RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә (14-20 ғинуар)

14.01.2019 Йондоҙнамә (14-20 ғинуар)


Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Төрлө хәл булып торор. Өйҙәгеләр ҙә эреле-ваҡлы мәшәҡәттәр өҫтәр. Юҡ-барға иғтибар итмәйенсә, тормошҡа тынысыраҡ ҡарарға кәңәш ителә. Күберәк үҙегеҙҙе ҡарағыҙ һәм ҡайғыртығыҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна башынан уҡ төрлө эшкә сумырһығыҙ. Шишәмбе бигерәк тә көсөргәнешле килер. Башығыҙҙы күтәрергә лә мөмкинлек булмаҫ һымаҡ. Шаршамбынан һуң хәлегеҙ әкиәттәгесә үҙгәрер. Артабан күпкә еңелерәк булыр.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Үҙегеҙгә ҡарата ниндәйҙер дәғүә һүҙҙәре ишетерһегеҙ һымаҡ. Төптән уйлағанда, был элегерәк ебәргән хаталарҙың һөҙөмтәһе булырға тейеш. Бик ҡыйын булһа ла, уны төҙәтергә тура килер. Әле һуң түгел.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Аҙна ҡәҙимгесә килер. Шишәмбе-шаршамбыла ыңғай ваҡиғалар көтөлә. Ләкин улар кәйефегеҙҙе артыҡ күтәрмәҫ. Сөнки ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәлә күңелегеҙҙе күптән өйкәй.

Буға (21.04 – 21.05)
Һәр саҡтағыса, яҡшы ваҡиғалар киреләре менән алмашынып торор. Шишәмбеләге хәлдәр ҡыуандырһа, кесе йомалағылар бер аҙ кәйефегеҙҙе төшөрөүе лә ихтимал. Шуны әйтергә була: хәл итә алмаҫлыҡ мәсьәләләр көтөлмәй.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Аҙна көсөргәнешле башланыр. Элек тулыһынса хәл ителмәгән мәсьәләләр артҡа тартып, алға барыуҙы тотҡарлар. Шаршамбыла үҙегеҙ ҙә теләмәйенсә бурыслы булып ҡалырһығыҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Уҡып йөрөгәндәр маҡтанырлыҡ уңышҡа ирешер. Тап был арала бәғзеләр ниндәйҙер элекке бәйләнеште яңырта алыр. Был хәлдән ике яҡ та ҡәнәғәт ҡалыр. Йомала ҡулығыҙға аҡса инер.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Шишәмбелә кемдер элекке бурысығыҙ тураһында иҫегеҙгә төшөрөр. Бер аҙ уңай­һыҙ хәлгә ҡалыуығыҙ ҙа бар. Шаршамбынан һуң ғына эштәрегеҙҙә еңеллек тойорһоғоҙ. Күптән күрмәгән кешенән хәбәр килер.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Һеҙҙе һәйбәт осор көтә. Шишәмбелә ниндәйҙер ыңғай ваҡиға булыр. Шаршамбылағы хәлдәр кеше араһындағы абруйығыҙҙы тағы ла күтәрер. Йома һәм шәмбелә бер аҙ йүгерекләргә тура килер.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Шишәмбелә ниндәйҙер уйламаған сығымдар булыр. Артабан аҡсағыҙҙы һаҡсыл тотонорға кәңәш ителә. Йомала ниндәйҙер яҡын кешегеҙ өсөн бер аҙ борсолоу кисерерһегеҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Аҙна араһында бер-бер артлы ике юғалтыу булыр. Беренсеһенә иғтибар ҙа бирмәҫһегеҙ һымаҡ, икенсеһенә күп ваҡыт үткәс кенә төшөнөрһөгөҙ. Шәмбегә ҡаршы төндә төш күреүегеҙ бар. Ул бер аҙ буталсыҡ булһа ла, ҡайһы бер нәмә­ләрҙе аңлатыр.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Ҡыйынлыҡтар һирәк-мирәк осрап торор. Уларһыҙ булмай, күрәһең. Шулай ҙа иң ҡатмарлы хәлдә лә дөрөҫ юлды таба алырһығыҙ. Кесе йомала килеп сыҡҡан мәсьәләне сисеүе ауыр булыр, ярҙам эҙләргә лә мәжбүр булырһығыҙ.



Автор: Өмөтбай
Фото: Редакция архивынан





Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Хеҙмәт стажын нисек раҫлатырға?

16.01.2019 - Махсус биттәр Хеҙмәт стажын нисек раҫлатырға?


Телеңде йоторлоҡ! (4.01.2019)

09.01.2019 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ! (4.01.2019)


Йондоҙнамә (7-13 ғинуар)

08.01.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (7-13 ғинуар)


Ниндәй түшәм һайларға?

08.01.2019 - Махсус биттәр Ниндәй түшәм һайларға?


"Йондоҙло табын" - Флера ШӘРИПОВА

03.01.2019 - Махсус биттәр "Йондоҙло табын" - Флера ШӘРИПОВА


Ҡабан йылы Көнсығыш календары буйынса тыуғандарға нимәләр вәғәҙә итә?

Тәү ҡараштан ҡабынған һөйөү дауам итә ғүмер буйына...

2019 йылдың символы   һары Ер Ҡабаны буласаҡ

Йондоҙнамә (31 декабрь-6 ғинуар)

31.12.2018 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (31 декабрь-6 ғинуар)


Байрам табынына

30.12.2018 - Махсус биттәр Байрам табынына


Тайҙың билдәмәһе ҡайҙа?

30.12.2018 - Махсус биттәр Тайҙың билдәмәһе ҡайҙа?


Ҡабан йылы ҡаңғыртмаҫ!

29.12.2018 - Махсус биттәр Ҡабан йылы ҡаңғыртмаҫ!