RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » "Йондоҙло табын" - Эльвира МУЛЛАҒОЛОВА

01.12.2018 "Йондоҙло табын" - Эльвира МУЛЛАҒОЛОВА

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, эстрада йырсыһы Эльвира МУЛЛАҒОЛОВА “Йәшлек” гәзитен уҡыусыларға үҙе яратып әҙерләгән ризыҡтарҙы бешерергә өйрәтә.

Былау
Берәр килограмм ит (үҙегеҙ теләгәнен алығыҙ, мин яртышар кило һыйыр һәм һарыҡ итен алам), дөгө ярмаһы, һуған, кишер, тәменә ҡарап тоҙ, былау өсөн тәмләткес, 100 г зира, 200 мл үҫемлек майы кәрәк.
Ҡаҙанды ҡыҙыу утта эҫетеп алып, ситенән уратып май ҡойор­ға. Артыҡ ваҡ булмаған киҫәктәргә туралған итте ҡыҙҙырып алырға ла, ҡапҡасын ябып, 30 минут быҡтырырға. Уға һалма кеүек туралған кишер, ярым түңәрәк һуған һалып, 20 минут ҡыҙҙырырға (йәшелсәләрҙе артыҡ ваҡ итергә ярамай, юғиһә иҙелеп бөтәсәк). Дөгө ярмаһын йыуып, ике сәғәт тирәһе һыуҙа бүрттереп алырға кәрәк. Ит өҫтөнә дөгөнө һалғас, ҡалаҡ менән өҫтөн тигеҙләргә лә, таҙартылған һарымһаҡ бүлкәттәрен бөтөн килеш батырып сығырға. Тоҙ, зира, тәмләткестәр һипкәс, дөгөнө 1 см ҡапларлыҡ итеп ҡайнар һыу ҡойорға. Талғын ғына утта былау 40 минут тирәһе бешә. Уны табынға би­рер алдынан ғына бутайһың.
Табынға помидор салаты йәки томат һуты менән бирергә була.

Витаминлы салат
300 г аҡ күсәнле кәбеҫтәне туҡмаслап турарға ла, ҡырғыс аша үткәрелгән 200 г алма, 100 г кишер өҫтәргә. Ярым түңәрәкләп туралған һуған, өс ҡалаҡ үҫемлек майы, бер ҡалаҡ алма һеркәһе, тәменә ҡарап тоҙ, шәкәр һалып, яҡшылап бутарға.
Салаттың һуты сыҡһын өсөн алдан эшләп ҡуйырға кәрәк.


Гуляш

Бер килограмм тана итен шаҡмаҡлап турағас, 150 г үҫемлек майында 5 – 7 минут тирәһе ҡыҙҙырып алырға. Уға өс баш һуған, 3 бүлкәт һарымһаҡ турап һалып, тағы ла биш минут тирәһе ҡыҙҙырырға. 3-әр ҡалаҡ кетчуп, ҡаймаҡ һәм ондо бутап, иткә өҫтәргә. 12 бөртөк борос, 2 – 3 лавр япрағы, самалап тоҙ, ҡара борос һалырға. Биш минут ҡыҙҙыр­ғандан һуң, 2 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 40 минут тирәһе быҡтырырға кәрәк.
Табынға бәрәңге йәки үҙегеҙгә оҡшаған ярма менән бирергә мөмкин.

Гөлнур ЮЛДАШЕВА яҙып алды.



Автор: Г.ЮЛДАШЕВА
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



«Көслө лә һин, бай ҙа, яғымлы ла...»

14.12.2018 - Махсус биттәр «Көслө лә һин, бай ҙа, яғымлы ла...»


"Йондоҙло табын" - Луиза ЗАКИРЙӘНОВА

Һаҡсыл булғың килһә...

11.12.2018 - Махсус биттәр Һаҡсыл булғың килһә...


Йондоҙнамә (10-16 декабрь)

09.12.2018 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (10-16 декабрь)


Телеңде йоторлоҡ! Кәбеҫтә тоҙлау

06.12.2018 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ! Кәбеҫтә тоҙлау


Барыһы ла һыуытҡысҡа түгел

04.12.2018 - Махсус биттәр Барыһы ла һыуытҡысҡа түгел


Йондоҙнамә (3-9 декабрь)

03.12.2018 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (3-9 декабрь)


Әсе ҡамырҙан итле самса

03.12.2018 - Махсус биттәр Әсе ҡамырҙан итле самса


Гөлдәрегеҙ гөрләп сәскә атһын

02.12.2018 - Махсус биттәр Гөлдәрегеҙ гөрләп сәскә атһын


Хужабикәләргә кәңәш

30.11.2018 - Махсус биттәр Хужабикәләргә кәңәш


Ҡасан тоҙ һалырға?

28.11.2018 - Махсус биттәр Ҡасан тоҙ һалырға?


Йондоҙнамә (26 ноябрь - 2 декабрь)

26.11.2018 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (26 ноябрь - 2 декабрь)