RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Йәшлек» менән йәшәреп йәшәй

10.11.2018 «Йәшлек» менән йәшәреп йәшәй

«Йәшлек» менән йәшәреп йәшәй
Беҙ килгәндә 98 йәшлек Йомабикә инәй Кирәева, ҡулына фонарь тотоп, «Йәшлек» гәзитен уҡып ултыра ине.
– Оло йәштә булһағыҙ ҙа, йәштәр гәзитен яратаһығыҙмы ни шулай? – тип, аптырап һорайбыҙ.
– Яратам. Сөнки унда бөтә нәмә тураһында ла яҙыла. Оҡшаған ерҙәрен ҡырҡып алып, төш юрау китабы араһына һалып ҡуям. Балаларға ла уҡытам, – тип яуапланы инәй. – Тик бына Илүзә ҡыҙым ошо ярты йыллыҡҡа яҙылмаған да ҡуйған гәзиткә. Шуға бөтәһен дә уҡый алманым.
– Йәй буйы баҡсала йә ауылда булдыҡ бит, инәй, – тип һүҙгә ҡушылды ҡыҙы. – Беҙ беренсе ҡатта йәшәйбеҙ, почта йәшниктәре емерелеп бөткән тигәндәй. Өйҙә булмағас, торамы ни ул гәзит. Киосктан һатып алып индерәм. Киләһе ярты йыллыҡҡа яҙылырбыҙ инде. Ҡыш өйҙә булабыҙ бит.
... Йомабикә инәй 1920 йылда Әлшәй районының Тәүәтәй ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ауылдағы бөтә ауыр эш уның кеүек ҡыҙҙар иңенә төшә. Йомабикә лә Аксенға тракторсылар курсына уҡырға китә. Унда ремонт эштәре башланғас, Дәүләкәнгә килеп, уҡып бөтөп ҡуя.
– Атай лупа кеүек күҙлек кейеп йөрөнө, уны һуғышҡа алманылар. Ғәзимйән ағайым китте лә һыуға батҡандай юҡ булды. Бер генә хаты килде. Өсмөйөшлө ине. «Ҡайтыуҙарын белмәйем», – тип яҙғаны ғына хәтеремдә ҡалған. Күңеле һиҙгәндер инде. Унан кесе Ахунйән ҡустым кантурҙа бухгалтер булып эшләне, күрше ауылдан барып хаттар ҙа ташыны. Ун йәшлек Нәфисә һеңлем дә ҡулынан килгәнсә колхоз эшенә йөрөнө, – тип хәтерләй инәй.
Йомабикәнән ике йәшкә өлкән апаһы Сабира ла «Яңы тормош» колхозының бөтә эшендә йөрөй. Һигеҙ йәнгә нисек тә көн итергә кәрәк бит. Эштән һуң йөндән балаҫтар һуға, уларҙы һатып, кейем, һабын, тоҙ, шырпы кеүек кәрәк-яраҡтар алалар.
– Зелпе тамырын йыйып тапшыр­ҙыҡ. Уны көрәк менән ҡаҙып алыуы ауыр, бик тәрәндә. Нәжми ҡартҡа тапшырабыҙ ҙа унан кәрәк нәмәләрҙе алабыҙ. Колхоз эшенән бушап, яланға ла йыш сыға алмайбыҙ.
Башта бригадир булып эшләгән ҡыҙҙың Туратын һуғышҡа алып киткәс, бик ҡайғыра Йомабикә. Шуға «тимер ат»ҡа ултырыуына ҡыуанып та ҡуя.
– Ауылдан Хәкимә апай менән бергә уҡып ҡайттыҡ, тракторҙа икәүләшеп эшләнек. Көндөҙ ҙә, төндә лә һөрәбеҙ. Вәсиә исемле ҡыҙ миндә плугарь булып йөрөнө. Тракторҙың алдындағы ике фарын, арттағы икеһен дә яндырып ҡуябыҙ. Алты тырмаға йыйылған сүпте төшөрөп, юл ситенә алып барып ташларға тейеш плугарь. Бер ваҡыт артыма әйләнеп ҡараһам, теге бала йоҡлаған да киткән. Тракторҙы туҡтаттым да: «Һин мине төрмәгә ултыртырға итәһеңме? Төшөп ҡалып, үлһәң, кем ғәйепле? Мин бит», – тип асыуланып, үҙем янына кабинаға ултыртып алдым. Йәш бала бит, йәлләйем дә бахырҙы. Уның өсөн дә үҙем эшләйем, тракторҙы бара биргәс туҡтатып, сүбенән таҙартып алам, юл ситенә һалып китәм. Теге ҡыҙ яурыныма башын һалып һаман йоҡлай. Күрҙек инде, күрмәгәнебеҙ ҡалманы...
Инәй ауыр көрһөнөп ҡуя ла тағы һүҙен дауам итә:
– Гел генә педалгә баҫып йөрөргә кәрәк. Сабата менән аяҡ ауырта, ботинка һатып алырға тура килде. Уныһы килеп тороп ҡиммәт. Әлеге Сабира апайым һуҡҡан балаҫтар ҡотҡарҙы. Йә Талбазы, йә Илсеғол, йә Әүрез баҙарында һатып, аҡсаһына аҡметкал (тауар) алып ҡайта. Простыня һымаҡ ҡалын ситса инде. Шунан итәк тә, күлдәк тә, яулыҡ та тегеп кейәбеҙ. Өҫкә апайым һуҡҡан сәкмән менән аяҡҡа тула ойоҡтарын кейеп кинәндек. Тула ойоҡ оҙон була бит ул, тубыҡҡа хәтле етеп тора. Шуның менән сабата кейәбеҙ. Тиҙ туҙмаһын тип, сабата ла ҡиммәт бит, уны ла баҙарҙан алабыҙ, табанына ағастан күтәрмә эшләп ҡуябыҙ ҙа тимер сыбыҡ менән тарттырабыҙ. Шулай итһәң, сабата йәйелеп тә китмәй, оҙағыраҡҡа ла етә. Баҙарға иртәрәк барып алып өлгөрмәһәң, сабата ла бөтә лә ҡуя. Кешегә кейергә башҡа аяҡ кейеме булманы бит инде.
– Инәй, һуғыш ваҡытында һеҙ ғаиләгеҙҙә күмәк булғанһығыҙ, тамаҡ туйҙырыу яғы ла ауырға тура килгәндер...
– Эшләгән кешегә көнөнә 200 – 300 грамм он бирәләр ине. Күрше Мечниково тигән урыҫ ауылында картуф келәте була торғайны, шунан туңғандарын, серегәндәрен халыҡ барып йыя. Алып ҡайтҡас, йыуып, киптереп, килелә төйөп, әлеге әҙ генә ондо ҡушып, йоҡа бешереп ашайбыҙ. Урыҫтар беҙҙең килгәнде яратмай, сыбыртҡы менән һуғалар, туҡмап ҡайтаралар. Мин бер генә барҙым да башҡаса йөрөмәнем.
– Үҙегеҙ картуф сәсмәй инегеҙме ни?
– Сәсәбеҙ ҙә, ул күпмегә генә етә инде. Уны төндә урлайҙар әле. Төбөндәге картуфтарын алалар ҙа һабағын ергә кире ҡаҙап китәләр. Алайым тип ҡараһаң, бер нәмә лә юҡ. Булғаны ла бик ваҡ, бармаҡ башындай ғына. Әрсеп тороу ҡайҙа, шул килеш бешерәбеҙ. Эрерәктәрен әрсеһәк, ҡабығын сәсергә алып ҡалабыҙ. Эсен генә ашайбыҙ. Орлоҡ картуфының бер биҙрәһе 60 һум тора ине.
Яланда йыймаған, ашамаған үлән тамыры ҡалманы. Ҡуян тубығын йыуып, табала майҙа ҡыҙҙырып алабыҙ. Ярай, һыйырыбыҙ бар ине, һарыҡтар ҙа булды. Хөкүмәткә майын да, йөнөн дә, йомортҡаһын да тапшырҙыҡ. Шунан ҡалғаны ғына үҙебеҙгә эләгә. Заемға ла яҙҙыралар. Әтлеген дә ашаныҡ. Һаҙлыҡ урындан, һыу буйынан екән тамырын йыйҙыҡ. Ул булмай әле, беҙ генәме ни, бөтә ауыл йөрөй бит. Асыҡҡан саҡтар күп булды инде.
– Аслыҡтан үлеүселәр ҙә булдымы?
– Булды. Беҙгә яҡын ғына йәшәгән Әсмә апайҙың башта Миңзифа исемле ҡыҙы үлде, аҙаҡ – үҙе. Ерләргә кәфенлек тә юҡ. Балаҫҡа төрөп күмгәндәр. Бик ярлы йәшәйҙәр ине.
– Колхоз милкенә ҡул һуҙыусылар ҙа осраған ул йылдарҙа. Һеҙҙә шундай хәлдәр булманымы?
– Аллаға шөкөр, беҙҙә ундай хәлдәр булманы. Күрше Һарыш ауылынан кеҫәһенә генә һалып алған бойҙай өсөн бер ҡатынды төрмәгә ебәргәндәрен ишеттек. Балаларына тип алғандыр инде, бахыр. Астан үлмәҫ өсән кәсепселек менән шөғөлләнеүселәр ҙә булды. Беҙгә туған тейешле Ғәбдрәкип ағай Ғәлимов Кәркәле яҡтарына барып көйәнтә, һелкеүес, көрәк, уҡлау, туҡмас таҡтаһы кеүек халыҡҡа кәрәкле әйберҙәр алып ҡайта, тоҙ менән шырпыһы ла була ине. Кешеләр унан үҙҙәренә кәрәген ала торғайны. Әхмәтзия ағай Минейәров та гөлйемеш йыйҙы, ҡараған ағасының емешен дә киптереп уға тапшыр­ҙыҡ, быларҙы хөкүмәткә биргәндер. Хаҡына тоҙ, һабын, шырпы тарата ине.
Ҡараған ағасының көлө һәйбәт була торғайны. Үҙенең ботаҡтары сатлы-сатлы, мейескә тыҡҡанда балсығын емереп бөтә ине. Көлөнә эҫе һыу һалып тондороп алабыҙ ҙа шунда кер йыуабыҙ. Һыу йоп-йомшаҡ, кер ап-аҡ була. Хәҙерге порошоктар менән сағыштырырлыҡ та түгел.
– Колхоз, ябай кешеләр фронтҡа нисек ярҙам итте?
– Колхоздың тауыҡ фермаһы бар ине. Йомортҡаларын фронтҡа ебәреп торҙолар. Һәйбәт аттарҙың барыһын да алып китеп бөттөләр. Заемды, халыҡтан йыйған һөт, йоморт­ҡа, ит, йөндө әйттем инде. Кистәрен эштән һуң йөндән ойоҡ, бейәләй, шарф бәйләнек. Һуғышта ирҙәр генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа булған, санитаркаларҙың ҡулдары өшөмәһен, тамаҡтары ауыртмаһын тип, бирсәткә, шарфтар ебәрҙек. Үҫтергән иген фронтҡа китеп торҙо. Үҙебеҙ башаҡ йыйып, ҡурмас-ыумас ашап, аслы-туҡлы йәшәнек. Кол­хоздың умарталығы ла бар ине. Унда Сафа бабай эшләне, 25 умарта була торғайны. Балды фронтҡа ебәргәндәрен иҫләмәйем, бәлки, уны ла оҙатҡандарҙыр. Әммә гел боҙолоп ултырған тракторҙарға запчастар һатып алып ҡайтырға балды тотоналар ине.
– Һуғышҡа ебәрерлек булмаған ир-атты хеҙмәт армияһына ла алғандар. Һеҙҙең ауылдан да киттеләрме?
– Булдылар. Әсәйемдең бер туған ағаһы Әғзәм Ғәлимов трудармияға китте лә шул китеүҙән юҡ булды, ҡайтманы. Ҡайҙа йөрөгәндер, нимә эшләгәндер – бер кем бер ни ҙә белмәне... Һуғышҡа алмаһалар ҙа, оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, ул йылдарҙа бер кем дә тик ятманы инде, балам. Атайым колхоз һарыҡтарын көттө, әсәйем Сафура, апайым Сабира, һеңлем Нәфисә утауға, көлтә бәйләргә, бесән сабырға йөрөнө.
Ауырлыҡтар онотолмай. Шуға барлыҡтың ҡәҙерен белеп йәшәргә кәрәк. Мин үҙем бер әйберҙе лә, ризыҡты ла тәләфләмәйем.
– Инәйем бер иҫке кейемде лә ташламай, баҡсаға барһа, ямап тик ултыра, эшкә кейергә ярай ул, ти. Бына ултырғыс түшәктәрен дә үҙе бәйләне. Ошо йәштә лә беҙгә ауырлыҡтарын һалмай, ярҙам итеп ултыра, – ти ҡыҙы.
