НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Эш һөҙөмтәһе – тәртиптә

Эш һөҙөмтәһе – тәртиптә


Эш һөҙөмтәһе – тәртиптә
Ҡайҙалыр кемделер туҡмап киткәндәр, берәүҙең телефонын урлағандар, ире ҡатынын йәберләгән... Шунда уҡ енәйәт урынына участковыйҙар юллана. Салауат эске эштәр бүлегенең участка уполномоченныйы, полиция майоры Наил Хәлитов һәр хәлде үҙе кисергәндәй була. Енәйәттәрҙе тикшергән ваҡытта уға төрлө кеше менән танышырға, аралашырға тура килә, уларҙың яҙмышын хәл итеүҙә ҡатнаша.
Ейәнсура егете Наил Ринат улына Башҡорт дәүләт университетының физкультура бүлегендә уҡығанда полицейский булырға тигән уй килә. Үҙ районында эш булмағанлыҡтан, Салауат ҡалаһына йүнәлтмә ала. Бында ул бәлиғ булмағандар эше буйынса инспектор вазифаһында эш башлай. 2013 йылдан алып 1-се административ участоктың полиция участкаһы уполномоченныйы итеп күсерелә һәм әле лә шунда ал-ял белмәй хеҙмәт итә. Хәҙерге ҡатмарлы заманда ҡыйынлыҡтар, мәшәҡәттәр тыуып ҡына тора. Бергәләп, бер маҡсатта эшләгәндә генә енәйәтселекте еңеп, уның тамырын ҡоротоп, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы ауыҙлыҡлап буласағын Наил Хәлитов яҡшы аңлай.
Участка уполномоченныйына кем генә мөрәжәғәт итһә лә, бер ваҡытта ла законды боҙмаған тәртипле гражданмы йәки енәйәтсеме – тәртип һаҡсыһы уның менән иҫәпләшергә, яҡшы мөғәмәлә булырға тейеш. Наил Ринат улы һәр кемгә хәленән килгәнсә ярҙам күрһәтә. Өлгөлө хеҙмәте өсөн ул бик күп диплом, грамота һәм хеҙмәттәге ҡаҙаныштары өсөн III дәрәжә миҙал менән наградланған.
– Һөнәрем бик тә оҡшай. Бер туған ҡустым Рөстәм Әбйәлил районы полицияһында хеҙмәт итә. Көн оҙоно бүлмәлә генә ултырмайбыҙ, шылтыратыуҙар һәм йүнәлтмәләр буйынса енәйәт ҡылынған урынға юлланабыҙ. Ай һайын төрмәнән сыҡҡандарҙың, шартлы хөкөм ителгәндәрҙең, йыш янъял ҡуптарыусылар­ҙың, наркологик иҫәптә булғандарҙың, психик ауырыу­ҙарҙың, имен булмаған ғаиләләрҙең йәшәү урындары буйынса йөрөп сығабыҙ. Эш аҙағында ҡоралды һаҡлау камераһына ҡалдырып, башҡарылған эштәргә отчет бирәбеҙ. Элегерәк урамда урлашыу кеүек енәйәттәр булһа, хәҙер интернет аша мутлашыуҙар күп, – ти Наил Хәлитов.
Полицейскийға эшенең уңышлы барыуы өсөн иң мөһиме – уны аңлаған һәм һағынып көтөп торған ғаиләһенең булыуы. Һөйөклө ҡатыны һәм ике балаһы – уның ныҡлы тылы. Наил Ринат улы, яуаплы һәм ғәҙел тәртип һаҡсыларының береһе булараҡ, ял һәм байрам көндәре менән иҫәпләшмәйенсә, тәүлек әйләнәһенә халыҡҡа хеҙмәт итә.

Гөлнора ЙӘМИЛЕВА.
Автор фотоһы.

Сығыу ваҡыты 10-11-2018, 06:00 | Ҡаранылар: 58
|
  • Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған
  • Матурлыҡ тыуҙырып, нур өләшеп йәшәй ул
  • Ҡатынына ҡаршы ялыу яҙыу барып сыҡмаған
  • Үҫәргән батырына – ҡамсат бүрек
  • Рәсәйҙә Урындағы үҙидара көнө билдәләнде


  • Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Аҡ күлдәк (Хикәйә)
  • Логотибы яман, шыр хаталы булһа ла «Башҡортостан гүзәле-2018» матурлыҡ конкурсы тамамланды
  • Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты
  • Мең дә бер кисәнән кәм түгел (Булған хәл)
  • Ҡолаҡ һал! Дарыу урынына – һуттар
  • Әлиә БАТРАЕВА, 19 йәш,
  • «Киндер - сюрприз» һораған Рамаҙанға — конструктор
  • Кәүсәриә
  • Ял итергә барһағыҙ
  • «Ғүмер буйы иремә рәнйеп йәшәйем»



  • Радио Юлдаш FM