НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Йондоҙнамә (21-27 май)

Йондоҙнамә (21-27 май)


Йондоҙнамә (21-27 май)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙнаны әүҙем үткәрерһегеҙ. Яҡшы таныш булған кешеләр менән дөйөм эштәрегеҙ мотлаҡ һәйбәт барыр. Был арала киләсәккә маҡсатығыҙ асыҡланыр. Уға илткән йүнәлеште лә таба алырһығыҙ. Ваҡиғаларҙы ашыҡтырмаһағыҙ, барыһы ла һеҙ уйлағанса булыр.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Төп эшегеҙҙә үҙгәрештәр булыуы ихтимал. Иңегеҙгә ниндәйҙер яңы эш йөкмәтерҙәр кеүек. Элек таныш булмаған кешеләр менән дә йыш аралашырға тура килер. Ләкин был хәл оҙаҡҡа бармаҫ. Матди хәлегеҙ бер аҙ һәйбәтләнергә тейеш. Йомалағы хәлдәр өҫтәмә сығымдар талап итер.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Аҙна башында бәғзеләргә етди һынау аша үтергә тура килер. Етәкселәр һәм оло кешеләр алдында күптәр үҙ фекерен ҡаты яҡларға мәжбүр булыр. Артабанғы көндәр тынысыраҡ үтер. Ыңғай хәбәрҙәр килеп торор. Ниндәйҙер бик ҡатмарлы мәсьәлә үҙенән-үҙе хәл ителер.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Көс-хәлегеҙ артҡанын асыҡ тойорһоғоҙ. Әүҙемлегегеҙ һәр саҡ ярҙам итеп торор, ә ҡайһы саҡ, мәҫәлән, шишәмбелә ҡамасаулар ғына. Сығымдарығыҙ ҡәҙимгенән күпкә артыр. Ҡайһы ваҡыт аҡсағыҙҙы юҡ-барға тотоноуығыҙ ҙа ихтимал. Был арала ниндәйҙер бурысығыҙҙан ҡотолорһоғоҙ.

Буға (21.04 – 21.05)
Бәғзеләрҙең рәсми ойошмалар менән бәйле мәсьәләләре килеп сығыуы ихтимал. Ярҙам эҙләүгә лә хәлегеҙ етмәҫ, ахыры. Шулай ҙа барыһы ла һәйбәт тамамланыр. Ҡайһы бер элек төҙөлгән маҡсаттарығыҙҙы үҙгәртергә лә тура килер.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Аҙна көсөргәнешле башланыр. Икенсе кешеләр арҡаһында яҡын араға маҡсаттарығыҙҙы үҙгәртергә лә тура килер. Бик тиҙҙән хәлегеҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Был арала ҡайһы бер ваҡиғаларҙы аңлап, уларҙы алдан күҙаллай ҙә алырһығыҙ, бәлки.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Осор башындараҡ бик яҡшы белгән кешеләр менән дә аралашыуҙа ҡытыршылыҡтар килеп сығыуы бар. Шул уҡ ваҡытта тап ошо арала кем менәндер элек боҙолған мөнәсәбәттәрҙе тергеҙә алырһығыҙ, буғай. Аҙна араһында кешеләргә күрһәткән ярҙамың икеләтә кире ҡайтыр.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Тормош һеҙгә оҙайлы уңышлы осор бүләк итә. Бүләктәр, аҡса килеүе йышайыр. Осор шәхси мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу өсөн дә уңайлы, элек боҙолған араларҙы ла ялғай алырһығыҙ. Үҙегеҙҙең яҡтан теләк кенә булһын. Был арала иң ауыр мәсьәләләрҙе лә еңел хәл итеү ауыр булмаҫ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Аҙна барышында үҙегеҙҙә яңы һәләттәр асырһығыҙ кеүек. Ғөмүмән, үҙ көсөгөҙгә ышанысығыҙ ҙа мотлаҡ артыр. Яҡындағы кешеләргә күберәк изгелек эшләргә тырышығыҙ, ҡылған эштәрегеҙ һеҙгә бик тиҙ әйләнеп ҡайтыр. Йома көндө үҙегеҙгә бик кәрәкле нәмә тураһында белерһегеҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Осор мәшәҡәтлерәк көтөлә. Күптәргә яҡындағыларҙың мәсьәләләрен хәл итергә тура килер, моғайын. Бәғзеләргә аҡса етмәүе һиҙелерлек ҡамасаулар. Ошо арҡала яҡшы таныш менән аралар ваҡытлыса боҙолоуы ла ихтимал.

Саян (24.10 – 22.11)
Был көндәрҙе бик һаҡ үткәрегеҙ. Мөмкин тиклем бер ниндәй ҙә дәғүәгә инмәҫкә тырышығыҙ, уларҙың һөҙөмтәләре бик оҙаҡҡа һуҙылыр. Матди хәлегеҙ ауыр булһа ла, бурыс­ҡа инмәгеҙ. Уйламаған ҡаршылыҡтар күпселек маҡсатығыҙҙы боҙор һымаҡ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Шәхси тормошоғоҙҙағы ваҡиғалар бер аҙ борсолорға мәжбүр итер кеүек. Кемдер һеҙҙең эштәрегеҙгә ҡыҫылырға маташыр. Эш урынығыҙҙа артығын һөйләмәҫкә кәңәш ителә, бер генә һүҙ арҡаһында араларҙы оҙаҡҡа боҙоуығыҙ ихтимал. Күпселек ваҡытты өйөгөҙҙә, ғаиләгеҙ менән үткәреү мөһим.

Сығыу ваҡыты 21-05-2018, 10:01 | Ҡаранылар: 428
|
  • Йондоҙнамә (7-13 май)
  • Йондоҙнамә (19-25 февраль)
  • Йондоҙнамә (13-19 февраль)
  • Йондоҙнамә (14-20 ноябрь)
  • Йондоҙнамә (3-9 октябрь)
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)
  • Ҡартлыҡ бәхеттәре кемгә насип?



  • Радио Юлдаш FM