RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тәү ҡараштан ҡабынған һөйөү дауам итә ғүмер буйына...

02.01.2019 Тәү ҡараштан ҡабынған һөйөү дауам итә ғүмер буйына...

Шағир Рәшит Назар мөхәббәт хисен юҡҡа ғына утлы йәшен менән сағыштырмай. Был хис аҡыллыны тилертер, өндәшмәҫте сәсән итер, өмөтһөҙгә ҡанат бирер бөйөк көскә эйә. Бының ысынлап та шулай икәнлеген иҫбатлаусы миҫалдар бик күп. Шуларҙың береһе – медицина фәндәре кандидаты Винер Сафин һәм йырсы Гүзәл Диникееваларҙың матур ғаиләһе.

Етди холоҡло, ул саҡта хәрби медицина университетын тамамлап, Өфө госпиталендә хирург булып эшләп йөрөгән Винер мөхәббәт хистәренә бөтөнләй ышанмай. Ғаилә тормошон инҡар итмәй ул: ваҡыты еткәс, таныш ҡыҙҙар араһынан берәйһен һайлап өйләнермен әле, тип ниәт ҡыла. Бар булмышын һайлаған һөнәренә бағышлаған егет көнө-төнө тигәндәй эшкә бирелә. Шул мәлдә ике туған ағаһы Рәсүл уға Башҡорт дәүләт медицина университетында үтәсәк. Көлкө көнөнә арналған “Күңелле сәйнүк” кисәһенә саҡыра. Шунда ул осрата ла инде үҙен тәү ҡараштан ғашиҡ итерлек ҡатын-ҡыҙҙы.
– Быға тиклем, яратам, тип баш юғалтҡан кешеләргә көлөп кенә ҡарай инем. Ә бында мин исемен дә белмәгән, тәү күргән ҡыҙға иҫем китте! Ойоштороу эшен алып барған, кисә барышында төрлө мәшәҡәт менән йөрөгән сибәр ҡыҙға ҡарап, кейәүҙә генә булмаһа ярар ине, тип уйлап ултырҙым. Кисә аҙағына тиклем сабырлығым етмәне, Рәсүл ағайымдан уның тураһында һораша башланым. “5-се курс студенты, исеме Гүзәл, бик аҡыллы ҡыҙ, кейәүҙә түгел”, – тигән һүҙҙәр­ҙән һуң күңелем тағы ла ҡанатланып китте. Сара тамамланғас, танышыр өсөн ишек төбөндә көтә башланым. Ә ул, ҡағыҙ эштәрен тамамлап, сәғәттән ашыу ваҡыт үткәс кенә килеп сыҡты. Бар ҡыйыу­лығымды йыйып, баҫҡыстан төшөп килгәндә үк һүҙ башланым: “Гүзәл, һеҙ миңә тәү ҡараштан оҡшанығыҙ. Яҡындан танышып, аралашып ултырыр өсөн һеҙҙе туңдырма ашарға саҡырам!”– тигәс, ул ризалыҡ белдер­ҙе. Ул көндә мин иң бәхетле кеше инем, өйгә йырлай-йырлай ҡайттым, – тип хәтерләй Винер Флүр улы.
Был тарихи дата 1998 йылдың 29 марты була. Нимәһе ҡыҙыҡ, тап шул көндө иртәнсәк Гүзәлгә әсәһе кофта бүләк итә. Яңы кейем кейеп торғанда ул: “Үҙемдең буласаҡ тормош иптәшемде – изге күңелле, аҡыллы, мине ярат­ҡан егетте осрат­һам ярар ине!”– тип теләк теләй. Төҫкә сибәр, тәртипле һәм мөләйем Гүзәлгә күҙ һалыусылар, танышырға теләүселәр һәр ваҡыт була. Әммә уҡыуға бирелгән, ә буш ваҡытында университеттың мәҙәни тормошонда ҡайнаған ҡыҙ уларға бер ваҡытта ла артыҡ иғтибар итмәй. Әммә был юлы ихлас йылмайып торған егеттең тәҡдименән баш тартмай. Аралашҡан ваҡытта уларҙың уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙары, таныштары барлығы асыҡлана, һөйләшер һүҙҙәр ҙә күбәйә. Егет ныҡышып, ҡыҙҙың йорт телефонын һорап ала һәм икенсе көнө шылтыратып, тағы ла осрашыуға саҡыра. Беҙ аҙна ла үтмәй, ул Гүзәлдең әсәһе Зәйтүнә апай менән танышырға килә һәм ҡыҙы менән дуҫлашырға рөхсәт һорай. Алға китеп, шуны әйтергә була: Зәйтүнә апай кейәүенең тәүге бүләге – яулыҡты һаман да ҡәҙерләп һаҡлай. Кеселекле, иғтибарлы һәм тәртипле Ви­нерҙы улы кеүек яҡын күрә.
