RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

07.04.2018 Сараһыҙҙар

Сараһыҙҙар
Диспансер тикшереүе ваҡытында уйламағанда Лидиә* менән осраштыҡ. Йылмайғанда күҙҙәренән нур сәселгән һөйкөмлө ҡатын минең йылғы, йәғни уның да быйыл юбилейы – ҡырҡ биш йәш. Хәл-әхүәлдәрҙе һорашҡас, һүҙ араһында ғына:
– Һинең климакс башландымы? – тип һорап ҡуйҙы.
– Юҡ, – тинем. – Шул ҡурҡыта инде.
– Ә уның нимәһенән ҡурҡаһың?
– Ҡартайыуҙың тәүге билдәһе булараҡ ҡурҡыта, – тип көлдөм. – Бер ҙә ҡартайғы килмәй, гел дә йәш килеш һикерәңләп йөрөгө килә.
– Кемдең ҡартайғыһы килһен инде ул... – тип һуҙҙы Лидиә. – Минеке ни бер нисә йыл элек башланды. Бала тапмағанға иртә башланды, ахыры.
– “Диңгеҙгә” әйләндеңме? – тип ауыҙ йырҙым.
– Аңламаным?
– Ай менән ҡояштың тартыуы арҡаһында диңгеҙҙә һыу бер ҡалҡа, бер ҡайта бит, шуға ишаралайым.
– Ә-ә, – ҡулын һелтәп йылмайҙы, – эйе, йә кинәт шыбыр тиргә батам, йә янып китәм. Ныҡ көслө миндә ул. Ыҙаланам. Бына сумкамда, – елле сумкаһын һелкетеп күрһәтте, – бер йөк әйбер йөрөтәм үҙем менән. Кейемде һығып алырлыҡ булып тирләйем дә ҡуям. Алмаштырмайынса әмәл юҡ.
– Бәлки хәлеңде бер аҙ еңеләйтерлек, ярҙам итерлек гормональ препараттар кәрәктер? Хәйер, тәбиғи процесҡа ситтән ҡыҫылыу ҙа бик үк дөрөҫ түгелдер.
– Ана шул-шул, – тәҙрәгә ҡарап бер аҙ шым ултырҙы. – Һиңә рәхәт...
Уны ярты һүҙҙә бүлдереп, көлдөм:
– ... һин – диуана, тимәксеһеңме? – йәш саҡта шулай бер-беребеҙҙе шаяртҡанды иҫләп, ул да көлдө:
– Киреһенсә, аҡыллыһың, йәш саҡта, иҫәр саҡта кейәүгә сығып өлгөрҙөң, ә мин, аҡылһыҙ, тороп ҡалдым. Ни ирем юҡ, ни балаларым. Хәҙер бала табам, тиһәм дә, һуң, биологик сәғәттәр күптән үҙ мәлен һуғып үткән.
– Бәлки, һуң түгелдер?
– Һуң шул... Ҡайһы саҡ атайыма рәнйеп тә алам. Артымдан егеттәр йөрөмәне түгел, йөрөнө. Бик шәп бер егет менән юлда автобуста танышып, йөрөп тә киткәйнек. Ул мине оҙата килгәс, атайым мылтыҡ тотоп сығып, егетемде баҫтырып, аяҡ аҫтына ҡурҡытып атып, ҡыуып ҡайтарҙы. Егетем башҡа килмәне. Хаттарыма ла яуап яҙманы. Бер нисә йылдан һуң икенсе берәү менән ихласлап дуҫлаша башлағайныҡ, атайым шуны белеп ҡалып, әшнәләре ярҙамы менән ул егеткә теләһә нимә, тип бәйләнеп, юҡ ғәйепте бар итеп өҫтөнә ауҙарырға маташып, бер туҡтауһыҙ бүлексәгә саҡыртып, һорау алыуҙар ойоштороп, өркөттө. Һинең менән бәйләнгән мин алйот, тип йөҙөмә бәрҙе һуңынан егетем: “Диуана атайыңды дауаларға кәрәк, һине ҡыҙғаныуҙан башы эшләмәй китә шикелле”. Атайға ҡаршы һүҙ әйтергә шөрләнем – уҫал ине, өйҙә бөтәбеҙ ҙә аяҡ осона ғына баҫып йөрөнөк. Аҙаҡ, ул ҡартайғас, әйттем шулай ҙа, бәхетһеҙ иттең мине, тип. Йүнһеҙ егеттәргә сығып, бәхетле булырға иттеңме, ти. Алтындай ҡыҙы булғас ни, ҡыҙына шахзаданы көткән. Әммә миңә тигән шахзадалар тыумаған шул. Ябай крәҫтиән балаһы ла ярап ҡалыр ине донъя көтөргә, бала табырға.
– Үҙеңдең дә артыҡ сыҡҡың килмәгәндер, теләгең булһа, барыбер кейәүгә сығыр инең, атайыңа ҡарап тормаҫ инең, – тим.
