RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тайҙың билдәмәһе ҡайҙа?

30.12.2018 Тайҙың билдәмәһе ҡайҙа?

йәки үҙ ҡиммәттәребеҙҙе онотмайыҡ!

Атайым мәрхүм һөйләгән бер лаҡап хәтеремдә. Коллективлаштырыу башланған осорҙа бер колхоз рәйесе йыйылыш ваҡытында ауылдаштарына: “Хужалыҡты алға ебәреү өсөн тиҙҙән беҙгә агроном бирәсәктәр”, – тип әйткән икән. Арала бер крәҫтиән уға: “Ул аграмун тигәне эре мөгөҙлө малмы әллә ваҡ мөгөҙлөмө?” – тип һорау биргән, имеш...


Элегерәк уйлап сығарылған (бәлки, ысынбарлыҡта ла булғандыр) ошондай мәҙәктәр­ҙе ишетеп, күптәребеҙҙең башына, ауыл кешеләренең белем кимәле ҡаланыҡыларға ҡарағанда түбәнерәк, тигән ниндәйҙер бер хаталы фекер инеп оялаған. Бала сағымды хәтерләйем. Ысынлап та, берәй ауылдашыбыҙҙың ҡалала йәшәгән туғаны йәйге каникулға ауылға ҡунаҡҡа килһә, күптәренең үҙҙәрен беҙҙән бер башҡа юғарыраҡ итеп тойғаны һиҙелә ине. Ни өсөн? Сөнки улар рус телен беҙҙән яҡшыраҡ белеүе менән айырыла... Балалар ғына түгел, күп кенә оло кеше лә шундайыраҡ уйҙа булғандыр: бер нисә генә рус ғаиләһе йәшәгән совхоз үҙәге Аҡморонда кешеләр үҙ балаларын урыҫ мәктәбенә бирергә тырышҡаны иҫемдә. Хәҙер нисектер – белмәйем, әммә ул саҡтарҙа уҡытыусыларҙың (хатта башҡорт теле уҡытыусыларының да!) береһе лә балаһын башҡорт мәктәбендә уҡытманы...

Һүҙемдән бер аҙ ситкәрәк тайпылып киттем, ғәфү итегеҙ. Хәҙерге көндә беҙ – тиҫтәләгән йылдар инде “городской” булып киткән кешеләр, ауылдаштарыбыҙ менән сағыштырғанда, киреһенсә, күп кенә нәмәнән мәхрүм булып барабыҙ түгелме? Балаларыбыҙ туған телен, уның нескәлектәрен белмәү генә түгел, хатта үҙебеҙ ҙә ошо өлкәлә белем кимәлебеҙ буйынса хәтһеҙ генә ярлылана төшкәнбеҙ бит. Ә инде, баштараҡ килтергән лаҡаптағы һымаҡ, ауыл хужалығы, мал-тыуарға ҡағылышлы мәсьә­ләләрҙә бөтөнләй “һай йөҙәбеҙ”. Быны мин үҙемдә лә һиҙгеләйем.

Быйыл бер ауылға һуғым һуйырға барҙыҡ. Унда бер егәрле фермер хәләл ефете менән күпләп йылҡы, эре мал үрсетеп, көҙөн уларҙы һимертеп, кешеләргә һуғымға һата. Бер яҡыным уның малының һәр саҡ һимеҙ булыуы хаҡында һөйләгәс, мин дә был яҡташ менән танышып, һуғымлыҡты унан алырға ҡарар иттем. Ул һатҡан турыҡай, ысынлап та, көр генә булып сыҡты, әлхәмдүлилла. Шулай, һөйләшә-һөйләшә, ниәтләгән эшебеҙҙе атҡарып йөрөүебеҙ. “Хәлил ағай, һин хирург кеше, тайҙың эсен яр”, – тип шаяртҡылап та ала хужа. Үҙемә тигән малды, әлбиттә, һәр саҡ үҙем боғаҙлайым, әммә тиреһен һыҙырыу, тунау кеүек артабан­ғы эштәргә ҡулым килешеп етеңкерәмәй. “Әллә, егеттәр, уға таһыллыҡ етмәҫ ул”, – тип етеҙ генә “ялтарып” китәм. Шунда был яҡташтар аша йылҡы малы менән һыйыр малының анатомик төҙөлөшөнөң бер ҙур ғына айырмаһын белдем. Һыйыр малының билендә, ҡабырғалар рәте бөткәс, таз һөйәгенә тиклем арала, урата-тирәһе ифрат та итләс булған умыртҡа бағанаһы үҙе генә дауам итә. Егерме бишләп сантиметрға яҡын иң тәмле ошо өлөшөн халыҡта “билдәмә” тип атайҙар икән. Бил ите, йәнәһе. Ә аттың билдәмәһе бөтөнләйгә булмай, ҡабыр­ғалары тамамланыу менән шунда уҡ таз һөйәге башлана. Миңә тәғәйенләнгән тайҙың һандарын бүлгеләп, ана шул тапҡырына килеп еткәс, йорт хужаһы үткән йылдар­ҙың береһендә уның менән булған бер мәҙәкте лә һөйләмәй булдыра алманы. Нәҡ минең һымаҡ ҡаланан килгән бер һатып алыусы, тайын һуйҙырып, итен машинаһына тейәп алып ҡайтып киткән. Өйөнә ит алып ҡайтҡан был ҡала кешеһенең, йомшаҡ итеп әйткәндә, бик иғтибарлы булған хәләл ефете һуғымдың һандарын барлап ҡарағас, шау-шыу ҡуптара башлаған. Шул көндө кис фермерға шылтырата икән: “Нишләп һуғымға һуйған тайҙың билдәмәһен алып ҡалған­һығыҙ?..” Йылҡы малында ундай нәмәнең ғүмерҙә лә булмағанлығын хужа әҙәпле генә итеп был ҡала кешеһенә аңлатып биргән...

