RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » «Көндәшемдең фатихаһы менән йәшәйем»

Махсус биттәр «Көндәшемдең фатихаһы менән йәшәйем»

«Көндәшемдең фатихаһы менән йәшәйем»
Яңы һатып алған фатирымдың нимәһе оҡшай: үҙәктә булһа ла ишек алды тыныс. Йәшел ағаслыҡ янындағы 12 подъезлы оло йорттоң уйын майҙансығы ла, ял итеү эскәмйәләре лә, урындары ла аулаҡта урынлашҡан. Оло юл шау-шыуы, машиналар тауышы, тегеләй-былай сапҡан кешеләр йорттоң теге яғында ҡала. Эштән иртәрәк бушаныуыма һәм һирәк күренгән ҡояштың йылы нурҙарына һөйөнә-һөйөнә, уҡый башлаған китабымды алып, саф һауаға ашыҡтым. Яратҡан урыным бар: балалар майҙансығы янындағы ҡайын төбөндәге бәүелсәк. Башҡа көндәрҙә бында бала-саға сыр-сыу килә, китап уҡып булмай. Ә бөгөн, эштән ҡайтып килгәндә үк күҙ һалдым, бер кем дә юҡ. Ғәҙәттә, халыҡ киске сәғәт 7-нән һуң тышҡа сыға.
Ҡояш нурҙарына арҡамды ҡыҙҙырып, байтаҡ ултырып ташлағанмын, ниһайәт, Миләүшә Ҡаһарманованың “Күңелем йылы теләй” китабын уҡып бөттөм. Хикәйәләрҙәге геройҙарҙың кисерештәренә бирелеп тә байтаҡ ултырыр инем инде, янымдағы ултырғысҡа биш йәштәр­ҙәге бала эйәрткән ҡатын килеп ултырҙы.
– Мама, ә где Арсен с Дианой?
– Гөлгөнә, беҙ бит кисә генә һөйләштек, өйҙә тик башҡортса һөйләшәбеҙ.
– Беҙ бит урамда!
– Бында бит тик өйҙәге генә кешеләр...
– Нет, вот тетя нас не понимает! – бала бармағы менән миңә төртөп күрһәтте. Миңә һүҙгә ҡушылыуҙан башҡа сара ҡалманы:
– Аңлайым, Гөлгөнә. Һөйләшә лә беләм, уҡый ҙа беләм, – ҡулымдағы китапты күрһәттем. Китапҡа үрелгән ерҙән уны, өҙөлөп көткән ике дуҫы булды, буғай, үҙе йәшендәге ҡыҙ менән малай әүрәтте. Улар бер-береһен ҡыуышып уйнай башланы.
– Хәҙер балалар менән аптыраҡ, китап та уҡыйым, “Тамыр” каналын да ҡарайбыҙ, өйҙә лә һөйләшәбеҙ. Әммә ниңәлер русса ғына һөйләшеп тик йөрөй. Балалар баҡсаһының башҡорт төркөмөнә бирһәк, тәрбиәсе, балаларығыҙҙы башҡортса һөйләштерә алмайым, тип зарлана. – Һөйләшеүҙе Гөлгөнәнең әсәһе менән дауам иттек. Тәүҙә тел, сәйәсәт тикшерелде, артабан һүҙ әҙәбиәткә, сәнғәткә күсте. Ярты сәғәттән беҙ үҙебеҙҙе күптәнге таныштар кеүек тоя инек инде. Уҡып торор­ға тип, ҡулымдағы китапты алып, ҡыҙын етәкләп ҡайтып китте Нурзилә. Тағы ла ултырыр инек әле, ире оло улын бассейндан алып ҡайтты. “О-й-й-й, минекеләр ҡайтты! Үҙемде тотоп ашамаҫ борон өҫтәл әҙерләй һалайым. Бында осраша алмаһаҡ, китабыңды 302-се фатирҙан килеп ал, йәме! Миндә лә китаптар күп ул, оҡшағандарын алып уҡырһың!” – тип ярты юлға тиклем хәбәрен һөйләй-һөйләй барҙы. Уның ыңғайына Гөлгөнә лә артына әйләнеп, бер нисә тапҡыр ҡул болғаны. Подъезд янында ғаилә осрашып, ҡосаҡлаша-шаярыша инеп китте.
Нурзилә менән киләһе осрашыу дауаханала булды. Көндәрҙең эҫе тороуынан ҡан баҫымы күтәрелеп йонсота башлағас, ныҡлап тикшерелергә булғайным. Анализдар бирергә сиратҡа торһам, яныма күршем килеп баҫты. Уның йомроланып күренә башлаған эсен күреп, шатлығын бүлешә башланым:
– Эй, афарин, Нурзилә! Хәҙер, заман ауыр, тигән һылтау менән ғаиләләр 1 – 2 генә бала таба, һеҙ өсөнсөһөн табыр­ға ниәтләгәнһегеҙ!
Ул йылмайып ҡына ҡуйҙы ла, бер ни ҙә өндәшмәне. Бары тик бер нисә көндән ишек алдында осрашҡас, мине үҙҙәренә сәй эсергә саҡырып, серен һөйләне.
– Беҙҙең балалар икәү түгел, өсәү ул. Беҙҙең тип әйтәм инде, тик уларҙың барыһы ла иремдеке. Тәүҙә батырсылыҡ итмәй йөрөнөм-йөрөнөм дә, бына 41 йәш тулғанда үҙем дә табып ҡалырға булдым.
Илгиз менән беҙ бер ауылда тыуып үҫтек. 9-сы класты тамамлаған йылда ул мине беренсе тапҡыр оҙата килгәйне, шунан дуҫлыҡ башланды ла инде. Мин мәктәпте бөткәс, авиация-техник университетына документтар тапшырҙым. Тик конкурстан үтә алманым. Ҡайҙа ла булһа уҡырға кәрәк бит, Сибай педагогия училищеһына индем. Һөйгәнем әрме хеҙмәтен үтеп ҡайтты. Мин диплом алған йылда кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны. Тик үҙ һүҙле холҡом ҡамасауланы: юғары белем алырға тейешмен. Мотлаҡ техник йүнәлеш буйынса. Өфөләге уҡыу йорттарына танышлыҡһыҙ йәки аҡсаһыҙ инеп булмай, тигән хәбәрҙәргә тамам ышанғайным, әсәйем яғынан туғандар күпләп йәшәгән Һамар ҡалаһына сығып киттем. Илгиз мине күпме генә өгөтләмәһен, үҙ хыялдарымдан баш тартманым. Биш йыл дауамында һөйгәнем менән йәйге ялдарҙа һәм оҙайлы байрам көндәрендә осрашып йөрөнөк. Өс тапҡыр үҙе лә яныма отпуск алып килеп китте. Барыһы ла һәйбәт кенә бара ине. Мин хыялымда күптән аҡ күлдәк кейеп, матур туй табындары ҡороп, мөхәббәтле тормош башлап ебәргәйнем. Әммә диплом алып, баш ҡалабыҙҙың иң алдынғы ойошмаларының береһенә эшкә урынлашып, ауылға ҡайтыуыма тетрәткес яңылыҡ көтә ине. Ике ай элек кенә минең яныма ҡоштай осоп килеп киткән, бер нисә көн элек кенә телефондан ҡауышыу көндәребеҙҙе минең менән һанаған Илгиз кисә күрше райондан кәләш алған. Аңлашырға, шылтыратып һөйләшергә ғорурлығым ҡушманы. Дуҫ-туғандарымдың һорашыуына ғәмһеҙ ҡыланырға түҙемлегем етмәй башлағас, ялымдың тамамланғанын көтмәнем, Өфөгә юлландым.
Һөйгәнем өйләнгәс, минең өсөн тормош туҡтап ҡалғандай булды. Ышанаһыңмы, хәҙер ул саҡта нисек йәшәгәнемде хәтерләмәйем. Бер генә лә күңелемде күтәргән йәки шатландырған хәл-ваҡиға булмаған. “Эш – өй, өй – эш” маршруты буйынса йөрөнөм. Дуҫ-туғандар менән аралашманым, концерт-театрҙарға, байрамдарға барманым. Хатта ике йыл рәттән Яңы йыл, 8 Март байрамын, тыуған көндәрҙе бер үҙем генә үткәрҙем. Әсәйем, һалҡын аҡыл менән йәшәгән кеше, өҙөлөп яратыу кеүек хистәрҙе аңламай. Шуғалыр ҙа бер ваҡытта ла хәлемде, күңел кисерештәремде һорашманы. Киреһенсә, ауылға ҡайтҡанда илап ултырһам, әрләп ала торғайны. Шулай итеп, юғалтыу хәсрәттәре менән япа-яңғыҙ ҡалып, биш йылдан ашыу йәшәп ташлағанмын. 2008 йылдың йәйе ине, әсәйем шылтыратты: “Әҙилә апайың быйыл ҡайта алмай. Бәрәңге утар ваҡыт етте, берәй нисек ял алып, аҙна-ун көнгә ҡайтмаһаң булмаҫ!”
Әсәй әйткән икән, тимәк, үтәргә кәрәк, ауылға юлландым. Һанаулы көн эш менән “һә” тигәнсе үтеп тә китте. Кәрәкмәй, тиеүемә ҡарамаҫтан, оло сумканы ауыл күстәнәстәре менән лыҡа тултырып, әсәй мине оҙатырға сыҡты. Автобус туҡталышы янында байтаҡ кеше йыйылғайны, класташым Рәмилдең әсәһе менән күрешеп, хәл һораша башланыҡ. Шул саҡ бер ят машина килеп туҡтаны, Нәжиә апай етеҙ генә барып, башҡаларҙан алда инеп тә китте. Тағы ла бер ҡыҙ, оло йәштәге бабай ултыр­ғас, мин ынтылып торманым. Машина ҡуҙғалып китеп, бер аҙ барҙы ла, туҡтап, артҡа сигенә башланы. Минең менән тиңләшкәс, шоферҙың Илгиз икәнен танып ҡалдым. Күптән күрмәгән, өҙөлөп һағын­ған, осрашыуҙар көткән яратҡан кешемде осратыу мине тетрәндерҙе. Нисек инеп ултырғанымды ла, ҡуҙғалып киткәнде лә томан аша хәтерләйем. Район үҙәгендә башҡа юлдаштар төшөп ҡалғас, Өфөгә тиклем юлды икәү дауам иттек. Өс сәғәт буйы мин уға илай-илай барлыҡ хистәремде – яратыу, нәфрәт, һағыныу, аптырауҙарымды һөйләп бөттөм. Ә ул, элеккесә, мине һүҙһеҙ генә тыңлап килде-килде лә, Шишмә ҡасабаһын үткәс, бер боролоштан трассанан ситкә сығып, машинаһын туҡтатты.
– Нимә тип әйтһәң дә, ризамын. Ғәйепле икәнемде былай ҙа беләм. Ҡасан да булһа ғәфү итерһең, тип ышанам. Минең дә тормошомда тик бер генә мөхәббәт булды, ул – һин. Тик аңла, ир-егеттәрҙең физиологик төҙөлөшө һеҙҙекенән ныҡ айырыла. Ярты йылға ике тапҡыр осрашыу миңә етмәй ине. Шуға күрә бергә эшләгән Лилиә менән осраша башланыҡ. Үҙең бит, уҡыйым да уҡыйым, тинең. Йә, шунан, Һамар институтын бөттө, тип һине директор итеп ҡуйҙылармы әллә эш хаҡың ике тапҡырға юғарымы?! – ҡыҙған Илгиз ма­шина ишеген шартлатып ябып, тышҡа сыҡты ла, тәмәкеһен ҡабыҙҙы. Тыныс­ланып инеп ултырғас, һөйләшеүҙе дауам иттек.
– Ярай, кәрәк булған, осрашҡанһығыҙ. Ә ниңә мин инде уҡыуымды тамамлаған ерҙә өйләндең һуң?
– Ул ауырға ҡалғайны. Ғәфү ит, ике йыл эсендә яҡын дуҫыма әүерелгән ҡатынды бала менән ташлай алманым. Асыуланған сағыңда һинең яндырай холоҡло икәнеңде беләм бит, аңлашырға барыу файҙаһыҙ булыр ине. Икенсенән, әгәр күрешһәм, мин Лилиәгә өйләнә алмаҫ инем. Бына бит, осраштыҡ, аңлаштыҡ. Берәй ваҡыт ғәфү итергә лә көсөң етер.
– Белмәйем...
Мине Илгиз өйгә тиклем алып килеп ҡуйҙы. Сумканы өйгә индерергә ярҙам итмәксе ине лә, баш тарттым. Рәхмәт әйтеп, инеп китеүемде ул һүҙһеҙ генә ҡарап ҡалды. Аҙна тирәһе ваҡыт үткәс, эштән ҡайтыуыма ул мине ишек алдында көтөп тора ине.
– Нурзилә, артабан нимә эшләргә белмәйем. Һине күргәндән бирле йөрәгемдә ут. Шул тиклем һағынғанмын, зинһар, ҡыума...
Күңел төпкөлөнә йәшереп, томаларға, һүндерергә теләгән хис-тойғолар тышҡа урғылды. Шул тиклем яратылыуға, яратыу­ға һыуһап, бер-беребеҙҙе һағынғайныҡ. Тәүҙә аҙнаһына бер, аҙаҡ көн аша осраша башланыҡ. Йә эшкә китешләй яныма инеп сыға, йә ҡайтышлай. Бик булмаһа, төшкө аш мәлендә эшемә инеп сыға. Йәшәү өсөн ниндәйҙер мәғәнә барлыҡҡа килде. Тормоштоң матурлығын, донъяның барлығын ҡабат аңлай башланым. Һөйгәнем бер нисә тапҡыр, аңлашырға тип, һөйләшеү башлап ҡараны, әммә мөнәсәбәттәр­ҙе асыҡлағым килмәне. “Әлеге мәлдең ҡәҙерен беләйек. Иртәгә нимә булырын беребеҙ ҙә белмәй”. Үҙем эстән генә пландар ҡороп бөткәйнем инде. Ауырға ҡалғансы йөрөйөм дә, аҙаҡ араларҙы өҙөп, Салауат ҡалаһында йәшәгән инәйем янына күсеп китәм. Яратҡан кешеңдән бала табыу – ҡатын-ҡыҙ өсөн ысын бәхет бит ул!
Тик тағы ла алты йыллап ваҡыт үтте, ауыр­ға ҡалып булманы. Ә бына Илгиздең ҡатыны ул арала бер ул, бер ҡыҙ бала табып өлгөрҙө. Баш ҡаланың барлыҡ медицина үҙәген йөрөп сыҡтым, әммә файҙа булманы. “Һеҙ һау-сәләмәт”, – тигән һүҙ бала табырға ярҙам итмәне. Бер көн кеҫә телефоныма ят номер шылтырат­ҡанға алһам, бер ҡатын-ҡыҙ тауышы: “Нурзиләме был?”– тип һораны. Ыңғай яуап алғас: “Мин – Лилиә”, – тип әйтеүе булды, телефонды һүндерҙем. Әйтерһең дә, телефон аша мине күреп тора, миңә шул тиклем ҡыйын, уңайһыҙ, хатта бер ни тиклем ҡурҡыныс булып китте. Алты йыл буйы уның үҙе һәм кисерештәре хаҡында уйламаҫҡа тырыштым. Хатта көн аша килеп йөрөгән иренең ситкә йөрөгәнен һиҙәме ул, юҡмы икәнен дә белешмәнем. Ир менән ҡатын үҙ араларын үҙҙәре яйлаһын, үҙҙәре аңлашһын, тигән фекерҙе һеңдерҙем башыма. Телефонымды төндә йоҡлай алмай ятҡанда ғына тоҡандырҙым. Тәүҙә Лилиәнең алты тапҡыр шылтыратыуы, аҙаҡ: “Илгиздең һине яратыуын беләм. Беҙгә һөйләшеп алырға кәрәк”, – тигән СМС-хәбәре килде. Бер нисә көн яуап бирмәгәс, “Мин ауырыйым. Бөтөн өмөтөм һиндә”, – тип яҙҙы. Тәүҙә ышанманым, шулай ҙа һөйләшеп ҡарарға булдым. Минең арҡала ғаилә боҙолоуын, балалар­ҙың етем ҡалыуын теләмәй инем, ғәфү үтенергә, артабан Илгиз менән мөнәсәбәттәрҙе өҙөргә һүҙ бирермен, тип уйланым.

Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.
(Дауамы бар).

Лилиә мине дауаханаға саҡырҙы. Ҡурҡыу һәм ғәйебемде тойоу тойғолары менән ояла-ояла осрашыуға киттем. Нисек һүҙ башларға, әрләш-ҡарғаштарына нисек яуап бирергә белмәй инем. Ә һөйләшеү тыныс үтте, киреһенсә, ул ошо йылдар буйы үҙен ғәйепле тойоп йәшәгән икән. Сәскәле халаттының төймәләре менән уйнай-уйнай, Лилиә лә бер аҙ һүҙ башлай алмай ултырҙы.
– Ун йыл йәшәйбеҙ бергә, әммә Илгиз бер тапҡыр ҙа миңә, яратам тип әйткәне юҡ. Кейәүгә сыҡҡансы уҡ һине онота алмаҫын белә инем. Юҡ, осраша башлағансы уҡ. Яратҡан кешем бар, тип үҙе үк әйтте. Тик минең һеҙҙе айырырға, уға кейәүгә сығырға тигән ниәтем булманы. Яҡынлыҡ булғанда гел һаҡлана инем, ауырға ҡалғас, үҙем дә аптыраным. Аллаһы Тәғәлә баланың тыуыуын теләһә, һаҡланып ҡына ҡалып булмай икән. Ауырлы икәнемде белгәс тә: “Өйләнәм”, – тине. Диплом алыу менән һиңә өйләнергә тигән ниәтен ата-әсәһе белгәс, әҙер торғандар, ике көн эсендә оло табын ҡоролдо, никах уҡыттыҡ. Тик кәләш кенә икенсе булды. Һин мине ҡарғаныңмы?
– Ул көндәрҙе бөтөнләй хәтерләмәйем. Бәлки, ҡарғағанмындыр. Әммә мин күптән инде ғәфү иттем. Киреһенсә, һинең алда үҙем ғәйеплемен.
– Ә мин һеҙҙең осраша башлағанығыҙҙы шул көндө үк һиҙҙем. Ауылдан элекке Илгиз ҡайтып инде. Тормоштоң ағышына барған кеше түгел, ә яратҡан, хыялланған, көләс һәм бәхетле ине ул. Телефонын элекке кеүек ҡайҙа етте шунда ташламай, эштән дә ваҡытында ҡайтмай, йә иртән иртүк сығып китә. Мин уны үҙемә бала менән бәйләргә булдым. Йөрөүенә күндем, сөнки яратмауын белә инем. Әммә ташлап китеүен теләмәнем. Бер-бер артлы тағы ике бала таба һалдым. Беләм, ул яуаплы һәм бала йәнле кеше, нисек кенә ауыр булһа ла, уларҙан үҙенең бәхетен өҫтөн күрмәйәсәк.
– Мин аңланым һине, Лилиә. Башҡаса һеҙҙең ғаиләне бутамам...
– Бутарлығы ҡалмаған инде. Бәләкәсемде тапҡаны бирле башым ауырыуҙан сыҡмай. Табиптар диагноз ҡуя алмай, ә хәлем көндән-көн мөшкөлләнә бара. Әгәр ҙә минең менән берәй хәл була ҡалһа, Илгизгә кейәүгә сығаһыңмы?
