НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Йондоҙнамә (5-11 ноябрь)

Йондоҙнамә (5-11 ноябрь)


Йондоҙнамә (5-11 ноябрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Алдан күрә белеү һәләтегеҙ күпкә көсәйер. Башығыҙға өмөтлө фекерҙәр даими килеп торор. Уларҙы кешеләрҙән йәшермәҫкә кәңәш ителә. Элегерәк ҡорған маҡсаттарығыҙға етди үҙгәрештәр индерерһегеҙ һымаҡ. Кесе йомала алыҫтан ыңғай хәбәр килер.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Ҡайһы бер мәсьәләләр ҡалҡып сығыуы ихтимал. Яҡын кешеләргә мөрәжәғәт итеүегеҙ урынлы булыр. Уларҙың кәңәштәренә етди ҡарағыҙ. Шаршамбыла ниндәйҙер ҙур эште уңышлы тамамларһығыҙ. Бының өсөн маҡтау һүҙҙәрен дә ишетерһегеҙ, моғайын.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Аҙна барышында йорт-хужалыҡ эштәренә күберәк иғтибар бирергә тырышығыҙ. Әйткәндәй, һуңғы ваҡытта уларҙан бер аҙ ситләштегеҙ кеүек. Шаршамбынан һуң бөтә эштә лә етди ҡаршылыҡтар килеп сығыуы бар. Әүҙемлек, тырышлыҡ күрһәткән һайын, улар ҙа күбәйгәндәй булыр.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Был арала төрлө мәшәҡәт күбәйер. Шулай ҙа йондоҙҙар эшегеҙҙе ситкәрәк ҡуйып, күберәк һаулығығыҙ тураһында ҡайғыртырға кәңәш итә. Мөмкин тиклем өйрәнелгән көн тәртибен боҙмаҫҡа тырышығыҙ. Аҙнаның икенсе яртыһы күпкә тынысыраҡ үтер. Йомала ҡулығыҙға аҡса инер.

Буға (21.04 – 21.05)
Төп эшегеҙҙә әллә ни ҙур үҙгәрештәр көтөлмәй. Шишәмбелә күңелегеҙгә ятмаған эш менән шөғөлләнеүегеҙ ихтимал. Бәғзеләр ниндәйҙер етди ҡағыҙҙар менән эш итер. Әйткәндәй, уның осо-ҡырыйы әлегә күренмәй ҙә һымаҡ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Күпселек ваҡиғаның барышы яйланғандай күренер. Ҡайһы бер маҡсаттарығыҙҙан ваҡытлыса баш тартырға ла мәжбүр булырһығыҙ. Шулай ҙа йондоҙҙар һеҙгә һәр саҡ ярҙам итеп торор һәм быны асыҡ тойорһоғоҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Ҡәҙимге аҙна. Шишәмбегә артыҡ өмөт итмәгеҙ, алдан төҙөгән пландарығыҙ уйламағанда боҙолор. Шаршамбынан һуң ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр күбәйер. Барыһына ла өлгөрөргә тырышып, хаталаныуығыҙ ихтимал.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Бөтә эшкә хәл-мөмкинлегегеҙ етмәҫ тә һымаҡ. Бар көсөгөҙҙө мөһим йүнәлешкә генә йүнәлтеүегеҙ дөрөҫ булыр. Шаршамбынан һуң ҡаршылыҡтар күбәйер. Йомала һеҙҙе кемдер алдарға тырышыр. Был көндә аҡса менән бәйле мәсьәләләрҙә бигерәк тә һаҡ булығыҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Һәйбәт аҙна. Ғөмүмән, унан ҡәнәғәт ҡалыр­һығыҙ. Бигерәк тә шишәмбе һәм шаршамбы уңышлы көтөлә. Быға күтәренке кәйефегеҙ ҙә булышлыҡ итер. Осор яңы белем алыу өсөн дә уңайлы. Шулай ҙа башҡаларға яҡын киләсәккә маҡсаттарығыҙ тураһында һөйләмәгеҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Йондоҙҙар көс-хәлегеҙҙе самалап ҡына, мөмкинлектәрегеҙҙән сығып эш итергә ҡуша. Был бигерәк тә аҡсалата сығымдарға ҡағыла. Шаршамбылағы һүлпәнлегегеҙ аҙаҡ үҙен ныҡ ҡына белдереүе лә ихтимал. Әлегә һеҙҙең өсөн булғанды һаҡлап ҡалыу мөһим.

Саян (24.10 – 22.11)
Иң ҙур ҡыйынлыҡтар артта ҡалды, буғай. Мәл туҡтатырға мәжбүр булған маҡсаттарығыҙҙы бойомға ашырыу өсөн уңайлы. Төп эшегеҙҙә ыңғай үҙгәрештәр төҫмөрләнә башлар. Фекерҙәрегеҙҙе бер ҙә тартынмай башҡаларға, бигерәк тә етәкселәргә еткерегеҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Осор уҡыу, белем алыу, ижад менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы. Алда һеҙҙе оҙайлы һәм уңышлы мәл көтә. Тап ошо арала матди хәлегеҙҙе яҡшыртыу буйынса яңы юлдарҙы табырһығыҙ һымаҡ. Йомала алған аҡсағыҙ тиҙ генә бөтөр.

Сығыу ваҡыты 4-11-2018, 19:30 | Ҡаранылар: 390
|
  • Йондоҙнамә (23-29 июль)
  • Йондоҙнамә (29 ғинуар – 4 февраль)
  • Йондоҙнамә (18-24 декабрь)
  • Йондоҙнамә (19-25 июнь)
  • Йондоҙнамә (22-28 май)
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Логотибы яман, шыр хаталы булһа ла «Башҡортостан гүзәле-2018» матурлыҡ конкурсы тамамланды
  • Мең дә бер кисәнән кәм түгел (Булған хәл)
  • Ҡолаҡ һал! Дарыу урынына – һуттар
  • «Ғүмер буйы иремә рәнйеп йәшәйем»
  • Әлиә БАТРАЕВА, 19 йәш,
  • «Киндер - сюрприз» һораған Рамаҙанға — конструктор
  • Яңы йыл тамашаһына иң яҡшы сценарийҙы кем яҙыр?
  • Кәүсәриә
  • Ял итергә барһағыҙ
  • Рухлы ла ул, маҡсатлы ла



  • Радио Юлдаш FM