– Иң ҡыҙыу, ҡан уйнап торған саҡта кейәүгә сығыу уйынан һыуындырҙы атайым мине, авторитеты менән баҫты, – ти бойоҡ ҡына Лидиә. – Аҙаҡ бер-бер артлы һеңлеләрем кейәүгә сығып (уларҙың егеттәрен атайым бер ҙә баҫтырып йөрөмәне!), бала таптылар ҙа, балаларын бағыуҙы миңә йөкмәттеләр. Йәнәһе лә, минең башҡа эшем юҡ. Тәүҙә береһе, универҙа көндөҙгө бүлектә уҡыйбыҙ, кеше яллауы ҡиммәткә төшә, һин ҡарап тор инде, тип ҡыҙын ҡалдыра торғайны, һуңынан икенсеһе лә, һин бала ҡарап өйрәнгән, үҙ кеше, тип улын миңә тапшырҙы. Сменалы эштә эшләй инем, туғандарыма “юҡ”, тип әйтә алманым, йоҡом туймаһа туйманы, ҡараным. Һеңлеләрем үҙҙәре рәхәтләнеп күңел асырға ла, ял итергә лә йөрөнө, мин кеше балаһын ҡарап, йәш ғүмеремде заяға уҙғарҙым. Баһымсаҡ итеп алдылар ҙа мине... Ерле юҡтан “заяға”, тип әйтмәнем. Ана шул мин үҫтергән егерме ике йәшлек ҡыҙсыҡ яңыраҡ, беләһеңме, нимә тине? Һинең менән бергә йөрөһәм, уңышһыҙлығың йоғоп, ғүмерҙә лә кейәүгә сыға алмай, һинең ише ҡарт ҡыҙ булып ҡалыуым ихтимал, шуға минән арыраҡ йөрөргә тырыш, ти.
– Бына һиңә, ит изгелек – көт яуызлыҡ, – бот сабып аптыраным.
– Эйе, йәштәр хәҙер аяуһыҙ, беҙҙең кеүек кеше күңелен уйлап, йәлләп тормай, баштарында ни бар, шуны әйтә лә ҡуя. Һин һыҡраның б...ы ыштандарын йыуып ултырмаһам, мин дә кейәүгә сығыр инем, тинем асыуланып. Ҡартайғас, бер стакан һыу биреренә өмөтөм бар ине, шуны ла юҡҡа сығарҙы.
– Ҡуйсы, кеше көнлө булырға яҙмаһын, тип телә. Мостай Кәрим яҙғанса, ауһаҡ ине бәйгеләрҙә, йөрәге ярылып ауған ат һымаҡ...
Лидиәнең үпкәһе ҙур ине, ахыры, асыуы һүрелмәгәйне, үҙ фекерен дауам итте:
– Имеш тә, минең кеүек бесәй ҡосоп ултырырға теләмәй, ир ҡосағында ләззәт мең артыҡ...
– Һин бесәй аҫрайһыңмы ни?
– Дүртәү, – Лидиәнең битенә тимгел-тимгел таптар йүгерҙе. Әллә ҡутара бесәй тотҡанына уңайһыҙланыуҙан, әллә “һыу ҡалҡыуынан”. – Инә бесәйҙе стерилләргә алып барғансы, балалап өлгөрҙө, сығарып быраҡтырырға йәлләнем.
– Лидиә, бесәйе булған ҡатынға, бесәйһеҙгә ҡарағанда, кейәүгә сығыуы ҡыйыныраҡ икәнен беләһеңме?
– Ну-у, мин былай кейәүгә сығырға атлыҡмайым да ул, хәйер, кем мине алһын... Ә ниңә ҡыйыныраҡ, тиһең?
– Сөнки яңғыҙ ҡатын күңел наҙын, иғтибарын тулыһынса бесәйенә бирә, уны иркәләй, наҙлай, һыйпай, уның менән һөйләшеп йыуана. Һөйләшеү күпселектә монолог­ҡа ғына ҡоролғас (тәпәйленең мырылдауын иҫәпләмәгәндә), мөнәсәбәттәрҙе асыҡлау, иреш-талаш та юҡ, тыныс ҡына йәшәйҙәр. Эмоциональ бәйләнештең программа-минимумы бесәй менән үтәлгәс, ҡатын шундай тормошҡа күнеп, иргә ҡытлығы кәмеп, йәшәп тик ята. Роза исемле утыҙҙы аша атлаған таныш ҡыҙ ҙа, кейәүгә сығыуҙан өмөтөн өҙөп, бесәй алды ла, шуның менән көңгөр-ҡаңғыр йәшәгәнендә, туғандары уны Азатҡа, айырылышҡан иргә, димләне. Азат кәнфит-гөлләмәләрен тотоп килгән һайын, шул ата бесәй хужабикәһен ҡыҙғанып, ирҙең аяҡ кейеменә ярау итеп бер булды. Азат Розаны ҡосаҡлаһа, бесәй, йәне көйөп, ҡарап китә, үпһә, ҡойроғон ян-яҡҡа болғай-болғай, янағандай уҫал мыйылдай башлай, хатта өҫтөнә һикереп, тырнаша. Аптырағас, Азат Розаға, йә – мин, йә – бесәйең, тип шарт ҡуя. Нисәмә йыл бергә ғүмер иткән бесәйен дә йәлләп, үлә яҙғансы кейәүгә лә сыҡҡыһы килгән Роза ике ут араһына эләккәндәй үрһәләнде генә. Ахырҙа кейәүгә сығыу теләге, бесәйенә булған һөйөүҙе еңде – мыраубайын ауылға, ата-әсәләренә алып барып ташланы. Үсеккән бесәй оҙаҡ ҡына Розаға ҡарамай ҙа йөрөп алды, һуңынан ғәфү итте, сөнки бала тапҡас, хужабикәһе уны кире ҡалаға күсерҙе – Азаты Себергә эшкә киткәйне. Әле нисектер бергә һыйышып йәшәйҙәр. Тик бесәйгә элекке рәхәт тормош юҡ: бәләкәй бала уға көн күрһәтмәй, ҡойроғонан һөйрәп, иҙеп ҡосаҡлап йөрөгәс, шифоньер башынан төшмәй.
