НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Йондоҙнамә (24 – 30 сентябрь)

Йондоҙнамә (24 – 30 сентябрь)


Йондоҙнамә (24 – 30 сентябрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙна бер аҙ буталсыҡ булырға оҡшай. Ысынбарлыҡты ялғандан айырыуы ауыр буласаҡ. Ҡайһы саҡ алданырһығыҙ, үҙегеҙ ҙә бер ҙә теләмәйенсә алдарға мәжбүр булырһығыҙ. Һәр хәлдә, үҙ көсөгөҙгә генә ышанығыҙ, кеше хәбәренә шикләнеп ҡарағыҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Был арала ҙур маҡсаттар ҡормаһағыҙ ҙа була. Уларҙың тормошҡа ашыуы бик икеле. Әлегә булғанына шөкөр итегеҙ. Ҡайһы бер дуҫтарығыҙ үҙҙәренең ышанысһыҙлығын күрһәтер. Үҙгәрештәрҙән бер ҙә файҙа күрмәҫһегеҙ һымаҡ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Осор һәйбәт килер. Аралашыуҙа мотлаҡ уңыр­һығыҙ. Бәғзеләр йәшерен мөнәсәбәттәрҙе асыҡлай алыр. Күптәр яҡындағыларҙы яҡшыраҡ аңлай башлар, шәхси мөнәсәбәттәр йылыныр. Был арала насар ғәҙәттәрҙән ҡотолоуы ла ҡәҙимгенән күпкә еңеләйер.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Аҙна бигерәк тә шәхси тормошҡа булышлыҡ итәсәк. Бәғзеләр ҡаршы енес халҡында ҡапыл ҡыҙыҡһыныу уятыр. Оялсаныраҡ кешеләр ҙә танышырға батырсылыҡ итер. Иң мөһиме – ошо арала булдырған мөнәсәбәттәр оҙайлы һәм өмөтлө буласаҡ. Аҡса мәсьәләләре һәйбәт барыр.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Юҡ-бар буш хыялдарға ваҡытығыҙҙы әрәм итмәгеҙ. Йондоҙҙар иғтибарҙы күберәк көндәлек эштәргә, уларҙы тәртипкә килтереүгә йүнәлтергә кәңәш итә. Был арала башҡаларҙың ярҙамына өмөт итмәһәгеҙ ҙә була. Шаршамбынан һуң аҡсаға ҡытлыҡ һиҙелә башлар.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Һәйбәт аҙна. Бөтә эшегеҙ һәүетемсә барыр. Ижади эш менән булышҡандар мотлаҡ уңыр. Шаршамбыла уйламағанда матди килем алыр­һығыҙ кеүек. Йомала ниндәйҙер юғалтыу кисерер­һегеҙ, ләкин һеҙ быға үҙегеҙ риза булырһығыҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Был арала әүҙемлегегеҙҙе кәметергә ҡушыла. Күберәк үҙегеҙгә, һаулығығыҙға иғтибар биреүегеҙ дөрөҫ булыр. Йәмәғәт эштәренән, төрлө мәжлестән ситтә тороғоҙ. Шаршамбыла бик кәрәкле мәғлүмәт килер. Ҡайһы бер шәхси мөнәсәбәттәр етди һынау үтер.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Аҙна барышында ниндәйҙер ҙур эште уңышлы тамамларһығыҙ. Тик бының өсөн бар көсөгөҙҙө йүнәлтергә тура килер. Һеҙҙе бик файҙалы бәйләнеш тә көтә. Кемдер тормошоғоҙҙан бөтөнләй юғалыр. Быға артыҡ ҡайғырмағыҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Төп эшегеҙҙә барыһы ла һәйбәт барған кеүек. Быға алданып ҡуймағыҙ. Юҡ-бар сәбәптән хәлдең ҡырҡа үҙгәреп китеүе ихтимал. Был йәһәттән бигерәк тә шишәмбелә уяуыраҡ булығыҙ. Йомала теләһә ниндәй дәғүәнән дә ситтәрәк тороуығыҙ хәйерле. Ҡайһы бер эштәрегеҙ туҡтар.

Саян (24.10 – 22.11)
Был арала бер нисә өмөтлө тәҡдим ишетерһегеҙ. Уларға ризалыҡ бирмәгеҙ, берүк башығыҙ әйләнеп китмәһен. Шаршамбыла кем менәндер бер ҙә кәрәкмәгән дәғүәгә инерһегеҙ. Тынысыраҡ булырға тырышығыҙ, күп һөйләмәгеҙ, күберәк ситтән күҙәтегеҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Аҙна барышында өйөгөҙҙә бигүк тыныс булмаҫҡа оҡшай. Юҡ-бар арҡаһында уртаҡ тел табыуы ауырлашыр. Төп эшегеҙҙә лә етәкселәр һәм башҡалар араһында үҙ фекерегеҙҙе яҡларға тура килер. Кесе йоманан шәмбегәсә хәл тынысыраҡ булыр. Йомала ниндәйҙер ярҙам алыуығыҙ ҙа бар.

Сығыу ваҡыты 24-09-2018, 12:09 | Ҡаранылар: 392
|
  • Йондоҙнамә (28 май - 3 июнь)
  • Йондоҙнамә (19-25 март)
  • Йондоҙнамә (5-11 март)
  • Йондоҙнамә (22-28 май)
  • Йондоҙнамә (30 май - 5 июнь)
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Аҡ күлдәк (Хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (21.09.2018)
  • Министром молодежной политики и спорта Республики Башкортостан назначен Руслан Хабибов
  • Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (28.09.2018)
  • Тормош – ҡуласа, әйләндереп бер баҫа
  • Үткәндәрҙе ебәрергә өйрәнегеҙ
  • Совет Башҡортостанына бағышланған значок: "Башкирия"
  • Ылау (Хикәйә)
  • Ралина БУРАНҒОЛОВА



  • Радио Юлдаш FM