RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә (31 декабрь-6 ғинуар)

31.12.2018 Йондоҙнамә (31 декабрь-6 ғинуар)


Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Ғөмүмән, аҙна тыныс булырға оҡшай. Был көндәрҙә ниндәйҙер файҙалы эш тә эшләй алыр­һығыҙ, күптән күрмәгән туғандарығыҙ менән дә осрашырһығыҙ. Шулай ҙа ҡайһы бер мәсьәләләр үҙҙәре хаҡында һиҙҙерә башлар. Ышаныслы кешеләрҙән урынлы кәңәш ишетеүегеҙ ихтимал.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
2019 йыл башында элек хәл ителмәгән мәсьә­ләләр үҙҙәре хаҡында йыш ҡына белдереп торор. Ҡыйын булһа ла, элекке хаталарығыҙҙы төҙәтергә тырышығыҙ. Шунда ғына күңелегеҙҙә еңеллек тойорһоғоҙ, артабанғы йәшәйеш өсөн көс килер.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Мөмкин тиклем күберәк көс-хәл йыйырға ынтылығыҙ. Эштәрегеҙҙе ситкәрәк ҡуйып, күңел асығыҙ. Яңы йылда һеҙҙән түҙемлек, сыҙамлылыҡ күп талап ителер. Һис тә уйламаған ваҡиғалар ҡәҙимгенән йышыраҡ көтөлә. Шулай ҙа бирешмәгеҙ, ҡыйынлыҡтарҙан ҡурҡмағыҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Алда һеҙҙе өмөтлө осор көтә. Уны әүҙем һәм файҙалы үткәрерһегеҙ. Тиҙ хәл ителәһе мәсьә­ләләр ҙә күбәйеп китте һымаҡ. Артыҡ борсолмағыҙ, уларҙы ваҡытында хәл итергә көсөгөҙ етер. Иң ауыр саҡтарҙа эске тауышығыҙ ярҙам итеп торор. Дуҫ-иштәрегеҙ ҙә һынатмаҫ.

Буға (21.04 – 21.05)

Яңы йылда һеҙҙең алдығыҙҙа элек булмаған мөмкинлектәр асылыр. Алдан уйлаған маҡсаттарығыҙҙың күпселеген бойомға ашырыр­һығыҙ. Бәғзеләр яңы һөнәр ҙә үҙләштерер. Бик тиҙҙән тырышлығығыҙҙың һөҙөмтәһен күрерһегеҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Һәйбәт осор. Иң мөһим ваҡиғалар кесе йомала һәм йомала көтөлә. Өйөгөҙҙә бер аҙ тәртип урынлаштыра алһағыҙ, бигерәк тә яҡшы булыр ине. Дөйөм алғанда, йыл башында үҙегеҙҙе тыныс һәм ышаныслы тойорһоғоҙ. Йондоҙҙар эштәрегеҙҙе ситкә ҡуйып торорға ҡуша. Сөнки киләсәккә бөтә маҡсатығыҙ асыҡланған.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Яҡшы хәбәрҙәр килеп торор. Тап ошо көндәр­ҙә элек башҡарған эш өсөн аҡса алыуығыҙ ҙа ихтимал. Бәғзеләргә сәфәргә сығырға ла тура килер. Алыҫ юлға сыҡҡандарҙың эше мотлаҡ уңырға тейеш. Һәр саҡ эске тауышығыҙҙы тыңлағыҙ. Оҡшамаған кешеләрҙән, шикле урындарҙан шундуҡ ситкә китегеҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Көндәр ҡәҙимгесә үтер. Күңел асырға ла форсат булыр, бер аҙ эшләп тә алырһығыҙ. Тиҙҙән төп эшегеҙҙә булырға тейешле үҙгәрештәргә әҙерләнергә онотмағыҙ. Улар һеҙгә әллә ни ҡағылмаҫ кеүек, иң мөһиме – зыян күрмәҫһегеҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Ваҡытығыҙҙы һәйбәт үткәрерһегеҙ. Кире ваҡиғалар көтөлмәй. Шаршамбыла аҡса менән һаҡ эш итегеҙ. Файҙаһыҙ, һис тә кәрәкмәгән сығымдарҙан һаҡланығыҙ. Иң уңышлы көнөгөҙ – йома. Был көндө аҡыллы фекерҙәр башығыҙға бер-бер артлы килеп торор.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Яңы йыл яҡшы башланыр. Артабан да шулай булыр. Артыҡ уңыштарға әллә ни өмөтләнмәгеҙ. Шулай ҙа кире ваҡиғалар ҙа көтөлмәй. Ғөмүмән, элекке йылдарҙа өлгәшкәнде һаҡлай алырһығыҙ. Әгәр тырышлыҡ күрһәтһәгеҙ, ҡайһы бер йүнәлештәрҙә алға китерһегеҙ.

Саян (24.10 – 22.11)

Был арала үҙегеҙҙә алдан күрә белеү, һиҙгерлек сифаттары көсәйеп киткәнен асыҡ тойор­һоғоҙ. Улар бигерәк тә шаршамбы һәм кесе йомала беленер. Бер нисә икеле хәл-ваҡиғаны еңел генә хәл итеү юлдарын табырһығыҙ. Йомалағы осрашыу бик файҙалы булыр.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Аҙна барышында ниндәйҙер элек башлаған эшегеҙҙе тулыһынса тамамлау өсөн мөмкинлектәр сығып торор. Шулай ҙа ваҡыт етмәү дөйөм хәлегеҙгә кире йоғонто яһауы ла бар. Шәмбелә йондоҙҙар бик кәрәкле әйберегеҙҙе табырға ярҙам итер.



Автор: Өмөтбай
Фото: Редакция архивынан





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Хеҙмәт стажын нисек раҫлатырға?

16.01.2019 - Махсус биттәр Хеҙмәт стажын нисек раҫлатырға?


Йондоҙнамә (14-20 ғинуар)

14.01.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 ғинуар)


Телеңде йоторлоҡ! (4.01.2019)

09.01.2019 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ! (4.01.2019)


Йондоҙнамә (7-13 ғинуар)

08.01.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (7-13 ғинуар)


Ниндәй түшәм һайларға?

08.01.2019 - Махсус биттәр Ниндәй түшәм һайларға?


"Йондоҙло табын" - Флера ШӘРИПОВА

03.01.2019 - Махсус биттәр "Йондоҙло табын" - Флера ШӘРИПОВА


Ҡабан йылы Көнсығыш календары буйынса тыуғандарға нимәләр вәғәҙә итә?

Тәү ҡараштан ҡабынған һөйөү дауам итә ғүмер буйына...

2019 йылдың символы   һары Ер Ҡабаны буласаҡ

Байрам табынына

30.12.2018 - Махсус биттәр Байрам табынына


Тайҙың билдәмәһе ҡайҙа?

30.12.2018 - Махсус биттәр Тайҙың билдәмәһе ҡайҙа?


Ҡабан йылы ҡаңғыртмаҫ!

29.12.2018 - Махсус биттәр Ҡабан йылы ҡаңғыртмаҫ!