RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ойошмаға ҡушыл, изгелек ҡыл!

11.05.2018 Ойошмаға ҡушыл, изгелек ҡыл!

Ойошмаға ҡушыл,  изгелек ҡыл!
Изгелек – ул ысын күңелдән башҡарылған эш, төптән урғылып сыҡҡан иң нескә хис-тойғолар эҙемтәһе. Үкенескә күрә, кешеләр­ҙең күңеле йылдан-йыл ҡата бара. Баҙар иҡтисады заманында йәшәгәнгәме, күптәр үҙен генә ҡайғырта, башҡалар тураһында уйлап та бирмәй. Ә ярҙамға, яҡлауға мохтаж булған, осон-осҡа ялғап йәшәгән, бер үҙҙәре бишәр баланы аяҡҡа баҫтырырға тырышҡан ғаиләләр аҙмы ни? Күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеү маҡсаты менән райондың ике супермаркетына “Изгелек кәрзине” урынлаштырылғайны. Әммә бөгөн ул контейнер ташландыҡ хәлдә. Билдәһеҙҙәр аҙыҡ-түлек урынына сүп-сар тултыра. Контейнер ваҡыт-ваҡыты менән таҙартылып тороуға ҡарамаҫтан, унда сүп ташлаусылар табыла.

Яңыраҡ барлыҡҡа килгән һәм халыҡҡа “Бәйләнештә” социаль селтәренең “Салауат районында” төркөмөндә мөрәжәғәт иткән “Өмөт йылмайыуы” волонтерҙар ойошмаһы ҡыҙыҡһыныу уятты. Уны башҡаларға ярҙам итеү теләге менән янған Вадим Ғирфанов һәм Айнур Фәрхиев төҙөй. Күп тә үтмәй, теләүселәр унда әйберҙәр тапшыра башлай, шулай уҡ егеттәргә ярҙам һорап яҙыусылар ҙа бар. Вадим һәм Айнур был изге эште икеһе генә башҡара, ярҙам итергә теләүселәр менән бәйләнешкә сығып, уларҙан кейем-һалым барып ала. Һуңынан егеттәр уларҙы ҡарап сығып, төркөмдәргә бүлеп, кәрәкле кейем һораусыларға илтә. Ваҡытын, көсөн йәлләмәгән егеттәргә был эш, әлбиттә, еңел бирелмәй. Кейем-һалымды Мөр­сәлим, Лағыр һәм башҡа алыҫ ауылдарҙан барып алырға, бирергә тура килә.
– Киләсәктә эште йәйелдереп, үҙебеҙҙең районда ғына түгел, ә төньяҡ-көнсығыш зонаһы буйынса эшләргә, рәсми фонд асыр­ға, волонтерҙарҙы күберәк йәлеп итергә ниәтләйбеҙ. Шулай уҡ әйберҙәрҙе йыйыу, уларҙы бүлеү өсөн махсус келәт кәрәк, – ти улар.
Изге ғәмәл киләсәктә дәүләт кимәлендә лә хуплау табыр, ярҙам итеүселәр, мәрхәмәтле эшкә ҡушылыусылар күберәк булыр, тип ышанғы килә.

Лиана ВӘЛИУЛЛИНА.
Салауат районы.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Кер һабыны ла дауа

19.03.2019 - Махсус биттәр Кер һабыны ла дауа


Йондоҙнамә (18-24 март)

18.03.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (18-24 март)


«Енәйәтсе лә әҙәм балаһы бит»

17.03.2019 - Махсус биттәр «Енәйәтсе лә әҙәм балаһы бит»


Ни өсөн окулист теш ямамай

16.03.2019 - Махсус биттәр Ни өсөн окулист теш ямамай


"Йондоҙло табын" - Әҙилә КИЛОВА

14.03.2019 - Махсус биттәр "Йондоҙло табын" - Әҙилә КИЛОВА


Йондоҙнамә (11-17 март)

11.03.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (11-17 март)


Ағасығыҙ туңмағанмы?

10.03.2019 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Гөл-сәскәле донъя ҡорған Илсиә

10.03.2019 - Махсус биттәр Гөл-сәскәле донъя ҡорған Илсиә


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

09.03.2019 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Тәҙрә төбөм гөл генә

07.03.2019 - Махсус биттәр Тәҙрә төбөм гөл генә


Сатнама һыуыҡтар зыян килтермәһен

Ҡыяр күп булһын тиһәң

04.03.2019 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң