RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә (26 ноябрь - 2 декабрь)

26.11.2018 Йондоҙнамә (26 ноябрь - 2 декабрь)


Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Төп эшегеҙҙә әллә ни ырата алмаҫһығыҙ кеүек. Ваҡ-төйәк эштәр күп ваҡытығыҙҙы алыр. Ниндәйҙер өҫтәмә бурыс йөкмәтеүҙәре мөмкин. Күптән өмөт иткән аҡсаның килмәүе лә ихтимал. Аҙна аҙағында элек боҙолған араларҙы яңынан ялғарһығыҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Мәл тәнегеҙҙе һауыҡтырыу өсөн уңайлы. Элекке сирҙәрегеҙ ваҡытлыса онотолор. Сығымдарығыҙҙы кәметеү тураһында етди уйланырға ваҡыт етте. Икенсе эшкә күсеү тураһында әлегә уйламағыҙ, булғаны менән ҡәнәғәтлек кисерегеҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Аҙна барышында ялҡауланмай, ең һыҙғанып эшләргә тура килер. Дүшәмбелә үк ике етди мәсьәлә ҡалҡып сығыр. Береһен ҡыйынлыҡ менән хәл итерһегеҙ, икенсеһен киләсәккә ҡалдырырға мәжбүр булырһығыҙ. Кем менәндер араларығыҙ өҙөлөр һымаҡ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Төп эшегеҙҙә ҡатмарлы ваҡыт кисерерһегеҙ. Яуаплы йөкләмәләр биреүҙәре ихтимал. Шаршамбыла килгән хәбәргә ышанмағыҙ. Ғөмүмән, кеше һүҙенә ҡолаҡ һалмағыҙ, үҙ аҡылығыҙ менән йәшәргә тырышығыҙ.

Буға (21.04 – 21.05)
Бөтә үҙгәреште әлегә кисектереп тороғоҙ. Шишәмбелә һәйбәт яңылыҡ ишетерһегеҙ. Аҙнаның икенсе яртыһы аралашыу өсөн уңайлы түгел. Кәрәкле кешеләрҙе табыу күпкә ауыр­лашыр.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Әлегә яңы эштәрҙе башламаҫҡа кәңәш ителә. Был арала киләсәккә ҡорған маҡсаттарығыҙҙың төрлө сәбәп арҡаһында боҙолоуы ихтимал. Шаршамбыла аралашыуҙа ла ҡыйынлыҡтар һиҙелер. Шулай ҙа бик тиҙҙән уларҙың ваҡытлыса ғына икәнен асыҡ күрерһегеҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аҙна барышында төп иғтибарығыҙҙы матди мәсьәләләргә йүнәлтергә тура килер. Был өлкәләге дөйөм хәл һеҙҙең файҙаға булыр. Өйрәнелгән көн һәм эш тәртибен боҙмағыҙ. Шаршамбынан һуң бер-бер артлы ике ыңғай хәбәр ишетерһегеҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Үҙ көсөгөҙгә ышанысығыҙ мотлаҡ артыр. Элек тотонорға баҙнат итмәгән ҙур һәм мөһим эштәр­ҙе башлап ебәрергә лә хәлегеҙҙән килер. Шишәмбелә элек боҙолған ниндәйҙер араны ялғай алырһығыҙ. Йомала арыу ғына уңышҡа өлгә­шерһегеҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Матди хәлегеҙ күҙгә күренеп ыңғай яҡҡа үҙгәрергә тора һымаҡ. Бер аҙ аҡса ла йыя алыр­һығыҙ. Эштәгеләр менән мөнәсәбәтегеҙ һәйбәтләнер. Кесе йомала ниндәйҙер сетерекле мәсьәләне үҙ файҙағыҙға еңел генә хәл итерһегеҙ.


Үлсәү (24.09 – 23.10)

Ваҡиғалар һәүетемсә барыр. Һеҙҙең өсөн иң өмөтлөләре шишәмбелә һәм йомала көтөлә. Шаршамбыла әллә ни күпкә өмөт бағламағыҙ. Элек тамамланмаған эштәрегеҙ менән булышыр­ға тура килер, бәлки. Ғөмүмән, был аҙнала әллә ни алға китә алмаҫһығыҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Еңел көндәргә өмөт итмәгеҙ. Ниндәйҙер күптәнге ваҡиғалар һаман да күңелегеҙ төбөндә һаҡлана, буғай. Хәйер, уларҙы оноторға ваҡыт етмәгәндер әле. Кесе йомала һис тә уйламаған хәл килеп сығыуы бөтә маҡсатығыҙҙы боҙор һымаҡ.


Уҡсы (23.11 – 21.12)

Һуңғы ваҡытта борсоп торған мәсьәләләргә асыҡлыҡ индерерһегеҙ, моғайын. Был арала күңелегеҙ ҙә тынысланыр, кешеләр менән аралашыу ҙа өмөтлө һәм еңел булыр. Килемегеҙ күбәйер, сығымдарығыҙ ҙа ҡәҙимгенән артыр. Үҙегеҙгә һәм өй-йорт эштәренә аҡсағыҙҙы йәлләмәгеҙ.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



«Көслө лә һин, бай ҙа, яғымлы ла...»

14.12.2018 - Махсус биттәр «Көслө лә һин, бай ҙа, яғымлы ла...»


"Йондоҙло табын" - Луиза ЗАКИРЙӘНОВА

Һаҡсыл булғың килһә...

11.12.2018 - Махсус биттәр Һаҡсыл булғың килһә...


Йондоҙнамә (10-16 декабрь)

09.12.2018 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (10-16 декабрь)


Телеңде йоторлоҡ! Кәбеҫтә тоҙлау

06.12.2018 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ! Кәбеҫтә тоҙлау


Барыһы ла һыуытҡысҡа түгел

04.12.2018 - Махсус биттәр Барыһы ла һыуытҡысҡа түгел


Йондоҙнамә (3-9 декабрь)

03.12.2018 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (3-9 декабрь)


Әсе ҡамырҙан итле самса

03.12.2018 - Махсус биттәр Әсе ҡамырҙан итле самса


Гөлдәрегеҙ гөрләп сәскә атһын

02.12.2018 - Махсус биттәр Гөлдәрегеҙ гөрләп сәскә атһын


"Йондоҙло табын" - Эльвира МУЛЛАҒОЛОВА

Хужабикәләргә кәңәш

30.11.2018 - Махсус биттәр Хужабикәләргә кәңәш


Ҡасан тоҙ һалырға?

28.11.2018 - Махсус биттәр Ҡасан тоҙ һалырға?