RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә (9-15 апрель)

09.04.2018 Йондоҙнамә (9-15 апрель)

Йондоҙнамә (9-15 апрель)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙнаны әүҙем генә үткәрерһегеҙ. Өй мәсьәләләре ҡайһы бер сығымдар ҙа талап итер, бәлки. Бөтә эшегеҙ һәйбәт барыр. Тик йыш ҡына үҙ көсөгөҙгә генә ышанырға тура килер. Буласаҡ үҙгәрештәргә әҙер тороғоҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Яңы уй-фекерҙәр даими тыуып торор. Уларҙы тормошҡа ашырыу һеҙҙең өсөн үтә файҙалы булмаҡсы. Иғтибарлы булығыҙ, кемдер аҫтыртын ғына эштәрегеҙгә ҡыҫылыр­ға маташа һымаҡ. Хәлдәр үҙегеҙгә бер ҙә ял бирмәй эшләргә мәжбүр итер.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Осор аралашыуға бай булмаҡсы. Төрлө сарала ла ҡатнашырға тура килер һымаҡ. Яңы таныштар ҙа пәйҙә булыуы ихтимал. Ниндәйҙер элек өҙөлгән мөнәсәбәттәрҙе лә тергеҙерһегеҙ. Ғөмүмән, был арала тормош күптәр өсөн яңы мөмкинлектәр асыр.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Иң ҡатмарлы эш тә ҡулығыҙҙан килергә тейеш. Көтөлмәгән осраҡта тәжрибәгеҙ ярҙам итер. Тик йондоҙҙар кеше аҡсаһы менән һаҡ булырға кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Ҡайһы бер ышанысһыҙ кешеләрҙән дә ары торорға ҡушыла.

Буға (21.04 – 21.05)
Һуңғы ваҡытта алған белемегеҙ тормошоғоҙҙо ыңғай яҡҡа үҙгәртер. Бындай ваҡытта киләсәккә маҡсаттар ҡорорға мөмкин. Дуҫ-иштәрегеҙҙең ярҙамы тейһә, күпкә өлгәшә алырһығыҙ. Дошмандарығыҙ таратҡан юҡ-бар хәбәргә иғтибар итмәгеҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Өй-йорт мәсьәләһе беренсе урынға сығыр. Өйҙә бер аҙ тәртип урынлаштырыу, күптән күрмәгән туғандарығыҙҙың хәлен белеү файҙалы булыр. Ғөмүмән, был арала күп аралашырға тура килер. Янығыҙҙа яңы кешеләр күренер, бәғзеләре менән ышаныслы мөнәсәбәттәр булдыра алырһығыҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Бик яуаплы осор. Хәлегеҙҙән килгәнсә эшләгеҙ, аҙаҡ ял итерһегеҙ. Тырышлығығыҙ мотлаҡ тейешле баһаланыр. Ҡайһы бер мөнәсәбәттәр ҙә ҡаты һынау үтер. Кемдең кем икәнен асыҡ аңларһығыҙ. Кәрәкмәгән кешеләрҙән йәлләмәйенсә ҡотолоғоҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Оҙайлы тыныс ваҡыт кисерерһегеҙ һымаҡ. Йыйған тәжрибәгеҙгә таянып эш итегеҙ. Әгәр эшегеҙҙе алмаштырыу мөмкинлеге булһа, бер ҙә икеләнмәгеҙ. Йомала сығымдарығыҙға ҡарата иғтибарлыраҡ булығыҙ. Аҡсағыҙҙы кәрәкмәгән әйбергә тотоноуығыҙ ихтимал.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Был арала эштәрегеҙ күбәйер. Бәғзеләр үҙ әйләнәһендә бер аҙ тәртип урынлаштыра алыр. Ҡайһы бер туғандарығыҙ һеҙҙең ярҙамығыҙға мохтаж кеүек, был турала ла онотмағыҙ. Ижади кешеләрҙең һәләттәре асылып китер.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Аҙна барышында ниндәйҙер шикле эштә ҡатнашырға тәҡдим алырһығыҙ кеүек. Мәсьәләне бер кемдән дә кәңәш һорамайынса, үҙегеҙгә генә хәл итергә тура килер. Аҡса отоуығыҙ ҙа мөмкин, һемәйеп ҡалыуығыҙ ҙа бар.

Саян (24.10 – 22.11)
Һәйбәт осор. Тормош һеҙгә ыңғай яҡтарын да күрһәтер һымаҡ. Үҙ көсөгөҙгә ышанысығыҙ ҙа артыр, шиктәрегеҙ ҙә юҡҡа сығыр. Бәғзеләрҙең күптән уйлап йөрөгән ниндәйҙер ҙур эште башлап ебәреүе лә мөмкин. Шәмбелә уйламаған ерҙән бүләк алырһығыҙ һымаҡ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Күптәрҙең алдан күрә белеү һәләте асылыр. Ҡайһы бер буласаҡ ваҡиғаларҙы төҫмөрләй алырһығыҙ, бәлки. Һеҙҙең тирәләге бәғзе кешеләрҙең холоҡ-ҡылыҡтарын да аңларһығыҙ. Йомала төп эшегеҙҙә ниндәйҙер ыңғай яңылыҡ ишетеүегеҙ бар.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Хужабикәгә кәңәш (17.05.2019)

26.05.2019 - Махсус биттәр Хужабикәгә кәңәш (17.05.2019)


Тормоштары күптәргә үрнәк булырлыҡ

Йондоҙнамә (13-19 май)

20.05.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (13-19 май)


Пионер булмауыма үкенәм

19.05.2019 - Махсус биттәр Пионер булмауыма үкенәм


Батыр башҡорт ҡыҙы

17.05.2019 - Махсус биттәр Батыр башҡорт ҡыҙы


Йондоҙнамә (13-19 май)

13.05.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (13-19 май)


Эх, был чаттар!  Бөтөнләй теңкәне ҡороттолар!

“Йондоҙҙар” рецебы  буйынса шешлек  бешерәйек

Кибеттә нисек алдайҙар?

10.05.2019 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Ер йылынғас ҡына сәсегеҙ

08.05.2019 - Махсус биттәр Ер йылынғас ҡына сәсегеҙ


Йондоҙнамә (6-12 май)

06.05.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (6-12 май)


Милли биҙәкле түбәтәй

05.05.2019 - Махсус биттәр Милли биҙәкле түбәтәй