Ысынлап та, бер иҙрәп бөткән простыняны әсәһенең нисек ямап ҡуйғанын күрһәткәйне, быны кеше ҡулы башҡарғанына ышанмай ҙа торорлоҡ. Ике яғында ла бер генә йөй ҙә юҡ, теген машинкаһы менән йөрөтөп сыҡҡандармы ни.
– Һуғыш ваҡытында күрше Ҡәнифә апай ҙа, һин яҡшы ямайһың, тип кейемдәрен миңә индереп бирә торғайны. Ямаулы әйбер яңыға ҡарағанда ныҡ була ул. Үҙе яландан баланмы, башҡа еләк-емешме йыйып алып ҡайтып миңә бирә. Ҡыҙым, һинең дә ямай торған әйберҙәрең булһа, килтер, эшләп бирермен, – тине ул, миңә ҡарап.
1943 йылда һуғыштан яраланып ҡайтҡан Ахун Кирәевҡа тормошҡа сыға Йомабикә. Бөйөк Еңеү йылында ҡыҙҙары Әминә тыуа. Шунан Фәнүр, Илүзә, Зәбир исемле балалары бер-бер артлы үҫә. Бабайы менән татыу ғүмер итәләр. Ҙур йорт һалып инәләр. Йәл, Әминәләренең ғүмере генә ҡыҫҡа була. Уҡырға киткән ерендә токтан һуғылып үлә. Фәнүре лә сирләп вафат була. Бабайы 90-ға етеп, был донъянан китә. Йомабикә инәй 24 йыл кесе улы Зәбир һәм килене Гөлшат менән йәшәй. Һуңғы ун йыллап ғүмере – Илүзәлә, кейәүе Әсҡәт Ғәли улы менән Дим биҫтәһендә торһалар ҙа, әйләнгән һайын ауылға ҡайтып йөрөйҙәр. Юл ыңғайы Өфө районындағы баҡсаларына инәләр.
– Ауылға ҡайтһа, инәйем әллә нисә йәшкә йәшәреп киткәндәй була. Мәсеткә бара, йәштәштәре бик ҡалмаһа ла, өлкәндәр менән осраша, һөйләшеп кинәнә, мунса инеп рәхәтләнә, – ти Илүзә Ахун ҡыҙы. – Үҙ донъяһы ҡәҙерле шул һәр кемгә лә. Шуға йортон һатмайбыҙ. Күңелен баҫып килеп, бер аҙ ваҡыт үтеүгә йәнә ауылға ҡайтҡыһы килә башлай. Холҡонан беләм: күңелһеҙләнеп тәҙрәгә ҡарай, бик һөйләшмәй. Шуны һиҙеп: «Инәй, иртәгә ауылға ҡайтабыҙ», – тиһәм, йылмайып ебәрә.
– Ҡыҙым менән кейәүем бик һәйбәт. Яҡшы тәрбиәләйҙәр. Ваҡытында ҡарап ҡына ашаталар. Еләк-емеш, витаминдарҙан өҙмәйҙәр. Бер үҙемә бер бүлмә. Телевизор ҙа ҡуйҙылар. Концерттарҙы ҡарайым. Элекке йырсыларҙы бик күрһәтмәйҙәр хәҙер. Әлеге йәштәр­ҙе белеп бөтмәйем. Вәсилә Фәттәхова оҡшай торғайны.
Йомабикә инәй минең күстәнәстәремде ҡыҙына бирҙе лә:
– Кейәү ҡайтҡас, бергәләп ауыҙ итербеҙ, – тине.
– Кейәүегеҙҙе бик яратаһығыҙ икән, – тим, һоҡланыуымды йәшермәйенсә.
– Яратмайса. Ул бит эсмәй ҙә, тартмай ҙа. Эшкә уңған, үҙе ипле, – тине Йомабикә инәй.
Юҡҡа-барға мыжымай, зарланмай, барына риза булып, шөкөр итеп йәшәгәнгә лә шулай оҙон ғүмер менән бүләкләгәндер уны Хоҙай. Үҙен бер ҙә 98 йәшлек итеп тоймай. Әллә уның сере һаман да «Йәшлек» гәзитен уҡып барыуҙамы икән? Моғайын, шулайҙыр.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.
Автор фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»