Ике-өс йыл элек үҙем дә ауыл егеттәре алдында көлкөгә ҡала яҙҙым. Тәүге мәртәбә һуғымға йылҡы һуйыуым (бығаса гел генә тана тотона инек). Тайыбыҙҙың эске органдарын аҡтарып сығарғас: “Егеттәр, үт ҡыуығын йәрәхәтләп ҡуймағыҙ, үте ағып, эсәк-бауырға һеңһә, уны бер нисек тә йыуып бөтөрөп булмай, эшлектән сыға икән, тип ишеттем”, – тип һуйыусыларҙың эшенә ҡыҫылам. Егеттәр шым ғына көлөшә. “Нишләп көләһегеҙ, егеттәр, әллә мин бер көлкө нәмә әйттемме?” – тим тегеләргә. “Хәлил ағай, йылҡы малының үт ҡыуығы булмай бит ул...” “Бәй, шулаймы ни?..” Урыҫтар әйтмешләй, “век живи – век учись”. Үҙем ауыл ерендә үҫкән булыуыма ҡарамаҫтан, ана шул нәмәне лә белмәгәнмен икән!

Өс-дүрт йыл элек тә белемһеҙлегем арҡаһында шундайыраҡ бер хәлгә юлыҡтым. Бер яҡыным ауылға ҡайтып, күпләп (йөҙәрләгән!) тауыҡ үрсетеп, йомортҡа һатып кәсеп итергә ниәте булыуы хаҡында әйткәйне. Мин, оло кеше булараҡ, уға аҡыллы кәңәш биреүҙе кәрәк таптым.
– Шунса тауыҡты күкәй һалдырыр өсөн кәмендә ун биш-егермеләгән әтәс кәрәк булыр ул һиңә, – тигән булам, бик эшлекле ҡиәфәт менән.
– Йомортҡаны тауыҡ әтәсһеҙ һала бит ул! – тигән яуапты ишеткәс, торған урыныма ултыра төшә яҙҙым.
– Нисек инде – әтәсһеҙ? Тауыҡ гермафродит түгел бит ул!.. Кит, юҡты һөйләмә!
– Юҡ түгел – ысын. Тик ул йомортҡаларҙы тауыҡ аҫтына һалып, себеш сығартып ҡына булмай, йәғни улар “ҡыҫыр” була. Ә ашарға бара...

Бына һиңә мә! Алтмышлаған йыл ғүмер итеп, белмәгән нәмәләрең әле күп икән шул, Хәлил ҡартатай, тип әйтеп ҡуйҙым үҙ-үҙемә. Ауыл кешеләре беҙгә ҡарағанда күпкә белемлерәк икән дә баһа! Ҡалай уңайһыҙ...

Юғалып барған ҡиммәттәребеҙ хаҡында әллә күпме һүҙ йөрөтөргә була. Шул хаҡта уйлана башлау менән, әлеге туған телебеҙ тағы иҫемә килә лә төшә, ауыҙыңа май булғыры. Фәҡәт башҡорттар ғына йәшәгән яҡын ауылдағы бер танышым да күптән түгел бер нәмә әйтеп аптыратты: икенсе синыфта уҡып, бығаса тап-таҙа башҡортса һөйләшеп йөрөгән ҡыҙы туған телен онота башлаған икән. Көндәр буйы компьютерҙа уйнап ултыра торғас... “Ҡалаларҙа милләттәштәребеҙ туған телен юғалта”, – тип саң ҡағабыҙ. Бының менән хәҙер бер кемде лә аптыратып булмай. Ҡаланыҡылар ғына түгел, ауыл балаларының да компьютер аша әкренләп “грамоталана” башлауы тағы уйландырҙы.

Ә инде һәммә кеше өсөн иң-иң кәрәк булған дин хаҡында инде әйтеп тораһы ла түгел! Ҡала ерендәме ул, ауылдарҙамы, боронғо ата-бабаларыбыҙ ифрат яҡшы белгән динебеҙ йылына бер мәртәбә мулла саҡыртып, үлгәндәргә аят уҡытыуҙан ғына ғибәрәт булып (уныһы ла бөтөнләйгә мотлаҡ үтәлергә тейеш ғәмәлдәрҙән һаналмай) ҡалған. Һәммә мосолман өсөн Аллаһы Тәғәлә тарафынан фарыз (мотлаҡ) тип, һис һүҙһеҙ үтәргә ҡушылған намаҙ, ураҙаларҙы, киреһенсә, бөтөнләй инҡар итәбеҙ. Уның ҡарауы, Алла илсеһе ҡәтғи тыйған һәр төрлө хөрәфәткә, ырым-юрауға, күрәҙәселеккә ышаныуҙы онотмай, киреһенсә, улар буйынса “белемебеҙҙе үҫтерәбеҙ” генә... Бына шулай, ҡәҙерле милләттәштәрем, ҡиммәттәребеҙҙең иң-иң ҡиммәттәрен дә юғалтып бөтөп барабыҙ. Ҡайҙа барабыҙ?!.




Автор: Х. ҒӘЛИӘХМӘТОВ.
Фото: Depositphotos






Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»