НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Йондоҙнамә (8-14 октябрь)

Йондоҙнамә (8-14 октябрь)


Йондоҙнамә (8-14 октябрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Осор ыңғай, иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғаларға бай булыр. Аралашыуҙар мотлаҡ файҙалы үтер, таныштарығыҙҙан өмөтлө хәбәр ишетерһегеҙ һымаҡ. Был арала бер юлы бер нисә мөһим эште алып бара алырһығыҙ. Үҙ көсөгөҙгә ышанысығыҙ мотлаҡ артыр.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Алыҫтан һәйбәт яңылыҡтар килер кеүек. Һеҙҙе ниндәйҙер өмөтлө осрашыу көтә. Ҡәҙимге һөйләшеү кәйефегеҙҙе күтәрер, ыңғай йоғонто яһар. Был аралағы тырышлығығыҙ мотлаҡ уңыш­ҡа килтерер. Йомала маҡтау һүҙҙәрен ишетеүегеҙ ихтимал.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Эш урынығыҙҙа барыһы ла һәйбәт барыр. Һүҙегеҙ һәр саҡ үтемле булыр, фекерегеҙҙе иғтибар менән тыңларҙар. Кеше араһында абруйығыҙ мотлаҡ артыр. Ҡайһы бер онотолған бәйләнештәрҙе тергеҙергә кәңәш ителә. Уларҙан файҙа күрерһегеҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Мәл тормошоғоҙға үҙгәрештәр индереү өсөн уңайлы. Уларҙың барыһы ла файҙа килтерер. Шишәмбе уйығыҙға килгән фекерҙәргә ҡарата иғтибарлыраҡ булығыҙ. Яҡын арала уларҙың кәрәге тейеүе лә мөмкин. Үҙ иңегеҙгә ҡурҡмай яуаплылыҡ алығыҙ.

Буға (21.04 – 21.05)
Был арала иңегеҙгә өҫтәмә йөкләмәләр алыр­ға тура килер, бәлки. Бындай хәл үҙегеҙгә бигүк оҡшамаһа ла, унан ҡотолоп булмаҫ һымаҡ. Яҡындарығыҙ ҙа төрлө мәшәҡәт өҫтәп торор. Ғөмүмән, һеҙҙе көсөргәнешле аҙна көтә. Шар­шамбынан һуң ғына бер аҙ еңеллек тойорһоғоҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Аҙна барышында һеҙҙән ныҡышмалылыҡ һәм тырышлыҡ талап ителә. Ҡатмарлы мәсьәләләр осрап торор. Йондоҙҙар элек туҡтатылған ниндәйҙер эште дауам итергә ҡуша. Уларҙың файҙалы булыуы ихтимал. Бөтә сәфәрегеҙ уңышлы үтер. Шәхси мөнәсәбәттәр ҡыуандырыр.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Һәйбәт осор. Был арала өмөтлө тәҡдим ишетерһегеҙ. Ризалашһағыҙ, һис тә яңылышмаҫһығыҙ. Яңы кешеләрҙең ярҙамы менән тормошоғоҙға күптән кәрәкле үҙгәрештәр инәсәк. Кемдер һеҙгә ҡарата үҙ ҡарашын белдерер. Быға артыҡ ышанмағыҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Был арала әллә ни алға китә алмаҫһығыҙ, моғайын. Ҡайһы бер элекке эштәрегеҙгә яңынан әйләнеп ҡайтырға тура килер. Шишәмбелә һис тә уйламаған сығымдар килеп сығыр. Бәғзеләр яҡын киләсәккә яңы маҡсаттар ҡороу менән мәшғүл булыр.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Шишәмбеләге хәлдәр һеҙҙән бик етеҙ эш итеүегеҙҙе талап итәсәк. Бәғзеләргә хатта ашығыс рәүештә ярҙам эҙләргә тура килер. Иң ауыр көнөгөҙ кесе йома булыр. Үҙ өҫтөгөҙгә ауыр йөкләмәләр алып, хәлдән тайыуығыҙ ҙа бар.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Алға табан ышаныслы барыуығыҙҙы дауам итерһегеҙ кеүек. Ҡайһы бер маҡсаттарығыҙ тағы ла нығыраҡ асыҡланыр, моғайын. Кем менәндер үпкәләшеүегеҙ ҙә ихтимал. Мөмкин тиклем эште ҙурға ебәрмәгеҙ, кәрәк булһа, хатта ғәйепте үҙегеҙгә алығыҙ. Йомала ҡыуаныслы мәшәҡәттәр көтөгөҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Аҙна барышында аралашыуҙы кәметергә кәңәш ителә. Тап шулай эшләһәгеҙ, икеле һәм кире хәлдәрҙән еңел ҡотола алырһығыҙ. Кешеләргә ҡаты бәрелмәгеҙ, йомшағыраҡ эш итегеҙ. Бер үк ваҡытта башҡаларҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмауығыҙ дөрөҫ булыр.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Һәйбәт осор. Тик ҡайһы ваҡыт артыҡ асыҡ булыуығыҙҙан зыян күреүегеҙ ихтимал. Ҡатмарлы саҡта күңелегеҙ ҡушҡанса ғына эш итегеҙ. Шаршамбыла көтөлмәгән сығымдар булыр. Быға артыҡ борсолмағыҙ, бик тиҙҙән аҡсағыҙ икеләтә артып килер.

Сығыу ваҡыты 8-10-2018, 10:06 | Ҡаранылар: 302
|
  • Йондоҙнамә (1-7 октябрь)
  • Йондоҙнамә (23-29 июль)
  • Йондоҙнамә (4-10 декабрь)
  • Йондоҙнамә (18 – 24 сентябрь)
  • Йондоҙнамә (12-18 июнь)
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Аҡ күлдәк (Хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (21.09.2018)
  • Министром молодежной политики и спорта Республики Башкортостан назначен Руслан Хабибов
  • Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (28.09.2018)
  • Тормош – ҡуласа, әйләндереп бер баҫа
  • Үткәндәрҙе ебәрергә өйрәнегеҙ
  • Совет Башҡортостанына бағышланған значок: "Башкирия"
  • Ылау (Хикәйә)
  • Ралина БУРАНҒОЛОВА



  • Радио Юлдаш FM