Йәш саҡ– ғәмһеҙ саҡ. Уҡыуҙан һәм эштән тыш ваҡыттарын гел бергә үткәргән йәштәр тормош ауырлығын күрмәй. Ә бына ғаилә ҡороуҙары иҡтисади көрсөк мәленә – 1999 йылдың йәйенә тура килә. Йәш ғаиләнең тормош көтә башлағанда бер нәмәһе лә булмай. Уларҙың тәүге һатып алған әйбере үтек була. Сөнки ике табипҡа көн һайын аҡ халат кейергә кәрәк. Әсәһенең табип ирен көн һайын йыуылған, үтекләнгән ап-аҡ халат менән эшкә оҙатыуын күреп үҫкән ҡыҙ үҙ ирен дә шулай хөрмәтләй.
Гүзәлдең күңелендә һәр ваҡыт ике ынтылыш йәшәй: табиплыҡ һәм йыр. Атаһы Риф ағай менән биш йәшенән дауаханаға эшкә эйәреп йөрөгәс, ул үҙенең дә киләсәген медицинала күрә. Ә атаһының өҙҙөрөп баянда уйнауы, әсәһенең моңло йырҙары уны музыка мәктәбенә алып килә, сәхнәләрҙә сығыш яһарға этәрә. Буласаҡ ҡатынының йырға һәләтен Винер дуҫлашып йөрөй башлағас ҡына белә. Киң диапазонлы моңло тауыш уны хайран итә. “Ә ни өсөн һин йырсы булманың?”– тип һорай ул һөйгәненән һәр сығышы һайын. Шуғалыр ҙа, ҡатыны табип дипломын ҡулына алғандан һуң, Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға барырға теләк белдергәс, фатихаһын бирә. Шулай итеп Гүзәл Флүрә Ноғоманова класында белем алып, профессиональ йырсы булып китә.
–Медицина университенда уҡ төрлө йыр конкурсына барһам, мине Иҙрис Ғәзиев, Вәфирә Ғиззәтуллина, Андрей Березов­ский кеүек уҡытыусылар Өфө, Ҡазан, Мәскәү сәнғәт институттарына уҡыр­ға саҡыра ине. Һәр эштә профессионализм булғанын яратам. Сәхнә минеке икәнен, артабан да йырлаясағымды белә инем, шуға күрә сәнғәт училищеһына барҙым. Эшкә дауаханаға түгел, медицина университетына урынлаштым, сөнки табиптың эш графигы менән уҡыуҙы берләштереүе мөмкин булмаҫ ине. Күп тә үтмәй Винер ҙа уҡытыу эшенә тотондо. Бик ауыр йылдар ине, айҙар буйына эш хаҡы түләнмәй. Ауылдан килгән ит, бәрәңге менән генә йәшәп булмай. Хәрби госпиталь табибы булараҡ, Винерға макарон, ярма, тушенка кеүек ризыҡтарҙан аҙна һайын паек бирелде. Шуның менән йырып сыҡтыҡ та инде юҡлыҡ заманын. Икенсенән, ирем шул тиклем яуаплы һәм тәүәккәл кеше: бер нисә эштә бер юлы эшләп, юҡты бар итергә тырышты. Һигеҙ йыл йөрөлгән иҫке генә машина алғайныҡ, шуның менән төндә таксист булып эшләй башланы. Ә мин өйҙән иртәнге сәғәт 7-лә сығып китәм дә төнгө 12-лә ҡайтып инәм. Уҡыуҙан эшкә барам. Ә ул саҡта мин аҡса булһын тип ике эште бергә алып барҙым. Ҡайтып инәм дә ашарға бешерәм, кейем әҙерләйем, өй йыйыштырам, шулар араһында дәрес әҙерләргә өлгөрәм. Һағынырлыҡ бер мәл генә булып ҡалды ул йылдар. Икебеҙ бер һүҙле булып, ғаиләбеҙ матур булһын, тигән хыялдар менән, бер йүнәлешкә табан барғанға ла, бөгөнгө бәхет уңыштар, бар. Береһенән-береһе ҡәҙерлерәк ҡыҙыбыҙ менән улыбыҙ үҫә. Йырсы булараҡ танылыу яуланым, йырҙар ҙа ижад итәм. Винер икенсе юғары белем алды, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланы. Йортобоҙ ҙа, машиналарыбыҙ ҙа бар, хатта концерттар ойоштороу өсөн “Саф” студияһын ойошторҙоҡ. Ҡайным менән ҡәйнәм – минең, әсәйем Винер өсөн өҙөлөп тора. Башҡа туғандар менән дә үҙ-ара татыу йәшәйбеҙ, ғаилә дуҫтарыбыҙ бар. Ижадтан һәм уҡытыуҙан тыш, аҙ ғына ваҡыт булһа, ҡунаҡ саҡырабыҙ, йә үҙебеҙ барабыҙ. Айырым бәхетте күҙ алдына килтерә алмайым, беҙ ғаиләбеҙ менән бәхетле. Ошо бәхеткә шөкөр итеп, ҡыуанып-шатланып ҡына оҙаҡ йылдар йәшәргә насип булһын инде, – ти ихлас күңелдән Гүзәл.
Әсәнән күргән – тун бескән тигәндәй, ҡыҙҙары Айдилә быйыл Өфө сәнғәт училищеһының фортепьяно класына уҡырға ингән. Ә улдары Әмир әлегә аныҡ ҡына буласаҡ һөнәрен билдәләмәгән: бейергә ярата, матур йырлай, көрәш секцияһына йөрөй, медицинаға ла ҡыҙыҡһыныуы бар. Әлегә Өфө ҡалаһының 136-сы башҡорт лицейының 6-сы класында белем ала. Ә Гүзәл үҙе генә йырлап ҡалмай, табип һөнәрен һайлаған талантлы студенттарға вокал дәрестәре алып бара. Эстрадала тәүге, әммә ышаныслы аҙымдарын яһаусы Илгиз Тимербулатов, Дилбәр Ғәлиәкбәрова, Лилиә Мөхөтдинова, Зөлфиә Шамаева, Әлиә Ғаянова – уның уҡыусылары. Күптән түгел талантлы студенттар­ҙың йырҙарынан торған аудиоальбом да донъя күргән. “Һәр кемдә йырға талант бар. Уны аса белергә һәм йырларға теләк кенә кәрәк!”– был Гүзәл Риф ҡыҙының ышаныслы фекере. Йырсы булараҡ үҙе лә йылдан-йыл популярлыҡ яулай бара. “Туған тел”, “Юлдаш-хит”, “Алтын Урал” премиялары лауреаты, йырҙарынан торған биш альбом сығарып өлгөрҙө. Дүрт концерт программаһы ҡуйҙы, әлеге ваҡытта яңы тамаша әҙерләй. Йырсы-дауалаусы, тиҙәр Гүзәл тураһында. Уның тыйнаҡлығы, әҙәпле булыуы йырҙарында ла, сәхнә костюмында ла, үҙенең тотошонда ла сағыла. Репертуар һайлағанда ла һүҙҙәр­ҙең мәғәнәһенә, көйҙөң тауышына тап килеүенә ҡарай, еңел-елпе, бер көнлөк йырҙарға талантын әрәм итмәй. Халыҡсанлығы һәм зауығы менән тамашасыларға яҡын. Бөгөн Винер Флүр улы ла сәнғәт донъяһында танылған шәхес – ул үҙен һәләтле продюсер, концерттар ойоштороусы итеп күрһәтте. Ул етәкләгән “Саф” продюсерлыҡ үҙәге балалар һәм өлкәндәр өсөн төрлө байрам са­раһы ла ойоштора, ветерандар­ға, балалар йорттарына ярҙам итә.
– Тормошта идеаль кеше булмай тиһәләр ҙә, мин Гүзәлде нәҡ шундайҙар иҫәбенә индерер инем. Мосолман ҡатын-ҡыҙҙарына хас баҫалҡылыҡ, ирҙе ир итеп күрә белеү, ҡунаҡсыллыҡ унда артығы менән бар. Минең туғандарымды үҙенекенән яҡын күрә, ихлас ярата. Уңған хужабикә, өйҙә һәр саҡ тәртип, өҫтәлдә тәмле аш, кейем-һалым таҙа һәм бөхтә, тәҙрә төптәре гөл-сәскәлә. Балалар ҡараулы һәм тәрбиәле. Эшкә лә өлгөрә, йырға ла. Барлыҡ матур сифаттарын һанап бөтөрөп булмай. Ә эргәлә шундай һәйбәт кеше булһа, үҙең дә уға лайыҡлы тормош иптәше булырға тырышаһың. Ҡайһы бер кешеләр, фатир юҡлығын, бәләкәй эш хаҡын сәбәп итеп, ғаилә ҡорорға ашҡынып бармай. Уларҙың йә теләге, йә мөхәббәте юҡ, тип уйлайым. Яратһаң, ул турала уйланмайһың, өйләнәһең дә, аҡса табыр өсөн йүгерә башлайһың. Мин һаман да ғаиләм өсөн тырышам, йүгерәм,– тип күҙәтеүҙәре менән бүлешә ғаилә башлығы.– Бер-береңә тулы ышаныс булмаһа, тормош алға бармай. Эшем командировкаларға бәйле, Гүзәлдең концерттары күп. Тулы ышаныс менән бер-беребеҙҙе оҙатып ҡалабыҙ, ҡаршы алабыҙ. Тағы ла яратҡан кешегә бер ҡасан да йылы һүҙҙе йәлләргә ярамай. Хистәрҙе йәшерергә түгел, әйтергә кәрәк. Ҡәҙерлем, матурым, яратам, һин иң матуры, аш тәмле булған, хәйерле иртә һәм башҡалар. Уларҙан бит күңел күтәрелә, иңдәргә ҡанат үҫә!
Бер-береһен хөрмәтләгәнгә, ҡәҙерләгәнгә, яратҡанға ла улар уңыштарға өлгәшеп, матур пар булып йәшәй ҙә инде. 20 йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, тәү ҡараштан уянған хистәр һүнмәй, киреһенсә, көндән-көн арта бара.

Гөлнур ЮЛДАШЕВА.




Автор: Г.Ҡыуатова
Фото: Автор фотоһы






Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»