RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

25.09.2018 Серле икмәк

Серле икмәк
Бер ваҡыт аҡыл эйәһенә бер ҡатын килгән дә:
– Ике йыл элек беҙҙе ирем менән һеҙ ҡауыштырғайнығыҙ. Хәҙер мин уның менән йәшәргә теләмәйем. Беҙгә айырылышырға кәрәк, – тигән.
– Сәбәбе ниҙә һуң, аңлат әле? – тигән уға ҡаршы аҡыл эйәһе.
– Башҡа ҡатындарҙың ирҙәре эштән һуң ваҡытында өйгә ҡайта. Ә минеке тотҡарлана. Шуға өйҙә көн дә тауыш сыға.
Ҡарт, аптырап:
– Сәбәбе шул ғынамы? – тип һораған.
– Эйе, тик минең ғаиләһенә ваҡыт бүлмәгән, көн һайын һуңға ҡалып ҡайта торған ир менән йәшәгем килмәй.
– Айырылышҡың килһә, һеҙҙе айырырмын. Тик бер шартым бар. Өйөңә ҡайт та, ҙур итеп икмәк бешер һәм уны миңә алып кил. Тик һыу, йомортҡа, он, май, тоҙ кеүек ризыҡтарҙы күршеләреңдән һорап ал. Ни өсөн икмәк бешереүеңде барыһына ла тәфсирләп һөйлә, – тигән аҡыл эйәһе.
Ҡатын өйөнә ҡайтҡан да, эшкә тотонған. Иң беренсе күршеһенә һыу һорап ингән. Быға уныһы бик аптыраған. Нимә өсөн һыу кәрәклеген, хәлде бәйнә-бәйнә һөйләп биргән.
– Эх, һин минең иремдең ниндәй икәнлеген белмәйһең әле! – тип зарланырға тотонған күршеһе. Икенсе ҡатын да, өсөнсөһө лә ирҙәренән ҡәнәғәт булмауҙарын бел­дергән.
Икмәк бешерергә кәрәкле булған ризыҡ­тар­ҙы йыйып бөткәс, тәмле итеп икмәк бешергән дә, ҡатын аҡыл эйәһенә алып киткән.
– Бына һинең шартыңды үтәнем, икмәк менән ғаиләңде һыйла. Ләкин минең иремдән айырылғым килмәй, – тип икмәкте һонған.
– Ни булды, ҡыҙым? Ниңә кире уйланың? – тип хәйләкәр генә һораған ҡарт.
– Минең ирем иң яҡшыһы икән! – тип яуап­лаған ҡатын.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Йондоҙнамә (10-16 декабрь)

09.12.2018 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (10-16 декабрь)


Телеңде йоторлоҡ! Кәбеҫтә тоҙлау

06.12.2018 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ! Кәбеҫтә тоҙлау


Барыһы ла һыуытҡысҡа түгел

04.12.2018 - Махсус биттәр Барыһы ла һыуытҡысҡа түгел


Йондоҙнамә (3-9 декабрь)

03.12.2018 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (3-9 декабрь)


Әсе ҡамырҙан итле самса

03.12.2018 - Махсус биттәр Әсе ҡамырҙан итле самса


Гөлдәрегеҙ гөрләп сәскә атһын

02.12.2018 - Махсус биттәр Гөлдәрегеҙ гөрләп сәскә атһын


Хужабикәләргә кәңәш

30.11.2018 - Махсус биттәр Хужабикәләргә кәңәш


Ҡасан тоҙ һалырға?

28.11.2018 - Махсус биттәр Ҡасан тоҙ һалырға?


Йондоҙнамә (26 ноябрь - 2 декабрь)

26.11.2018 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (26 ноябрь - 2 декабрь)


Бәхеттең ҡәҙерен белеп йәшәй

25.11.2018 - Махсус биттәр Бәхеттең ҡәҙерен белеп йәшәй