RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Башлыҡ булһа, милли булһын!

22.12.2018 Башлыҡ булһа, милли булһын!

Бөгөн һыуыҡтан яҡшы һаҡлаған һәм йылыраҡ көндә тирләтмәгән ҡышҡы әйбер табыуы еңел түгел. Сөнки бөтә кейемдең дә составында тиерлек синтетик ҡушылмалар өҫтөнлөк итә.
Иң яҡшыһы – үҙеңә тегеп йәки бәйләп алыу. Бүтәндәрҙән айырылып тороу өсөн әйбергә милли колорит та өҫтәп ебәрергә мөмкин. Этник стилдәге кейемдең хәҙер бик модалы булыуын әйтеп тораһы ла түгел.

Гәзиттең сираттағы оҫтаханаһында Рәлиә Йәһүҙина исемле һылыу ҡышҡы башлыҡ бәйләргә өйрәтә.


Сығышы менән Әбйәлил райо­нының Атауҙы ауылынан булған Рәлиә Рәшит ҡыҙы бер түгел ике һөнәргә эйә. Тәүҙә Сибай педагогия колледжында информатика серҙәрен өйрәнһә, юғары белемде БДПУ-ла, инглиз теле буйынса ала. Педагог М. Кәрим исемендәге 156-сы гимназияла эшләй, әлегә бала ҡарау ялында.

Рәлиәгә оҫталыҡ әсәһенән күскән. Башланғыс класс уҡытыусыһы Римма Лик ҡыҙы Рәхмәтуллина бөтә һөнәргә лә маһир – бәйләй ҙә, сигә лә, һүрәт тә төшөрә, йырлай ҙа, телмәр оҫтаһы ла.

Интернетты әүҙем ҡулланыусылар, бигерәк тә ҡул эштәре менән ҡыҙыҡһыныусылар Рәлиә Йәһү­ҙинаны, иң тәүгеләрҙән булып, селтәрҙе ырғаҡ менән бәйләй башлаусы новатор итеп белә. Тегелгән һәм өҫтөнә сәйлән теҙелгәндән һис тә ҡалышмай уның биҙәүестәре, ауырлығы ла күпкә еңелерәк. Ҡулында ырғағы уйнап торған оҫтабикә үҙе кеүек күңелен һалып ижад итеүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙы «Кәрлә турғай» тип аталған төркөмгә туплаған. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡул эштәрен бер-береһенә күрһәтеүе – борондан килгән ғәҙәт. Бер-береңде маҡтап, хуп­лап, яңы алымдар өйрәнеп ҡалыу өсөн бынан да ҡулайыраҡ мәл табырмын тимә! «Кәрлә турғай»ҙағы егәрле төркөмдәштәр­ҙең дә сағыу ҡул эштәре матурлыҡҡа әйҙәй, йәшәүгә дәрт бирә, сәмләндерә. Ни өсөн «кәрлә турғай», тигән һорау­ҙы бирмәйенсә түҙә алмаҫһығыҙ моғайын. Баҡһаң, был үҙенсәлекле ҡушамат Рәлиә­нең яратҡан әҫәренә бәйле икән. Бик күптәр кеүек, ул да «Кәрлә турғай – йырсы ҡош» төрөк фильмына ғашиҡ.

Бәйләү, сигеү, сәйлән теҙеү, полимер балсыҡтан әүәләү кеүек эштәрҙе күңел өсөн эшләһә, тиҙҙән оҫта ҡатын заказдар ҙа ҡабул итә башлай. Тәүҙә күҙ нурҙарын түккән әйберҙәре йәл һымаҡ тойола. Унан инде башҡаларҙың бәйләгән кейемен яратып кейеүҙәрен күреп, илһамлана, күңеле күтәрелә. Ә туғандарына, дуҫтарына, таныштарына бүләк иткән әйбер өсөн күпме рәхмәт һүҙе ишетеп шатлана!

Бар буш ваҡытын компьютер йәки телефонға арнаусыларҙан айырмалы рәүештә, ҡул эшенә оҫталарҙың бер минут та буш ваҡыты булмай. Йорт һәм бала хәстәренән бер аҙ ял итергә ултырғанда ла бәйләменә тотона һала. Ундай­ҙарҙың бер минут та тынғы белмәүе һоҡланғыс. Өйҙә ултырғанда заказдар үтәп аҡса эшләүе бер ни тормай, теләк кенә булһын, тип иҫәпләй Рәлиә.

– Тырышлыҡ өлгөһө булып торған ниндәй ҡул эшен атар инең? – тип һорайым.

– Ата-әсәйемә арнап сиккән һүрәт миңә иң яҡыны, – ти оҫтабикә. – 40 сантиметрға 50 сантиметр ҙурлыҡтағы тауарҙа өс ай буйына ҡәҙерле кешеләремдең портреттарын сиктем һәм юбилейҙарына бүләк иттем. Бөгөн был эшем тыуған йортомдоң түрен биҙәй. Тағы ла үҙем өсөн ырғаҡ менән бәйләнгән селтәрем бик ҡәҙерле. Уға теккән аҡсаларҙы мәрхүм атайым тишеп биргәйне. Селтәрҙең тәңкәләре сыңлаған һайын ҡәҙерле кешемдең тауышы ишетелгән төҫлө тойола.

Үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ эштәр хужабикәһе Рәлиә Йәһүҙинаның ҡулдарына күҙ теймәһен!

Сабырлыҡ талап иткән эштең һөҙөмтәһен күреү – оло ҡы­уаныс. Ҡышҡы сатнама һыуыҡтарҙа үҙегеҙ теккән әйберҙән тәнегеҙ генә түгел, күңелегеҙ ҙә йылыныр.















Автор: Л.Хәлитова
Фото: Автор фотоһы





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Мәрхәмәтле Ҡыш бабай

21.01.2019 - Махсус биттәр Мәрхәмәтле Ҡыш бабай


Йондоҙнамә (21-27 ғинуар)

21.01.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (21-27 ғинуар)


Хеҙмәт стажын нисек раҫлатырға?

16.01.2019 - Махсус биттәр Хеҙмәт стажын нисек раҫлатырға?


Йондоҙнамә (14-20 ғинуар)

14.01.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 ғинуар)


Телеңде йоторлоҡ! (4.01.2019)

09.01.2019 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ! (4.01.2019)


Йондоҙнамә (7-13 ғинуар)

08.01.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (7-13 ғинуар)


Ниндәй түшәм һайларға?

08.01.2019 - Махсус биттәр Ниндәй түшәм һайларға?


"Йондоҙло табын" - Флера ШӘРИПОВА

03.01.2019 - Махсус биттәр "Йондоҙло табын" - Флера ШӘРИПОВА


Ҡабан йылы Көнсығыш календары буйынса тыуғандарға нимәләр вәғәҙә итә?

Тәү ҡараштан ҡабынған һөйөү дауам итә ғүмер буйына...

2019 йылдың символы   һары Ер Ҡабаны буласаҡ

Йондоҙнамә (31 декабрь-6 ғинуар)

31.12.2018 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (31 декабрь-6 ғинуар)