НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Йондоҙнамә (14-20 май)

Йондоҙнамә (14-20 май)


Йондоҙнамә (14-20 май)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Был арала аҡсалата отош алыуығыҙ бик ихтимал. Ул кеҫәгеҙҙе һиҙелерлек ҡалынайтыр. Яҡшы кәйефегеҙ бөтә эшегеҙгә булышлыҡ итеп торор. Йомала нисек кенә ҡыйын булмаһын, бер ниндәй ҙә дәғүәгә инмәгеҙ. Етәкселәрегеҙҙең күҙенә лә артыҡ салынмағыҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна барышында уяулыҡ күрһәтеүегеҙ һис тә артыҡ булмаҫ. Иғтибарлығығыҙ һәр саҡ ҡатмарлы хәлдәрҙе урап үтергә булышлыҡ итер. Үҙ көсөгөҙгә генә ышанырға тырышығыҙ, ситтән килгән ярҙамға өмөт итмәгеҙ. Шаршамбынан һуң йорт мәшәҡәттәре ваҡытығыҙҙы алыр.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Яҡын арала тормошоғоҙҙа ниндәйҙер етди үҙгәрештәр булыр. Алыҫ киләсәккә маҡсаттар ҡормаһағыҙ ҙа була. Йыйылып киткән эштәрегеҙҙән бер аҙ ҡотолһағыҙ, һәйбәт булыр ине. Дошмандарығыҙҙың һеҙгә ҡаршы эшмәкәрлеге йәнләнеп киткәнен асыҡ күрерһегеҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Аҙнаны әүҙем үткәрерһегеҙ. Бәғзеләрҙең абруйы күтәрелер. Икенсе яҡтан, был арала ебәргән хаталарығыҙ ҡиммәткә төшәсәк. Йондоҙҙар һәр саҡ һаҡ булырға, яҡшы таныш булған ысулдар менән эш итергә кәңәш итә. Мәл етәкселәргә һәм юғары ойошмаларға мөрәжәғәт итеү өсөн уңайлы.

Буға (21.04 – 21.05)
Төрлө сәбәп арҡаһында аралашыуҙа ҡыйынлыҡтар килеп сығыр. Яҡын кешеләрегеҙ менән дә уртаҡ тел табыу ауырлашыр. Бер генә кәңәш бирергә була – күпте һөйләмәгеҙ һәм алдашырға тырышмағыҙ. Шаршамбыла ашыҡмағыҙ. Йомала яҡшы хәбәр алырһығыҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Үтә уңышлы осор. Бөтә икеле хәл һеҙҙең файҙаға тамамланыр. Уйламаған отоштар ҙа булыуы бик мөмкин. Ҡапыл ҡабул иткән ҡарар­ҙарығыҙ ҙа дөрөҫ булмаҡсы. Кеше аҡсаһы менән бәйле мәшәҡәттәр ҙә өҫтәлер. Иң яҡшы көндәрегеҙ – шишәмбе, кесе йома.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Төп эшегеҙҙә көсөргәнешлек күҙәтелер. Йома бигерәк тә ауыр үтер. Тамамланмай ҡалған эштәрегеҙ ҙә һәр саҡ ҡамасаулар. Был арала етәкселәрегеҙҙең күҙенә артыҡ салынмағыҙ. Ҡайһы саҡ эштә һеҙгә артыҡ бәйләнәләр һымаҡ та тойолор. Әлегә яңы эштәрегеҙҙе башламағыҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Ыңғай хәбәрҙәр килеп торор. Шулай ҙа ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр көсөгөҙҙө күп алыр, етди эштәргә ваҡытығыҙ ҡалмауы ла ихтимал. Ва­ҡытлыса икенсе кешенең эшен дә башҡарыр­һығыҙ, бер аҙ түҙегеҙ. Алған бурысығыҙҙы ҡайтарырға тырышығыҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Һеҙҙе файҙалы аралашыуҙар көтә. Кәйе­фегеҙ ҙә һәр саҡ күтәренке булыр. Аҙнаның тәүге яртыһы бигерәк тә уңышлы үтер. Артабан эштәрегеҙ бер аҙ туҡтағандай тойолор. Йомала бик күптән белгән яҡшы танышығыҙ үҙе хаҡында белдерер. Шәмбелә уйламаған сығым булыуы ихтимал.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Ҡатмарлы саҡта эске тауышығыҙҙы тыңлағыҙ, ул һеҙҙе һис тә алдамаҫ. Ҡайһы бер буласаҡ ваҡиғаларҙы алдан төҫмөрләй алыр­һығыҙ һымаҡ. Ниндәйҙер етди мәсьәләне сисеү юлын да бер ыңғай табырһығыҙ. Күптән белгән ышаныслы кешеләрҙән һәр саҡ аҡыллы кәңәш ишетерһегеҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Был арала иптәштәр менән башҡарылған эштәр һәйбәт барыр. Бәғзеләргә бер юлы ярҙам да итә алырһығыҙ. Шулай ҙа йондоҙҙар яҡындарығыҙҙың мәшәҡәттәренә артыҡ «сумырға» кәңәш ителмәй. Юғиһә үҙ эштәрегеҙгә ваҡытығыҙ ҡалмаҫ. Алда һеҙҙе мөһим һәм яуап­лы ваҡиғалар көтә. Шуға күрә көсөгөҙҙө һаҡлағыҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Осор яңы ҙур эштәрҙе башлап ебәреү өсөн уңайлы. Алдан ентекләп уйланылған уй-маҡсаттарығыҙҙы бойомға ашыра алырһығыҙ. Был аралағы аралашыуҙар ҙа бик файҙалы булмаҡсы. Өмөтлө тәҡдим, фекерҙәрҙе ишетерһегеҙ. Шаршамбылағы ваҡиғаларға иғтибар итмәгеҙ, улар осраҡлы хәл генә булыр.



Сығыу ваҡыты 14-05-2018, 09:47 | Ҡаранылар: 263
|
  • Йондоҙнамә (29 ғинуар – 4 февраль)
  • Йондоҙнамә (18-24 декабрь)
  • Йондоҙнамә (13-19 февраль)
  • Йондоҙнамә (12-18 декабрь)
  • Йондоҙнамә (30 май - 5 июнь)
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM