НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Хоҡуғыңды бел!

Хоҡуғыңды бел!


Хоҡуғыңды бел!
Алименттан бурыс түләттерелмәй
Банкка ваҡытында түләмәгән бурысым бар ине. Минең иҫәпкә иремдән ике балаға түләттерелгән, йыйылып килгән алимент күскәйне. Шул аҡсаны тотоп ҡалғандар. Был аҡсаны кире ҡайтарыу өсөн нимә эшләргә?
Г.
Б. районы.

Әгәр ҙә бурыс ҡайтарыусы алимент иҫәбенән бурыс ҡайтартҡан икән, был аҡсаны суд аша ғына кире алып була. Һеҙгә, ваҡытында түләнмәгән бурысығыҙ булғас, суд приставтарын банкта үҙегеҙгә асылған иҫәпкә алимент күсәсәге хаҡында иҫкәртеп ҡуйырға ине. Әгәр ҙә был хәл тағы ла ҡабатланһа, өлкән суд приставына һәм прокуратураға мөрәжәғәт итегеҙ. Сөнки алимент – балаларҙы ҡарау өсөн йүнәлтелгән аҡса.

Бурыс килемдән алына
Суд приставтары минең аҡса иҫәбемә арест һалып, хәрби түләүҙәремдән 50 процент сумманы тотоп ҡала. Был законлымы?
Марат.
Белорет районы.

«Башҡарма производство тураһында»ғы федераль закондың 99-сы статьяһында әйтелгәнсә, бурысты эш хаҡы һәм бурыслының башҡа түләүҙәренән түләттереү күләме һәм тәртибе тураһында аныҡ әйтелгән. Һеҙҙең алған килемегеҙҙән һалым алынғандан һуң, килемегеҙҙән 50 процент бурысты ҡаплау өсөн тотола. Хәрби түләүҙәр «Башҡарма производство тура­һында»ғы законда күрһәтелгән сикләүҙәргә инмәгән.

Пособие – балаларҙың аҡсаһы
Суд приставтары балалар пособиеһы күскән иҫәпкә арест һалған. Миңә нимә эшләргә?

Үҙегеҙҙең йәшәү урынығыҙ буйынса суд приставына аресты алыу тураһында мөрәжәғәт итегеҙ. Уға был иҫәпкә балалар пособиеһы күсерелеүе тураһында белешмә килтерегеҙ. Балалар пособиеһынан бурыс түләттерелмәй («Башҡарма производство тураһында»ғы закондың 101- се статьяһы).

Тик суд хәл итә
Баламдың тыуыу тураһында таныҡлығында атаһының исеме яҙылмаған. Уны нисек алиментҡа бирергә була? Тәүҙә миңә ДНК анализдарын эшләтергәме?
Рәсимә.
Асҡын районы.

Иң тәүҙә һеҙгә судҡа мөрәжәғәт итеп, балағыҙҙың атаһы тип иҫәпләнгән кешенең биологик атаһы булыуын иҫбатларға кәрәк. Суд үҙе ДНК экспертизаһын эшләттерәсәк. Медицина күрһәткестәре буйынса был кешенең ысынлап та биологик атаһы булыуы билдәләнһә генә һеҙ уны алиментҡа бирә алаһығыҙ.

Бала менән осрашыу ваҡытын билдәләгеҙ
Айырылышҡас, ҡатыным миңә үсләшеп, балабыҙ менән осраштырмай. Уларға баланы ҡарау өсөн ай һайын аҡса ебәреп торам. Нимә эшләргә?
Сәғит.
Ҡырмыҫҡалы районы.

Элекке ҡатынығыҙ, һеҙҙе алиментҡа бирә ҡалһа, балағыҙға аҡса ебәреү тураһындағы чектарығыҙҙың квитанцияһын һаҡлағыҙ. Бала менән осрашыу ваҡытын билдәләү өсөн судҡа мөрәжәғәт итегеҙ.

Ваҡытында хатаны төҙәттерегеҙ
Тыуыу тураһындағы таныҡлығымда атай-әсәйем тураһындағы белешмәлә әсәйемдең атаһының исеме хаталы яҙылған. Нисек төҙәттереп алырға?
Әлфирә.
Күгәрсен районы.

Иң тәүҙә таныҡлыҡ бирелгән ЗАГС-ҡа барып, акттар теркәүе кенәгәһенән таныҡлығығыҙҙы тикшертегеҙ. Бәлки был документта әсәйегеҙҙең атаһының исеме дөрөҫ яҙылғандыр. Әгәр ҙә унда ла хаталы булһа, ЗАГС-тағылар элекке хатаһын танымаһа, туғанлыҡ ептәрен билдәләү тураһында судҡа ғариза яҙығыҙ. Юғиһә һуңынан әсәйегеҙҙең мираҫына дәғүә иткәндә, милеккә хоҡуғығыҙҙы билдәләгәндә аңлашылмаусанлыҡтар тыуыуы ихтимал.

З. ХӘСӘНОВА әҙерләне.

Сығыу ваҡыты 2-04-2018, 07:00 | Ҡаранылар: 201
|
  • Юрист кәңәше
  • Һорауға - яуап
  • һорау-яуап
  • Көсләп асылған күҙҙең нуры юҡ
  • «Эшһеҙ ҙә, инвалид та, пенсионер ҙа алимент түләргә тейеш»
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)
  • Ылау (Хикәйә)



  • Радио Юлдаш FM