НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » “Приора”, һау бул!

“Приора”, һау бул!


“Приора”, һау бул!
Кавказда йәшәүсе “ҡыҙыу” егеттәрҙең яратҡан машинаһы – “Приора”ның тарихы тамамланды – ошо көндәрҙә Тольятти автозаводы уны йыйыуҙы туҡтатты.
... 90-сы йылдар аҙағы – 2000 йылдар башы. Минең, мәктәп уҡыу­сыһының, автомобилдәр донъяһына мәж килеп сумған мәлем. Ул мәлдә интернет юҡ, бар белемде унда-бында таныштарҙан, китапханаларҙан йөҙ һыуын түгеп, инәлеп һорап алған “За рулем” журналынан уҡып беләм. Баймаҡ ҡалаһы урамдарында “иномарка”лар бө­төнләй булмағаны хәтерҙә. Кешеләр башлыса “Жигули”, “Москвич”ҡа ултырып йөрөй, алғы приводлы 2108 – 99 моделдәре эйәләре бик “текә” һанала ине.
1998 йылда тәүге “десятка”ны күрҙем. Бығаса уның менән журнал биттәрендә генә таныш инем. Миңә ғүмерҙә күрмәгән сит ил автомобиле кеүек тойолдо. Шаҡмаҡ “Жигули”, арзан, ауыш һыҙатлы “Самара” кеүек түгел – ВАЗ – 2110 кузовында түңәрәк, талғын линиялар күп. Салондың эсе лә оҡшаны – мейес менән идара итеүсе автоматик система, циферблаттары еңел уҡылған уҡлы приборҙар, водителгә боролған “торпедо”...
... Ваҡыт үтте, ҡалабыҙҙа яйлап сит ил машиналары ла күбәйҙе. “Десятка”лар ҙа артты, унан һуң 2111-се универсал, биш ишекле 2112 моделдәрен дә күрергә тура килде. 2007 йылда тәүге “Приора”ның руле артына ултырыу бәхете тейҙе.
Юҡ, был элекке “десятка” түгел! 80-се йылдар уртаһында әҙер булып, үҙ мәленән күпкә һуңлатып, 1996 йылда ғына конвейерға эләккән 2110 моделенең мөмкинлектәре күптән бөткән тип һанала ине. Машина түңәрәк өлөштәре күп булған кузовы арҡаһында “быуаҙ антилопа”, насар юлдарҙа һелкенеп шылтыраған пластмасса өлөшлө салоны өсөн “погремушка” ҡушаматына ла лайыҡ булды.
ВАЗ – 2170 “Приора” ныҡ үҙгәртелгән модель тип һаналды һәм был, ысынлап та, шулай ине. Салоны сит ил машиналарынан һис тә ҡайтыш түгел, хәүефһеҙлек мендәре, кондиционер ҡуйыла.
Тыштағы үҙгәрештәр ҙә байтаҡ. ЗиЛ – 130 йөк машинаһыныҡы кеүек, алғы ҡанаттарҙы ҡаплаған ауыр капот юҡ, яңыһы өҫтән генә ябыла. Тәгәрмәстәрҙең үлсәме артҡан, улар хәҙер 14 дюймлы. Фарҙар, артҡы фонарҙар бер стилдә, үтә күренмәле быяланан яһалған. Артҡы ҡанаттарҙың тәгәрмәстәрҙе ҡаплаған өлөшө юҡ – тап ошо урындар “десятка”ны ауырайта ине. Яңы ишек тотҡалары, кузов деталдәре араһындағы тигеҙ йөйҙәр, икенсе төрлө буяуҙар тураһында ла телгә алырға кәрәк.
“Приора” хәрәкәт мәлендә лә үҙен лайыҡлы тотто. “Десятка”ның хроник сире – “йомшаҡ” кузов һәм рулдең дә шулай булыуы бында бер аҙға булһа ла кәметелгән. Руль көсәйткесе хәүефһеҙлек өсөн бик шәп булды.
Ҡыҫҡаса әйткәндә, АвтоВАЗ өсөн “Приора” бик уңышлы модель тип һаналды. Етешһеҙлектәре лә юҡ түгел, шулай ҙа түбән хаҡы һәм сифаты нисбәтенән сығып ҡарағанда, бик ҡулайлы машина булып тора. Дүрт ишекле седан, биш ишекле универсал һәм хэтчбек кузовлы моделдәр 850 меңдән ашыу данала сығарылды. Шулай ҙа “иномарка”ларҙы күреп өйрәнгән халыҡ яңыраҡты, замансараҡты талап итте. Һөҙөмтәлә һуңғы йылдарҙа “Приора”ларҙы етештереү яйлап кәмене. Биш ишекле моделдәрҙе йыйыу өс йыл элек тамамланды. Июль аҙағында иһә седан да етештерелеүҙән туҡтаны.
Һау бул, легенда!

Сығыу ваҡыты 3-08-2018, 12:39 | Ҡаранылар: 86
|
  • Рәсәй автопромы яңылыҡтары: "Приора" һау бул, һаумы, яңы "Гранта"!
  • Бөгөн "Победа"ға 70 йәш тулды
  • Тыуған көнөң менән, «Копейка»!
  • Аферистарҙан һаҡ булығыҙ
  • Үәт, ҡызыҡ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)
  • Ылау (Хикәйә)



  • Радио Юлдаш FM