– Иреңде ҡыҙғанып, әллә нимәләр уйлап ятҡаныңса, балаларың хаҡына йәшәргә тырыш! Кәрәкмәй миңә һинең ирең, үҙеңә булһын!– дауахананан ярһып сығып киттем. Кискә Лилиә тағы шылтратты:
– Бигерәк яндырай холоҡло икәнһең. Әгәр мин һауығырлыҡ булһам, һинең менән һөйләшеп тә тормаҫ инем. Алты йыл түҙгәнде тағы бер нисә йыл түҙер инем. Нүрзилә, аңлап торам, мөхәббәт ҡосаҡлашып ярытышҡанда ғына татлы була. Өс балалы ир менән яҙмышыңды бәйләү ауыр булыр. Шулай ҙа, әгәр үлеп китһәм, Илгизде лә, балаларҙы ла ят кеше бәхетле итә алмаҫ. Ҙурын, Сәлимде, әсәйем ҡарай алыр ул. Ә бәләкәстәрен һинең ҡулдарыңа ҡалдырғым килә. Тәртипле, һау-сәләмәт балалар, тиҙ арала ҡауышһағыҙ, өйрәнерҙәр ҙә китерҙәр. Баш тартһаң да аңлайым, шулай ҙа мин һеҙгә фатихамды бирәм. Балаларҙы ғына етем итмә, йәме...
Мин, эйе лә, юҡ та, тимәнем, тағы телефонды ташланым. Илгиз килһә лә ишегемде асманым, осрашырға ризалашманым. Өс айҙан уның тол ҡалыуын ишеттем. Ҡатынында яман шеш булған, тик ауырыуын бик һуң асыҡлағандар. Бер аҙҙан уға хәлен белешергә тип үҙем шылтыраттым (ни тиһәң дә яратҡан кешем бит, ҡайғы килгәндә яңғыҙ ҡалдырғым килмәне):
– Ҡайғыңды уртаҡлашам. Балаларың хаҡына көслө бул, хәҙер һин – уларҙың берҙән-бер терәге, ҡараусыһы.
– Лилиә, һинең менән осрашҡан икән, һөйләшергә тырыштым, тик ул мине аңламаны, ти.
– Хәле улай уҡ ауырҙыр, тип уйламаным. Икенсенән, минең менән араны өҙһәң, тынысланыр, арыуланыр, тигәйнем...
– Бер-бер артлы бала табыу организмын ҡаҡшатҡан, тинеләр. Етмәһә, Гөлгөнәне тапҡандан һуң өҙлөктө. Артабан нимә эшләйбеҙ?
– Белмәйем.
– Мин һинең өҫтөңә көсләп йөк һала алмайым. Барыһы ла һинән тора. Яратыуымды беләһең, донъя көтөрлөк ирмен. Фатир ҙа, донъя көтөр өсөн эшем дә бар. Уйла, йәме. Балалар бәләкәй, яңғыҙ оҙаҡ йәшәп булмаҫ. Йә берәйһен димләһәләр өйләнәм, йә бала ҡарашһындар өсөн атай-әсәй янына ауылға ҡайтып китәм.
Бер көн бешеренеп, күстәнәстәр, бәләкәй балаға уйынсыҡ алдым да, Илгиздең ғаиләһе менән танышырға киттем. Әсәһеҙ өй ҡотһоҙ була икән ул, етмәһә, йыйыштырылмаған. Ишекте асыу менән Илгиз ҡулыма Гөлгөнәне тотторҙо. Сабый яуырыныма башын һалып һығып ҡосаҡланы ла, башҡаса ебәрмәне. Дүрт йәшлек Илдар ҙа артыҡ ятһырап торманы. Бары тик иҫ белгән, барыһын да аңлаған Сәлим генә миңә ҡаш аҫтынан һөҙөп ҡарап торҙо ла, ишеген шарт ябып, бүлмәһенә инеп бикләнде.
Бала күтәргән килеш яйлап өйҙө йыйыштырып сығарҙым, йоҡлап киткәсе иҙәндәрҙе һөртөп алдым, кер йыуыу автоматын эшкә ҡуштым. Аҙаҡ Илгиз менән магазинға сығып аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡтар алдыҡ, бер нисә көнгә етерлек аш-һыу әҙерләнем. Үҙ өйөмә такси менән төндә генә ҡайтып киттем. Артабан ялдарым шулай үтә башланы. Сәлим дә бер аҙ өйрәнә төштө, математиканан өйгә эштәрен эшләргә ярҙам һорай, өй эштәрен башҡарырға ярҙам итә. Мине оҙата килгән саҡта Илгиз бергә йәшәү тураһында һүҙ ҡуҙғалта башланы. Мин генә һаман икеләнеүҙәр менән аптыранам.
– Былай булмай, Нүрзилә. Һин беҙгә хеҙмәтсе түгел, һәр ялыңда килеп өй йыйыштырырға, ашарға бешерергә. Йә бөтөнләй күсеп кил, йә балаларҙы үҙеңә эҫендереп, мине ышандырып килеп йөрөмә. Икенсе берәүгә кейәүгә сығып, үҙ балаларыңды ҡара. Мин башҡаса һине борсомайым,– бер көн килеп ул мәсьәләне ҡабырғаһы менән ҡуйҙы. Әсәйем, апайым һәм ағайҙарым менән кәңәшләшкәндән һуң, ике йыл элек, беҙ бергә йәшәй башланыҡ.
Лилиә дөрөҫ әйткән икән, яратҡан кешең менән осрашып йөрөгәндә генә күңелле икән. Бергә йәшәй башлағайныҡ, донъяның аҫты өҫкә әйләнгәндәй булды. Етмәһә, нисәмә йыл үҙ яйымды ғына яйлап йәшәгән минең өҫкә бер юлы дүрт кешенең мәшәҡәте килеп ауҙы. Яратҡан Илгизем үтә лә тәртип яратҡан, талапсан кеше булып сыҡты. Эшем алыҫ булыу сәбәпле, Гөлгөнәне балалар баҡсаһынан алып өлгөрмәй инем, уны мең бәлә менән, таныш-тоноштар ярҙамында эшем янындағы баҡсаға урынлаштырҙым. Илдар мәктәпкә барғас, уҡымай аптыратты. Йә дәрескә әҙерләнмәй бара, йә әҙерләнһә лә, уҡытыусы һорауына яуап бирмәй. Әрләгәнемде уҡытыусыһына әйтеп, үҙемде уҡытыусы һөйләшергә саҡырҙы. Үгәй әсәй ҡасан балаһын маҡтаһын инде, тигән фекер йәшеренгәйне ине уның һөйләшеүендә. Иң ахырыһы, мин дә характер күрһәтеп: “Ярай, мин насар әсәй икән, һеҙ һәйбәт уҡытыусы булығыҙ улайһа. Ни өсөн бала һеҙҙең дәрестәрҙе яратмай? Ниңә һаман уртаҡ тел таба алмайһығыҙ? Мин, мәҫәлән, уҡытыусымды яратҡас, һәр дәресенә әҙерләнеп, шиғырҙарымды ятлап бара инем! Ә Илдарҙы көн һайын мәктәпкә көсләп, инәлеп, нимә менәндер алдаштырып алып киләм. Икенсе уҡытыусыға күсерәйекме әллә икенсе мәктәпкәме?”– тип теш күрһәтеп алдым. Ошо көндән һуң бала бер аҙ уҡыуға тартыла башланы. Үҙемә еңел машинаға тип йыйған аҡсаның байтаҡ өлөшөн балаларға кейем-һалым алырға тотоноуы ла еңел булманы. Быға тиклем үҙем өсөн генә йәшәп, хәҙер уларҙы өҫтөн күрергә кәрәк ине. Етмәһә, беҙҙең элек дуҫлашып йөрөгәнде белгәс, Лилиәнең әсәһе мине дошман күрҙе. Пенсия аҡсаһын нимәгә тотонам, балаларға нимә ашатам, ни өсөн әрләйем, ниңә телефон йә планшет алмайым – барыһын да тикшереп тора. Ә үҙе улар янына килеп, бер бүләк тә, күстәнәскә бер телем икмәк тә алып килмәй. Бындай тикшереү ҡәйнәмдәр, үҙ туғандарым яғынан да булып тора. Хәҙер, минең ауырлы икәнемде белгәс, балаларҙы үгәйһетә инде, тип көтөп кенә йөрөйҙәр. Әллә нисә тапҡыр айырылырға уҡталдым, Сәлимдең илағанын күреп, йә Гөлгөнә, мин дә әсәй менән барам, тип ҡулыпдан етәкләһә, туҡталып ҡалдым. Бына шулай, көндәшемдең фатихаһы менән йәшәп ятҡан булам әле. Аптырайһыңмы?