– Һы, – тип ҡуйҙы Лидиә. Кейәүгә сығыу уйы юҡ, тиһә лә, башын сайҡаны, – бесәйһеҙ ҙә булмай бит әле. Ул үҙенә күрә бер йыуаныс, иптәш. Өлкәнәйгәс, яңғыҙлыҡ баҫа. Ни күңел асырға йүнле урын юҡ. Әхирәттәргә барам тиһәң, ирҙәрен ҡыҙғанырҙар, тип уйлайһың. Эштән ҡайтаһың да, телевизор ҡабыҙып, интернетҡа әүрәп тик ултыраһың.
– Бесәй һыйпапмы?
– Эйе, – Лидиә йылмайҙы. – Ирем булһа, уны һыйпап ултырыр инем.
Китапханасы Сара ла бер шулай тигәйне: “Китап ҡосаҡлап ултырғансы, ир ҡосаҡлап ултырыр инем”. Ун ике йыл элек. Ә хәҙер, бушлай бирһәләр ҙә кәрәкмәй, ти. Тамам дүнгән. Ул да кейәүгә сыҡмай ҡартайған ҡыҙ. Әле ҡарт ҡына өләсәһе, оло йәштәге әсәһе менән йәшәгән Сара ғаиләлә берҙән-бер бала булһа ла, уға иркәләү аҙ эләккән. Олатай менән атайға урын табылмаған ғаиләлә, өләсәй менән әсәй ҡыҙсыҡты, ирҙәр – яуызлыҡ сығанағы, тип тәрбиәләй: “Уларға беҙҙән тик бер генә нәмә кәрәк. Шуны алдыниһәләр, зым-зыя юҡ булалар. Шуға ла уларҙы алыҫтараҡ тотоуың яҡшы”. Иң яҡын, ғәзиз кешеләр насарлыҡҡа өйрәтмәҫ, тигән бала, әлбиттә, ир-егеттәрҙән уттан ҡурҡҡандай ҡурҡып үҫә. Өлкәнәйгәс, тәбиғәт үҙенекен итеп, бик илтифатлы, тәрбиәле, күҙлекле “ботаник”ты эйәртеп алып ҡайта: “Ул дошман түгел, бик һәйбәт егет”. Терһәктәре ышҡылған пинжәк еңдәренән оҙон ҡулдары сурайып сығып торған, тулҡынланыуҙан күҙлеге бер туҡтауһыҙ танауынан шыуып төшкән шыйыҡ сәсле егетте энә күҙәүенән үткәргәс, өләсәй менән әсә ҡәнәғәтһеҙ рәүештә ирендәрен ҡымтый. Һәм... күршеләге “һайт” тигәнгә “тайт” тип һикереп төшөп торған балалы бисәкәй менән йәшерен һүҙ ҡуйышып, Сараның артында йәһәт кенә тотош “хәрби” операция ойошторалар. Сараны, әкиәттәге Ҡыҙыл башлыҡты урманға ебәргәндәй, күстәнәстәр тейәп, алыҫ туғандарға хәл белешергә оҙаталар ҙа, уның өйҙә юҡлығынан файҙаланып, ҡыҙға килгән “ботаник”ты күрше бисәкәйгә лампочка алмаштырырға йүнәлтәләр. Ә ут бисәгә моңмо ни үбешә лә белмәгән йәш егетте ҡаратып алыуы? “Күрҙеңме?!” – тип тантаналы ҡаршы ала сәфәрҙән ҡайтҡан Сараны өләсәй менән әсәй. “Эш боҙған” намыҫлы егет бисәкәйгә өйләнгәс, юлдары киҫешкәндә Сараға тура ҡарай ҙа алмай. Ғорур Сара эстән генә уға утлы уҡтар атһа ла, ике йыл дауамында төндәрен мендәрен сылатһа ла, тыштан һыр бирмәй, янынан башын текә сәсеп, һаулығына яуапламай үтеп китә. Әлдә һуңынан күршеләре фатир алмаштыра, күҙҙән юғалғас, йөрәк яныуы ла яйлап баҫыла: “Ысынлап та, ир-егеттәргә ышанырға ярамай икән”.
Иллене ҡыуған Сара һаман да өләсәй менән әсәйҙең ҡаты контроле аҫтында. Саҡ ҡына башын күтәреп, мин бит өлкән инде, үҙ аллы йәшәргә хаҡым бар, тип туларға итһә, өләсәһенең шунда уҡ йөрәк өйәнәге башлана, әсәһе юғары ҡан баҫымы менән тәгәрәй. Бахыр Сара, дарыу тотоп, ике ҡатын араһында йүгерекләп, диван-карауаттар янында тубыҡланып тороп, тынысландырғыс тамсылар тамыҙа-тамыҙа, күҙ йәше менән ғәфү үтенә. Ситтән ҡарап торһаң кәмит инде, ләкин Сараның көлөргә рәте юҡ. “Сара түгел мин, сараһыҙ”, – тип кенә күңелһеҙ шаярта. Әйтмәксе лә, сараһыҙ шул. Лидиә лә шул уҡ хәлдә. Үҙ ғаиләһен ҡороп, бала табыуҙан яҡындары тарафынан мәхрүм ителгән сараһыҙҙар. Шунлыҡтан береһе бесәй ҡоса, икенсеһе – китап...

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
* - Бөтә исем дә үҙгәртеп алынды.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Хужабикәгә көндәлек тормошта  кәрәкле 12 кәңәш

Йондоҙнамә (17-23 декабрь)

17.12.2018 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (17-23 декабрь)


«Көслө лә һин, бай ҙа, яғымлы ла...»

14.12.2018 - Махсус биттәр «Көслө лә һин, бай ҙа, яғымлы ла...»


"Йондоҙло табын" - Луиза ЗАКИРЙӘНОВА

Һаҡсыл булғың килһә...

11.12.2018 - Махсус биттәр Һаҡсыл булғың килһә...


Йондоҙнамә (10-16 декабрь)

09.12.2018 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (10-16 декабрь)


Телеңде йоторлоҡ! Кәбеҫтә тоҙлау

06.12.2018 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ! Кәбеҫтә тоҙлау


Барыһы ла һыуытҡысҡа түгел

04.12.2018 - Махсус биттәр Барыһы ла һыуытҡысҡа түгел


Йондоҙнамә (3-9 декабрь)

03.12.2018 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (3-9 декабрь)


Әсе ҡамырҙан итле самса

03.12.2018 - Махсус биттәр Әсе ҡамырҙан итле самса


Гөлдәрегеҙ гөрләп сәскә атһын

02.12.2018 - Махсус биттәр Гөлдәрегеҙ гөрләп сәскә атһын


"Йондоҙло табын" - Эльвира МУЛЛАҒОЛОВА