RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Байрам табынына

30.12.2018 Байрам табынына

Тәмле кәрзиндәр
Магазиндан һатып алынған, ҡатлы ҡамырҙан (слоеное тесто) бешерелгән әҙер кәрзиндәр, ике ҡап краб таяҡсалары, бешерелгән өс йомортҡа, сыр, бер алма, татлы борос, ыуылдырыҡ алына.
Краб таяҡсаларын, йомортҡаларҙы, сырҙы ҡырғыс аша үткәрегеҙ. Боросто һаламлап турағыҙ. Алманы әрсеп ҡырығыҙ ҙа, майонез менән бутағыҙ. Барыһын да ҡушып, кәрзиндәргә һалып сығығыҙ. Һәр ҡайһыһын яртышар ҡалаҡ ыуылдырыҡ менән биҙәгеҙ. Ҙур тәрилкәгә салат япраҡтарын йәйегеҙ һәм өҫтөнә кәрзиндәр­ҙе теҙегеҙ.

Ветчинанан урама
Йоҡа ғына ветчина телемдәре, сыр, һарымһаҡ, әстерхан сәтләүеге, йәшел укроп, петрушка кәрәк.
Сырҙы ҡырғыс аша үткәреп, ваҡланған һарымһаҡ, сәтләүек, йәшел үлән һәм майо­нез менән һалып бутағыҙ. Ошо эслекте ветчинаның бер яҡ ситенән һалып урағыҙ. Эслекте үҙегеҙсә төрләндерһәгеҙ ҙә була. Мәҫәлән, сәтләүек урынына алма һалығыҙ, һарымһаҡ күләмен кәметегеҙ. Биҙәү ысулы: әҙер урамаларҙың ситтәрен тәүҙә майонезға, аҙаҡ бешереп ваҡланған йомортҡаға манып алһағыҙ, тағы ла күркәмерәк буласаҡ.

Ҡыҙҙырылған ҡамырлы балыҡ
500 г таҙартылған балыҡ, 5 ҡалаҡ он, 3 ҡалаҡ үҫемлек майы, ярты лимон, 2 йомортҡа, ярты стакан ҡайнаған һыу, ҡыҙҙырыу өсөн 100 г май.
Башта ҡамыр әҙерләргә. Сөм һауытта онға тоҙ һәм үҫемлек майы, ярты стакан һыу һалып, яҡшылап болғатырға. Төйөрҙәре ҡалмаһын. Балыҡ итен 1 см киңлектәге һәм 5-7 см оҙонлоҡтағы киҫәктәргә турарға, тоҙ, ваҡлап туралған йәшел үлән, борос һибергә. Балыҡ өҫтөнә лимон һутын һығырға, 1 ҡалаҡ үҫемлек майын ҡушып болғатып, 15-20 минутҡа ҡуйып торорға. Ҡамырға күпертелгән 2 йомортҡа ағы ҡушырға. Балыҡтың һәр киҫәген сәнс­ке менән алып, ҡаймаҡ ҡуйылығындағы ҡамырға манырға һәм кәстрүлдәге ҡыҙған майҙа ҡыҙҙырырға.

Бәшмәкле һәм сырлы тауыҡ рулеты
4 тауыҡтың түш ите, 200 г бәшмәк, 150 г сыр, тәменсә тоҙ, 100 г үҫемлек майы, 200 г ҡаймаҡ, 5 бүлкәт һарымһаҡ, укроп кәрәк.
Тауыҡ ите йомшарһын өсөн төйөргә. Тоҙ һәм борос һалырға. Һауытта укроп, ҡаймаҡ, иҙелгән һарымһаҡты болғатырға. Тауыҡ итенә туралған бәшмәкте һалырға, сыр һибергә һәм бер нисә урындан теш таҙартҡыс таяҡса менән ҡаҙап ҡуйырға. Рулетты ҡыҙған табала ике яҡлап ҡыҙҙырырға һәм тәрән табаға һалып, өҫтөнә ҡаймаҡлы соусты ҡойоп, 15-20 минут томалап бешерергә.

“Мама миа” салаты
200 грамм киптерелгән аҡ бәшмәк, 500 грамм помидор, 1 бәйләм петрушка, ҙур булмаған ике һуған, 3 бүлкәт һарымһаҡ, 1 аш ҡалағы зәйтүн майы, 200 грамм аҡ икмәк, 1 ҡалаҡ лимон һуты, тоҙ, борос алырға.
Кипкән аҡ бәшмәккә ҡайнар һыу ҡойор­ға һәм шул килеш 30 минутҡа ҡалдырып торорға. Бәшмәк­тәр бүрткәс, уларҙы һыуҙан алыр­ға ла, ваҡ ҡына итеп турарға кәрәк. Помидорҙарҙы дүрт өлөшкә бүлергә, петрушканы, һуғанды, һарымһаҡты таҙар­тыр­ға һәм ваҡ ҡына итеп турарға. Һуғанды еңелсә генә зәйтүн майында ҡыҙҙырырға. Уға бәшмәктәрҙе бүрттергән һыуҙы ҡойор­ға. Тәмләткестәрҙе һәм бәшмәк­тәр­ҙе өҫтәргә лә, 2 минут быҡтырып алырға . Лимон һуты, борос, тоҙ ҡушырға. Икмәкте шаҡмаҡлап турап, кетерләгәнсе зәйтүн майында ҡыҙҙырырға. Поми­дорҙы, һарымһаҡты, петрушканы, һуғанды, икмәкте, бәшмәкте бергә ҡушып бутар­ға.

Батшалар салаты
2 банка консерваланған ҡыҙыл фасоль йәки йәшел борсаҡ, 0,5 стакан таҙартыл­ған грек сәтләүеге, 1 баш һуған, 2 гранат, 5 аш ҡалағы кетчуп. 1 ҡалаҡ зәйтүн майы алырға.
Фасолдең йәки борсаҡтың һыуын түгергә. Грек сәтләүеген оҙонсалап турар­ға. Гранатты таҙартырға һәм тосон алыр­ға. Һуғанды ярым ҡулсалап ҡырҡып, эҫе майҙа үтә күренмәле булғансы ҡыҙҙы­рыр­ға. Артабан кетчуп өҫтәргә һәм уттан алырға. Фасолде (борсаҡты), сәтләүекте, гранат бөртөктәрен бергә ҡушып бутарға һәм алдан әҙерләнгән томат-һуған соусын өҫтөнә ҡойорға.1 – 2 сәғәттән табын­ға бирергә мөмкин.

Кәбеҫтәле салат
Салат өсөн Ҡытай кәбеҫтәһе, черри помидоры, ыҫланған тауыҡ түшкәһе, борос, сыр, кипкән аҡ икмәк йәки сухариктар кәрәк.
Ҡытай кәбеҫтәһен, ыҫланған итте оҙонсалап турап, помидорҙарҙы урталай бүлеп, сырҙы ҡырғыстан үткәреп, борос, майонез һалып, барыһын да бергә бутар­ға. Табынға бирер алдынан ваҡ ҡына шаҡмаҡтарға бүленгән кипкән икмәк йәки сухариктар һалырға.

“Ҡош һөтө” торты
13 йомортҡа, 2,75 стакан шәкәр, 0,75 стакан һәм бер ҡалаҡ он, 40 грамм желатин, бер стакан һәм өс ҡалаҡ һөт, 350 грамм аҡ май, ванилин, өс плитка әсе шоколад талап ителә.
Бисквит әҙерләү өсөн өс йомортҡаны 0,75 стакан шәкәр ҡомо менән аҡ төҫкә ингәнсе туҡырға, ипләп кенә он ҡушырға. Килеп сыҡҡан ҡамырҙы бешереп, ике өлөшкә бүлергә.
Крем өсөн желатинды 150 грамм һалҡын ҡайнаған һыу менән ҡушып, ярты сәғәткә ҡуйып торорға. Ун йомортҡа һарыһына бер стакан шәкәр һалып туҡыр­ға, һөт, бер ҡалаҡ он ҡушырға. Әкрен утта ҡайнатып сығарырға. Масса һыуынғандан һуң уға аҡ май, ванилин ҡушып, күперткәнсе туҡырға. Желатинды йылытырға, һөҙөргә. Йомортҡаларҙың ағын бер стакан шәкәр менән туҡып, желатин ҡушыр­ға. Иң тәүҙә әҙерләгән крем менән желатинлы массаны бергә бутарға. Тура мөйөшлө формаға пергамент ҡағыҙы йәйеп, йәймәнең береһен һалырға, өҫтөнә крем ҡойорға. Һыуытҡысҡа ҡуйып ҡатырғандан һуң, өҫтөнә икенсе йәймәне ҡапларға. Шоколадтарҙы иретеп, торттың өҫтөнә, эргә-тирәһенә һыларға.




Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды






Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»