НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Йондоҙнамә (11-17 июнь)

Йондоҙнамә (11-17 июнь)


Йондоҙнамә (11-17 июнь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Һәйбәт осор. Элекке танышлыҡтар һәр саҡ ярҙам итеп торор. Шулай ҙа икенсе кешеләр­ҙең йомоштарын да хәл итергә тура килер. Ҡайһы бер аҙымдарығыҙҙың бәғзеләргә оҡшамауы ла ихтимал. Кемдер үҙенең ҡарашын белдереүе лә бар.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна бер аҙ икеле килер, моғайын. Шишәмбегә бағлаған өмөттәрегеҙ аҡланмаҫ. Күптәр ялҡаулыҡҡа бирелеп, ваҡыттарын буш хыялдар менән уҙғарыр. Ғаиләлеләргә өйҙәгеләр ниндәйҙер дәғүәләр ҙә белдерер. Төптәнерәк уйлағанда, бының өсөн нигеҙ бар кеүек.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Был көндәр аралашыуҙарға бай булмаҡсы. Бәғзеләр һеҙгә ярҙам һорап мөрәжәғәт итер. Уларҙың үтенесен кире ҡаҡмағыҙ. Изге маҡсат менән башҡарған эштәрегеҙҙең сауабы мул көтөлә. Йомаға ҡаршы төндә күргән төшөгөҙҙө туп-тура юрағыҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Төп эшегеҙҙә һәр саҡтағыса ҡыйынлыҡтар етерлек булыр. Бәғзеләрҙе яҡшы таныш эштәр ҙә ялҡыта башлар. Шаршамбыға ҡорған маҡсаттарығыҙҙы кемдер боҙор һымаҡ. Шулай ҙа хәлегеҙ бигүк насар түгел. Йомала ниндәйҙер уңайлы мәл мотлаҡ осрар.

Буға (21.04 – 21.05)
Матди хәлегеҙҙе яҡшыртыуҙың ниндәйҙер юлын табырһығыҙ. Тик бик тиҙ эш итергә кәрәк булыр. Шулай ҙа һәр саҡ иғтибарлылыҡ тураһында ҡайғыртыу мөһим. Алданыуығыҙ ҙа ихтимал. Йомала файҙалы хәбәр килер.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Тормош үҙе һеҙгә барыһын да асыҡ аңлатып бирер. Барған юлығыҙ дөрөҫ булһа, алдығыҙҙа яңы офоҡтар асылыр. Кире хәлдә – һуңғы ваҡытта өлгәшкәнегеҙҙе юғалтыуығыҙ мөмкин. Йортоғоҙға иғтибар бирегеҙ. Ул күптән етди һәм ҡәтғи үҙгәрештәргә мохтаж.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аҙналағы аралашыуҙар үҙ көсөгөҙгә булған ышанысты тергеҙер. Иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар буласаҡ, өмөтлө фекерҙәр ҙә ишетерһегеҙ, моғайын. Күңелегеҙ һәр саҡ тыныс булыр. Элек бимазалаған ауырыуҙар ҙа онотолор. Осор киләсәкке тормошҡа хәл йыйыу өсөн уңайлы.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Был арала үҙ көсөгөҙгә генә ышанырға тура килер. Һуңғы ваҡытта эргәгеҙҙә ышаныс­һыҙ кешеләр күбәйеп китте һымаҡ. Ундайҙарҙан арыраҡ тороғоҙ һәм арағыҙҙы йәлләмәйенсә өҙөгөҙ – был файҙаға ғына булыр. Яҡындағы киләсәккә ҡуйған маҡсаттарығыҙҙың йыш ҡына боҙолоуы ихтимал.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Аралашыуҙа ҡыйынлыҡтар килеп сығыр. Төрлө дәғүәләр, юҡ сәбәптән үпкәләшеүҙәр күбәйер, моғайын. Бындай саҡта башҡалар­ҙы ла аңларға тырышығыҙ, түҙемлерәк булығыҙ. Кемдер эштәрегеҙгә ҡыҫылырға маташыр – быға ҡаты ҡаршы тороғоҙ.


Үлсәү (24.09 – 23.10)
Аҙнаның тәүге яртыһы матди мәсьә­ләләр­ҙе көйләргә булышлыҡ итер. Ошо көндәрҙә һатып алған әйбер, кейем мотлаҡ бәрәкәтле булмаҡсы. Ҡыҫҡа ваҡытлы сәфәр­ҙәрегеҙ ҙә файҙалы үтер. Кесе йоманан һуң бәғзеләр ниндәйҙер мөһим хәбәр килгәнен көтөр, моғайын.

Саян (24.10 – 22.11)
Был көндәрҙе әүҙем һәм һәйбәт үткәрер­һегеҙ. Шәхси эштәрҙе бигерәк тә алға ҡуҙғата алырһығыҙ һымаҡ. Бар осраҡта ла яңы таныштарығыҙҙың булышлығы һиҙелер. Аҡсалата сығымдарығыҙ артыр. Шулай ҙа кеше араһында күберәк булыу һеҙгә файҙа килтерер.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
.Төп эшегеҙҙә һеҙҙең өсөн оҙайлы һәйбәт осор башланасаҡ. Аҡсағыҙ күбәйер. Бәғзеләрҙең яҡын арала икенсе, юғары вазифаға күсеүе лә ихтимал. Көс-ваҡытығыҙҙы йәлләмәйенсә эшләргә тырышығыҙ. Кесе йомала маҡтау һүҙҙәрен дә ишетерһегеҙ, бәлки.

Сығыу ваҡыты 11-06-2018, 06:00 | Ҡаранылар: 273

12 июня 2018 19:31 | Brusancop | Гости | ICQ: [icq]{icq}[/icq][not-icq]не указано[/not-icq]

Люди кто желает играть в современные игры на высоких настройках с динамичными теняими даже на самых слабых ПК или ноутах. Без лагов и фризов (Но нужен более менее нормальный инет). Читайте статья по настройке компа здесь. Видео по установке и настройке смотрите тут. Играю уже пол года на ведре 2005 г. Буду рад кому помог разорить буржуев игровой индустрии!!!
|
  • Йондоҙнамә (28 май - 3 июнь)
  • Йондоҙнамә (7-13 май)
  • Йондоҙнамә (16-20 апрель)
  • Йондоҙнамә (8-14 ғинуар)
  • Йондоҙнамә (18-24 декабрь)
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • Олатай иҫтәлеге
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM