғоҙ әле, – тип бер нисә ҡатын да килә һуңынан.

Шунда бер уй килде: ә бит яҙыу­сылар союзынан бер нисә шағир­ҙы, бер-ике йырсыны алып килеп, байрам алдынан сирлеләрҙең кәйефен күтәреп, ҡотлап китергә булыр ине... Байрамдар булып тора. Тормош дауам итә. Арабыҙҙа бөгөнгө көн менән генә йәшәүселәр ҙә бар. Шуны онотмаһаҡ ине...




Автор: Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА
Фото: Автор фотоһы






Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»