RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә (17-23 декабрь)

17.12.2018 Йондоҙнамә (17-23 декабрь)


Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Үҙ көсөгөҙгә ышанысығыҙ күҙгә күренеп артыр. Үтеп барған йылда айырым уңыштарға өлгәшә алдығыҙ, артабанғы юлдарығыҙ ҙа асыҡланды. Аҙна араһында иң мөһим ваҡиғалар­ҙы шаршамбыла көтөгөҙ. Барыһы ла һәйбәт барасаҡ, артыҡ көс түкмәҫкә лә булалыр.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Был аҙнала башлаған бөтә эшегеҙ ҙә уңыш килтерәсәк. Тик күберәк башҡалар тураһында түгел, үҙегеҙҙе ҡайғыртығыҙ. Бәғзеләр яҡын киләсәктә өмөтлө тәҡдим ишетер. Әгәр уға ризалыҡ бирһәгеҙ, мотлаҡ матди мәсьәләләрегеҙҙе хәл итерһегеҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Ҡапыл артып киткән сығымдарығыҙға борсолмағыҙ. Аҙна барышында ҡайһы бер мәсьәләләрҙе бик етеҙ хәл итергә тура килер. Үҙ мәнфәғәттәрегеҙҙән сығып эш итеүегеҙ дөрөҫ булыр. Һуңғы ваҡытта йыйылған аҡсағыҙҙың тиҙҙән кәрәге тейер.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Мөмкин тиклем яҡындарығыҙҙың эштәренә ҡыҫылмағыҙ. Был бигерәк тә шишәмбегә ҡағыла. Шаршамбы һәм кесе йомала уңайлы мөмкинлектәрҙән файҙаланып ҡалығыҙ. Үтеп барған йылдың йомғағын да барлап сығырға ваҡыт табығыҙ. Ҡайһы бер хаталарығыҙҙы ла төҙәтеп өлгөрөрһөгөҙ.

Буға (21.04 – 21.05)
Был арала йондоҙҙар ҡатын-ҡыҙҙарға айырым булышлыҡ итер. Аҙна йомғаҡтары мотлаҡ һөйөндөрөр. Бигерәк тә йәмәғәт эшмәкәрлегенән ҡәнәғәт булырһығыҙ. Абруйығыҙ ҙа артыр. Кесе йомала ҡулығыҙға аҡса инер.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Үҙегеҙгә бер аҙ ял бирһәгеҙ ҙә ярайҙыр. Йыл буйы эшләйем тип, күп саптығыҙ. Алған тәжрибәгеҙҙең киләсәктә кәрәге тейер. Киләһе йылда тағы ла ҙурыраҡ уңыштар көтә. Тик маҡсаттарығыҙҙы ғына дөрөҫ билдәләргә тырышығыҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Көсөргәнешле осор. Башлаған эштәрегеҙҙе тамамлар өсөн күп түгергә тура килер, моғайын. Шаршамбыла аҡса менән бәйле мәсьәләләрҙә бик иғтибарлы булығыҙ – һеҙгә матди юғалтыуҙар янай. Кесе йомала алыҫтан һәйбәт хәбәр килер.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Аҙна иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғаларға бай булыр. Быйыл һеҙгә бөтә эшегеҙҙе алдан ентекле уйлап башҡарыу һиҙелерлек ярҙам итте. Киләһе йылда шул уҡ ысул менән эш итергә тырышығыҙ. Тырышлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ эштәрегеҙҙә һәр саҡ булышлыҡ итеп торор.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Башҡаларҙың фекерҙәренә ҡарата иғтибарлыраҡ булығыҙ. Тәжрибәле кешеләрҙең кәңәштәренә һәр саҡ ҡолаҡ һалырға тырышығыҙ. Шаршамбыла килеп сыҡҡан мәсьәләләргә етдирәк ҡарағыҙ. Уларҙы бик етеҙ хәл итергә кәрәк.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Был арала түҙемле кешеләр мотлаҡ уңыр. Күҙәтегеҙ, фекер төйнәгеҙ һәм уңайлы мәлдәр һеҙҙе урап үтмәҫ. Шаршамбы төрлө ыңғай ваҡиғаларға бай булырға оҡшай. Күңелле осрашыу, яҡшы хәбәрҙәрҙе көтөгөҙ. Йомалағы хәлдәргә әҙер булыуығыҙ мөһим.

Саян (24.10 – 22.11)
Шишәмбелә һис тә уйламаған сығымдар булыуы һеҙҙе артыҡ борсомаҫ кеүек. Был көндәге аралашыу һеҙҙең өсөн бик файҙалы булыр. Кесе йомала ниндәйҙер ҙур эште тулыһынса тамамларһығыҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Йыл йомғаҡтары ҡәнәғәтлек килтерер. 2019 йылға маҡсаттар билдәләргә мөмкин. Ыңғай үҙгәрештәр, һиҙелерлек уңыштар ҙа күп буласаҡ. Әлбиттә, көсөргәнешле эш итергә тура килер, ләкин ял итеү өсөн дә мөмкинлектәр килеп сығыр. Яҡындарығыҙ тарафынан һәр саҡ ярҙамға өмөт итә алаһығыҙ.



Автор: Өмөтбай
Фото: Редакция архивынан





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Хеҙмәт стажын нисек раҫлатырға?

16.01.2019 - Махсус биттәр Хеҙмәт стажын нисек раҫлатырға?


Йондоҙнамә (14-20 ғинуар)

14.01.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 ғинуар)


Телеңде йоторлоҡ! (4.01.2019)

09.01.2019 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ! (4.01.2019)


Йондоҙнамә (7-13 ғинуар)

08.01.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (7-13 ғинуар)


Ниндәй түшәм һайларға?

08.01.2019 - Махсус биттәр Ниндәй түшәм һайларға?


"Йондоҙло табын" - Флера ШӘРИПОВА

03.01.2019 - Махсус биттәр "Йондоҙло табын" - Флера ШӘРИПОВА


Ҡабан йылы Көнсығыш календары буйынса тыуғандарға нимәләр вәғәҙә итә?

Тәү ҡараштан ҡабынған һөйөү дауам итә ғүмер буйына...

2019 йылдың символы   һары Ер Ҡабаны буласаҡ

Йондоҙнамә (31 декабрь-6 ғинуар)

31.12.2018 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (31 декабрь-6 ғинуар)


Байрам табынына

30.12.2018 - Махсус биттәр Байрам табынына


Тайҙың билдәмәһе ҡайҙа?

30.12.2018 - Махсус биттәр Тайҙың билдәмәһе ҡайҙа?