– Батырлығыңа һоҡланып ултырам. Мин риза булмаҫ инем әй, һөйәркә генә булып йәшәп тик ятыр инем. Бик булмаһа, бер яңғыҙ иргә кейәүгә сығырға. Дүрт кешегә ярап булмай ул, ә берәүгә өйрәнеүе еңелерәк.
Нүрзилә һаман бутап ултырған һыуыҡ сәйҙе алып түкте лә, алдыма ҡайнар итеп яңынан яһап ҡуйҙы.
– Икенсе ир тураһында уйлап та ҡарағаным булманы. Мин бит однолюб, ғүмерем буйы бер иргә табынып йәшәй торған кешемен. Үҙ ғүмеремдә Илгиздән башҡаларға ҡулымды ла биргәнем юҡ. Ысынлап, мин ирҙәр менән ҡул биреп күрешмәйем. Икенсенән, мин һаман да яндырай холоҡло ул. Лилиәнең әсәһе Гөлсөм инәйҙе лә, ҡәйнәмде лә, хатта үҙемдең әсәйҙе лә урынына ултырта башланым инде. Пенсия аҡсаһы тип һүҙ башлағайны бер, 22 мең һум аҡса бирҙем дә, өс баланы эйәртеп “АШАН” сауҙа үҙәгенә индереп ебәрҙем. Нимәләр алырға икәнен дәфтәр битенә алдан теҙеп яҙҙым. Аҡса уның яртыһына ла етмәгән, етмәһә Илдар уйынсыҡ робот һорап, Гөлгөнә, батутта һикерәм, тип илап аптыратҡандар. Ҡайтып ингәстәре: “Бына, инәй, пенсиялары ай һайын шулай бөтә. Ә мин үҙ эш хаҡыма уларҙы батутта ла һикертәм, уйынсығын да алып бирәм. Ә бына һеҙ пенсия аҡсағыҙҙы үҙ балағыҙҙың балаһына йәлләп, уларҙы илатып алып ҡайттығыҙ. Башҡаса бында килеп, аҡса иҫәпләп ултырмағыҙ. Һәйбәт ниәт менән килһәгеҙ – ишек асыҡ, бер тарлығым да юҡ. Ә донъя бутаусылар һеҙҙән башҡа ла етерлек. Маладис, өс етем баланы ҡарай, үҫтерә, тип әйтеүсе булмаһа ла, гонаһтарымды иҫемә төшөрөп торалар...”– тигәйнем, үпкәләп өс ай килмәне лә, хәҙер өндәшмәй генә килә башланы. Ә әсәйем инде беҙгә ҡырыҫ булды тип әйттем бит, ғүмерҙә лә Илгиздең балаларын ҡабул итәһе юҡ. Хатта минең ауырлы икәнемде белгәс тә шатланманы. Өс бүлмәле фатирҙа нисек алты кеше йәшәргә уйлайһығыҙ, тип һораны иң тәүҙә. Һәр бала үҙ ризығы менән тыуғанын аңларға теләмәй. Ярай, иҫәнлек-һаулыҡ булһын, йәшәрбеҙ әле – Нүрсилә бер аҙ тын ултырҙы ла өҫтәп ҡуйҙы – Беләһеңме, нимәгә үкенәм? Теге саҡта сабыр ғына булып Лилиәне тыңламағаныма. Әйтер һүҙҙәрен дә әйтеп бөтә алмағандыр инде. Ғәйебем ҙур уның алдында. Илгиз ҡайтмай ҡалған саҡтарҙа рәнйегәндер инде. Шуға ла балаларҙы ҡулымдан килгәнсә матур итеп тәрбиәләргә тырышам. Иркәләп, наҙлап боҙорға түгел, ә бөгөнгө заманда үҙ урындарын, үҙ юлдарын тапһындар, һөнәрле булһындар, тип. Үҙемдеке кеүек күреп. Бәлки шулай гонаһтарым да юйылыр яйлап...

Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.





Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


Вернуться назад