НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Йондоҙнамә (26 март – 1 апрель)

Йондоҙнамә (26 март – 1 апрель)


Йондоҙнамә (26 март – 1 апрель)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Ҡатмарлы осор. Был арала ярҙамға мохтаж булырһығыҙ, ләкин уны таба алмаҫһығыҙ. Яҡын киләсәккә ҡорған маҡсаттарығыҙҙан ваҡытлыса баш тартырға ла тура килер һымаҡ. Элек башлаған эштәрегеҙҙе тамамларға тырышығыҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна барышында йыш алданыуығыҙ ихтимал. Ҡайһы саҡта үҙегеҙ ҙә алдарға мәжбүр булырһығыҙ. Бәғзеләр һеҙҙе шикле эштәргә йәлеп итергә маташыр. Уларҙан ары тороуығыҙ хәйерле. Һаулығығыҙға иғтибар биреүегеҙ дөрөҫ булыр.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Күптәнге таныштарығыҙ менән аралашыу­ҙа ҡытыршылыҡтар килеп сығыр. Икенсе яҡтан, яңы таныштар, яңы маҡсаттар урын алыр. Тап был арала электән борсоп торған ниндәйҙер мөһим мәсьәләгә тулыһынса асыҡлыҡ индерерһегеҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Ҡәҙимге аҙна. Уңайлы мәлдәр шишәмбе һәм йомала булыр. Шаршамбыла бер ниндәй ҙә дәғүәгә инмәгеҙ. Кесе йомала, киреһенсә, үҙ һүҙегеҙҙе мөмкин тиклем яҡлауығыҙ дөрөҫ булыр. Яҡшы хәбәрҙәр даими килеп торор.

Буға (21.04 – 21.05)
Аҙна еңелдән булмаҫҡа оҡшай. Ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр башығыҙҙы ҡатырыр. Тураһын әйтеп, кемгәлер оҡшамауығыҙ ихтимал. Шаршамбыла тәжрибәгеҙ ниндәйҙер сетерекле хәлде урап үтергә ярҙам итер. Йондоҙҙар төп эшегеҙҙә башҡаларҙың эшенә артыҡ ҡыҫылмаҫҡа кәңәш итә.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Дөйөм эштә әүҙем ҡатнашырға ҡушыла. Аҙаҡ эшегеҙ тейешле баһаланыр, моғайын. Кесе йомала бәғзеләр ниндәйҙер күптәнге ваҡиғаны иҫегеҙгә төшөрөр. Йомала таныш булмаған кешенән ҙур булмаған мәсьәләлә алданыуығыҙ мөмкин.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Был арала элек һайлаған йүнәлеште баһалай алырһығыҙ. Әгәр ул дөрөҫ булһа, алдығыҙҙа яңы мөмкинлектәр асылыр. Кире осраҡта – яҡын киләсәктә һеҙҙе ниндәйҙер юғалтыуҙар ҙа көтөүе мөмкин. Кемдер элекке бурысығыҙ тураһында хәтерегеҙгә төшөрөр.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Төп эшегеҙҙә был арала кеше күҙенә артыҡ салынмаҫҡа тырышығыҙ. Етәкселәр менән осраҡлы осрашыу ҙа өҫтәмә мәшәҡәттәр тыуҙырыр. Элек тамамланмай ҡалған эштәрегеҙҙе бөтөрөүгә иғтибарығыҙҙы йүнәлтегеҙ. Шәмбелә ниндәйҙер ярҙам да алыуығыҙ мөмкин.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Ҡайһы бер дуҫтарығыҙҙың үҙҙәрен кире яҡтан күрһәтеүе бар. Кәрәк саҡта уларҙан тейешле ярҙамды ла алмаҫһығыҙ һымаҡ. Бәғзе маҡсаттарығыҙҙан әлегә баш тартырға ла тура килер.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Матди хәлегеҙҙе яҡшыртыу өсөн уңайлы мәлдәр булыр кеүек. Уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн йылдам эш итегеҙ. Һәр хәлдә үтә иғтибарлы булығыҙ. Яҡын киләсәккә ҡорған уй-маҡсаттарығыҙҙы әлегә сер итеп һаҡлағыҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Аҙна барышындағы һөйләшеү һеҙҙең өсөн файҙалы һәм өмөтлө булмаҡсы. Киләсәккә ҡайһы бер фекерҙәр ҙә тыуыр, моғайын. Шаршамбыла төп эшегеҙҙә иңегеҙгә өҫтәмә бурыс йөкмәтеүҙәре ихтимал. Бер ниндәй ҙә дәғүәгә инмәгеҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Даими осрап торған ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр эштәрегеҙгә кире йоғонто яһар. Бәғзе эшегеҙҙе ваҡытлыса туҡтатып та торорға мәжбүр булырһығыҙ. Был арала рәсми сараларҙа ла ҡатнашырға тура килер. Аҙна барышында матди хәлегеҙ мотлаҡ яҡшырырға тейеш.


Сығыу ваҡыты 26-03-2018, 12:10 | Ҡаранылар: 455
|
  • Йондоҙнамә (5-11 март)
  • Йондоҙнамә (29 ғинуар – 4 февраль)
  • Йондоҙнамә (30 октябрь - 5 ноябрь)
  • Йондоҙнамә (11-17 апрель)
  • Йондоҙнамә ( 11 – 17 ғинуар)
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)
  • Ылау (Хикәйә)



  • Радио Юлдаш FM