RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә (3-9 декабрь)

03.12.2018 Йондоҙнамә (3-9 декабрь)


Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙна барышында ялҡаулыҡ менән йыш көрәшергә тура килер һымаҡ. Шишәмбе бик өмөтлө булырға оҡшай. Ул уңайлы мөмкинлектәр алып килер, йоҡлап ҡалмағыҙ. Йомала яңылыш кәрәкмәгән дәғүәгә инеүегеҙ ихтимал.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Күберәк башҡаларҙы тыңларға, фекер төйнәргә тырышығыҙ. Һеҙҙең тирәләге ваҡиғалар­ҙың асылын яҡшыраҡ аңлай башларһығыҙ. Шаршамбыла үҙ фекерегеҙҙе һәм ҡарашығыҙҙы ҡаты яҡлағыҙ. Кесе йомала, киреһенсә, йомшағыраҡ эш итергә ҡушыла. Шәмбелә ниндәйҙер отош, уңайлы мәл көтөгөҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Осор ҡәҙимгенән уңайлыраҡ булыр. Был арала элек бөтөнләй хәл итә алмаҫлыҡ күренгән мәсьәләне сисеү юлдарын аңларһығыҙ. Элегерәк төҙөгән маҡсаттарығыҙға айырым үҙгәрештәр ҙә индерерһегеҙ. Иң һәйбәт көндәрегеҙ – йома һәм шәмбе.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Аҙна һис тә тыныс башланмаҫ. Ваҡиғаларҙың йыш ҡына һеҙ уйлағанса бармауы ла ихтимал. Шишәмбенән үк ҡаршылыҡтар ҡапыл күбәйеп китер. Уларҙы хәл иткән һайын яңы ҡыйынлыҡтар сығып торор. Ғөмүмән, был көндәр һеҙҙән түҙемлек, байтаҡ көс талап итер.

Буға (21.04 – 21.05)
Тамамланмаған эштәрегеҙ һәм һөйләшеүҙәр йыш эсегеҙҙе бошорор. Элекке танышығыҙ пәйҙә булыр. Үткән ваҡиғаларҙы барлап сығыр­ға кәрәктер, моғайын. Ҡайһы бер кешеләрҙән, иҫкенән ҡотолмайынса алға китеү мөмкин түгел.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Һеҙҙе һәйбәт осор көтә. Шишәмбелә ниндәй­ҙер күптән борсоған мәсьәләне еңел генә хәл итерһегеҙ. Ниндәйҙер ҡатмарлы эште киләсәккә ҡалдырырға тура килер. Аҡса яғынан да ыңғай үҙгәрештәр булыр. Йомалағы ваҡиғалар кәйефегеҙҙе тағы ла күтәрер.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Аҙна төрлө хәлгә, шулай уҡ ыңғайҙарына бай булыр. Ваҡытығыҙ наҡыҫ булғанға күрә шаршамбыла хата ебәреүегеҙ ихтимал. Хәйер, уны ваҡытында күреп, төҙәтә алырһығыҙ. Йома үтә мәшәҡәтле, ләкин уңышлы үтер.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Ҡәҙимге осор. Әллә ни ҙур һәм иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар булмаҫ һымаҡ. Шишәмбелә ниндәйҙер мәшәҡәттән анһат ҡына ҡотолорһоғоҙ. Был арала яҡындарығыҙ менән тулыһынса аңлашыу өсөн мөмкинлек табырһығыҙ. Элекке үпкәләшеүҙәр онотолор.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Һирәк осрай торған мәл кисерерһегеҙ. Аҙна башынан уҡ бөтә эштәрегеҙ майланған һымаҡ барыр. Хатта күптән туҡтаған эштәрегеҙ ыңғай яҡҡа ҡуҙғалыр. Кесе йомала ниндәйҙер етди мәсьәләне артыҡ көс түкмәй хәл итерһегеҙ. Был арала кешеләрҙән урынлы кәңәштәр ҙә ишетерһегеҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Осор барышында йондоҙҙар бөтә эшегеҙҙә лә булышлыҡ итеп торор. Насар хәбәрҙәр көтөлмәй. Шаршамбыла яңылыш юлдан китеүегеҙ бар, ләкин хатағыҙҙы ваҡытында төҙәтерһегеҙ. Кәрәк саҡта тейешле ярҙам килер.

Саян (24.10 – 22.11)
Яҡын тирәләгеләргә ҡарата иғтибарлыраҡ булығыҙ. Янығыҙҙа ышанысһыҙ кешеләр күбәйеп китте кеүек. Һуңғы ваҡытта серҙәрегеҙ күптәргә билдәле була башланы. Ҡайһы бер «дуҫтарығыҙҙан» ҡотолорға ла ваҡыттыр. Йомала өмөтлө һөйләшеү көтөлә.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Элек ҡул теймәгән ҡайһы бер эштәрегеҙгә ныҡлап тотонорға мөмкинлек булыр. Кемдер һеҙҙең ярҙамға мохтажлыҡ белдерер. Быға ыңғай ҡарағыҙ, изге эшегеҙҙән киләсәктә сауап алырһығыҙ. Ошо арала алыҫтан яҡшы хәбәр килер.



Автор: Өмөтбай
Фото: Редакция архивынан




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



«Көслө лә һин, бай ҙа, яғымлы ла...»

14.12.2018 - Махсус биттәр «Көслө лә һин, бай ҙа, яғымлы ла...»


"Йондоҙло табын" - Луиза ЗАКИРЙӘНОВА

Һаҡсыл булғың килһә...

11.12.2018 - Махсус биттәр Һаҡсыл булғың килһә...


Йондоҙнамә (10-16 декабрь)

09.12.2018 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (10-16 декабрь)


Телеңде йоторлоҡ! Кәбеҫтә тоҙлау

06.12.2018 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ! Кәбеҫтә тоҙлау


Барыһы ла һыуытҡысҡа түгел

04.12.2018 - Махсус биттәр Барыһы ла һыуытҡысҡа түгел


Әсе ҡамырҙан итле самса

03.12.2018 - Махсус биттәр Әсе ҡамырҙан итле самса


Гөлдәрегеҙ гөрләп сәскә атһын

02.12.2018 - Махсус биттәр Гөлдәрегеҙ гөрләп сәскә атһын


"Йондоҙло табын" - Эльвира МУЛЛАҒОЛОВА

Хужабикәләргә кәңәш

30.11.2018 - Махсус биттәр Хужабикәләргә кәңәш


Ҡасан тоҙ һалырға?

28.11.2018 - Махсус биттәр Ҡасан тоҙ һалырға?


Йондоҙнамә (26 ноябрь - 2 декабрь)

26.11.2018 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (26 ноябрь - 2 декабрь)