RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яңы йылда үҙеңде уңышҡа көйлә!

08.01.2011 Яңы йылда үҙеңде уңышҡа көйлә!

ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Был йыл һеҙҙең өсөн рухи йүнәлеш, донъяға яңы ҡараш барлыҡҡа килтереүҙә уңайлы. Белем алыу менән шөғөлләнеүселәргә лә һәр яҡлап уңыш йылмайыр. Романтиктарға иһә тойғолар­ға бирелмәй, аҡылға таянып эш итеү һәйбәтерәк булыр. Башҡаларға мөнәсәбәтегеҙ тураһында ныҡлап уйларға тура килер. Дөрөҫ эшләйһегеҙме, юҡмы? Юғиһә яҙмыш үс алыр – яҡындарығыҙҙың һеҙгә ҡарата ышанысын юғалтыуы ла бар. Әйткәндәй, туғандарҙың ҡәҙерен бел, тигән әйтем 2011 йылда иҫегеҙгә күп төшәсәк әле.

Буға (21.04 – 21.05)

Тормошҡа аныҡ маҡсат ҡуйыусылар «сәп»кә табан ярайһы ғына аҙымдар яһар. Әммә онотмағыҙ: һеҙҙең көнитмеш был йылда «Уҡырға, уҡырға һәм уҡыр­ға» тигән Ленин девизына буйһонорға тейеш. 2011 йыл – ғаилә, рухи, һөнәри проблемаларҙы хәл итеү йылы. Төрлөһөнә әҙер булыу мөһим – яңы ҡыҙыҡ кешеләр менән танышлыҡтар ҙа булыр, дуҫтарығыҙҙың хыянаты ла, файҙаһыҙ сәфәрҙәр ҙә. Ғаилә бәхете, ныҡлығы өсөн дә байтаҡ ҡына көрәшергә тура килер. Өлкәнерәктәрҙе балалары ҡыуандырыр, шулай ҙа уларҙы контролләп тороғоҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Һеҙҙе ҡотларға мөмкин – еңел булмаған Юлбарыҫ йылынан һуң тыныслыҡ һәм ҡыуаныс осоро етә. Күп өмөттәрегеҙ аҡланыр, мөнәсәбәттәрегеҙ нығыр, хыялдарығыҙ тормошҡа ашыр. Яңғыҙаҡтарға ла бәхет йылмая: үҙ парығыҙҙы табып, һөйөп-һөйөлөп йәшәрһегеҙ, тип вәғәҙәләй юраусылар. Сауҙа, фән, мәғариф өлкәһендә эшләүселәр өсөн дә уңышлы булыр был йыл. Бынан тыш, артистарға, сәйәсмәндәргә лә үҙҙәрен күрһәтеп ҡалырға кәрәк. Тағы бер мөһим нәмә: йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашһағыҙ, был киләсәкке уңыштарҙың нигеҙе буласаҡ. Ауыр һүҙҙәр ишетһәгеҙ ҙә, иғтибар итмәгеҙ, ғауға сығыуға юл ҡуймағыҙ.

ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Ниндәй һәләтегеҙ бар, был йылда тулыһынса ҡулланып ҡалырға тырышығыҙ – мотлаҡ ыңғай һөҙөмтәһе булыр. Күрәҙәселәр, күп ҡыҫалалар йәшәү урынын, хатта һөйгәнен йә икенсе яртыһын алмаштырыр, тип юрай. Ниәтләгәндәр йорт яңыртыр. Был йылда эш, үҫеш һәм ғаилә – һеҙҙең өсөн иң мөһиме. Ошолар тирәләй арыу уҡ «тирегеҙ тамыр» . ҡайһы берәүҙәр криминалистика, оккультизм менән шөғөлләнә башлар. Бер аҙ хәйләкәр булһағыҙ, эш урынында бер баҫҡыс­ҡа «үҫерһегеҙ».

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

2011 йыл һеҙҙең өсөн «аҡ һыҙат» әҙерләп ҡуйған. Йыл башынан уҡ ярайһы ғына «күтәрелеш» то­йор­һоғоҙ. «Миңә диңгеҙ тубыҡтан», – тип тә йөрөй алаһығыҙ. Яҙмыш бүләк итәсәк уңыштарҙы аҡыл менән ҡабул итегеҙ. Сәфәрҙәр, сәйәхәттәр өсөн уңайлы йыл. Яңғыҙаҡтар нәҡ юлда мөхәббәтен осратыр ҙа әле. Йондоҙҙар «күҙаллауынса», Арыҫлан өсөн ҡыҙыҡ осор етә: ҡайһы берәүҙәрегеҙ эш менән шәхси тормошон «айырып ала алмаҫ». Нисек, тиһегеҙме? Бәлки, ғаилә бизнесы асырһығыҙ, ә бәлки... эштә үк һөйгәнегеҙ барлыҡҡа килер.

ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Бик ҡыҙыҡлы йыл. Былай әллә ни булмаған да кеүек булыр, төптәнерәк ҡараһаң, мауыҡтырғыс асыштар, көслө тойғолар, сағыу тәьҫораттар – һеҙҙе барыһы ла көтә. ҡыҙҙар ер кешеләре шул, артыҡ романтикаға бирелмәй. Әммә был йылда бер аҙ шашып алығыҙ әле – отолмаҫһығыҙ. Хеҙмәт урынында «икеләнәһең икән, аҙым яһама» тигән принциптан сығып эш итегеҙ. Өйҙән сыҡмай ғына ла ярай­һы уҡ аҡса эшләп була – интернет, компьютер һеҙгә ярҙам итер.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Был йыл ныҡ яуаплы, хатта һынылышлы булыр, тип фаразлай юраусылар. Элекке проблемаларҙан ҡотолоу, иртәгәге көнгә юлды «яҡтыртыу» мөмкинлеге бар – йоҡлап ҡалмағыҙ! Уңыштарға өлгәшеүегеҙҙә дуҫтарығыҙ ҙур роль уйнаясаҡ. Улар шәхси тормошта ла ярҙам итер. Бер урында тапанмау хәйерле. Уңыш күп осраҡта әүҙемдәрҙе ярата, күп йөрөгөҙ, аралашығыҙ, хеҙмәттәшлек итегеҙ. Йәштәр үҙҙәренә иш эҙләү менән булһын, парлылар иһә ишәйеү яғын ҡараһын. Туғандар бер-береһе менән йышыраҡ аралашһа, йылдың бер ниндәй ҙә хәл ителмәгән мәсьәләһе ҡалмаҫ кеүек. Көр кәйефтә булып, ваҡытында иммунитетығыҙ хаҡында ҡайғыртһағыҙ, йылды сәләмәт үткәрерһегеҙ.

Саян (24.10 – 22.11)

2011 йыл көтөлмәгән ваҡиғалары менән килә. Төшөнкөлөк­кә бирелмәгеҙ – уңышты ҡойроғонан булһа ла тотоп ҡалырлыҡ көсөгөҙ бар әле. Хыялланып, ялҡауланып ятмағыҙ. Яҙмыш һеҙгә яҡты йөҙө менән әйләнһен тиһәгеҙ, үҙ өҫтөгөҙгә күп кенә яуаплылыҡ алырға әҙерләнегеҙ. Эштә (уҡыуҙа) иң мөһиме – бурысты намыҫ менән үтәү, һөнәреңә һөйөү, киләсәкте күрә белеү. Ә шәхси тормошта – сабырлыҡ. Яңғыҙҙар ғаилә ҡороуға ныҡ яуаплы ҡараһын, йәғни быйыл­ға тыйылып торорһоғоҙ, бәлки. Ни өсөн тигәндә, юраусылар әллә ни уңыш вәғәҙәләмәй. Осраҡлы кешеләр менән ныҡ яҡын аралашмағыҙ, юҡһа, Алла һаҡлаһын, ҡайһы берәүҙәр дауаханаға уҡ барып эләгер.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Һеҙ был йылда уғата әүҙемләшеп китерһегеҙ. Һәр өлкәлә лә – эштә, мөхәббәттә, йәмғиәттә. Башҡа бер генә йондоҙлоҡ вәкиле лә Уҡсы кеүек күтәрелештәргә, уңыштарға ирешә алмаясаҡ. Был, әлбиттә, мейес башында ятыу­сыларға ҡағылмай. Кем алға табан атлауҙан ғына түгел, ә йүгереүҙән ҡурҡмай, уңыш иң тәүҙә уларҙың үҙҙәренә йүгереп килер. 2011 йыл – үҙгәрештәр осоро.

Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Һеҙ – хәҡиҡәт яратыусы, тура һүҙле кеше. 2011 йыл был юҫыҡта һеҙгә байтаҡ сюрприз да килтерәсәк. Хатта үҙегеҙҙе разведчик кеүек тойор­һоғоҙ (был тәңгәлдә юраусылар һеҙ­гә ике яҡлы тормош, йәғни йәшерен мөнәсәбәттәр вәғәҙәләй). Ныҡ хеҙмәтсән кеше булараҡ, алһыҙ-ялһыҙ эшләргә теләрһегеҙ. Дөрөҫ уйлайһығыҙ – был йыл карьера баҫҡысынан әүҙем үрләү йылы. Йәш белгестәр, эшҡыуарҙар үҙҙәрен «пиарлау»ға сығымдарын йәлләмәһен.

Һыуғояр (21.01 – 19.02)

ҡуян һыу­ғояр­ҙарға байтаҡ ҡына сюрприз әҙерләгән. Бер аҙ ауырлыҡтар менән һы­н­­а­маҡсы. Әммә кә­йефегеҙҙе төшөрөргә уйламағыҙ – сағыу тормош менән йәшәйәсәкһегеҙ. Эштә, уҡыуҙа сабырлыҡ, тәртип, үҙ маҡсатыңа ынтылыуҙы туҡтатмау талап ителә. Был юҫыҡта тик үҙегеҙгә генә ышанығыҙ. Шәхси тормошта ҙур ғына үҙгәрештәр көтөлә. Имиджығыҙҙы ла үҙгәртһәгеҙ, кешеләр һеҙҙең янға балға йыйылған себен кеүек йыйыласаҡ. Айырым кәңәшкә лә ҡолаҡ һалығыҙ: документтар менән эшләгәндә һаҡ ҡыланығыҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Интеллектуаль яҡтан йыл бик уңышлы булмаҡсы. Дуҫ-иштәрегеҙ, таныш-тоноштарығыҙ артыр, ошоға бәйле мәшәҡәттәрегеҙ ҙә күбәйер. Ни өсөн, тиһегеҙме? Һуң, янығыҙҙа кеше ни тиклем күберәк, шул тиклем кисерештәр, һорауҙар, яуаптар, хатта хыянаттар ҙа. Ә һеҙгә бары дөрөҫ аҙым яһарға, иғтибарҙы дөрөҫ йүнәлтергә генә кәрәк. Ғаиләлеләргә еңелерәккә тура килә – икенсе яртығыҙ һеҙҙе һәр саҡ яҡлаясаҡ. Бына яңғыҙаҡтар бер аҙ юғалып ҡалыр, тик оҙаҡҡа түгел.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»