RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Алтын ғына ситлек эстәре...

24.03.2018 Алтын ғына ситлек эстәре...

Алтын ғына ситлек эстәре...
йәки Иреңдең бай булыуы бәхетме?

– Мин бит март айында Өфөгә атайымды ерләргә ҡайтып килдем. Һиңә шылтыратып торманым инде, ғәфү ит. Мәшәҡәттәр ҙә күп булды, кәйеф тә юҡ ине...
Ҡыйыҡтан тамған тамсылар Мәҙинәнең устарында тып та тып килеп бейеп ала ла ергә һикерә. Әйтерһең дә, әхирәтемдең күңел төпкөлөндәге күҙ йәштәре шулай тама. Ишеткән яңылыҡтан бер аҙ шаңҡып ҡалдым. 60 йәше лә тулмаған Илдар ағайҙың үлеменә ышанғы килмәй. Үҙен яҡшылап белмәй ҙә инем инде, Мәҙинә менән дуҫлашып, аралаша башлағас, бер нисә тапҡыр ата-әсәһе менән осрашырға тура килде. Һуңғы күрешкәнгә лә ун йыл ваҡыт үткән, тап шул йылда әхирәтем Санкт-Петербург ҡалаһына сығып киткәйне. Йәл...

– Ауырынымы әллә?
– Юҡ, юл фажиғәһенә осраны.
– Мәрйәм апай ни хәлдә? Эргәһендә берәйһе бармы?
– Илай инде. Һеңлем барып йөрөй.
– Ә һин ниңә ҡалып, бер аҙ әсәйең янында тора бирмәнең һуң?
– Нисек иремде бер үҙен ҡалдырайым? ярты Питерҙың бисәләре уны ҡулына төшөрә алмай яфалана...
Ә-ә-ә, ир бар бит әле бында. Әле лә легендар ҡаланың ожмах­ҡа тиң Йәйге баҡсаһында (Летний сад), ямғырҙан ҡасып, сатыр аҫтында торабыҙ. Үҙебеҙ Роман-Рушандың өйҙән сығып китеүен көтәбеҙ. Сөнки ул үҙ йортонда сит кешеләрҙе күрергә теләмәй. Ә әхирәтем, уның һөйөклө ҡатыны, ун йылға бер күрешкән мине ҡунаҡ иткеһе килә. “Иҫ киткес шәп ир” бынан ярты сәғәт элек өйгә ҡайтҡан, әлеге ваҡытта сәй эсә, ә ярты сәғәттән ул ҡала ситендәге шәхси йорттарының видеокүҙәтеүен тикшерергә юлланасаҡ. Алда әхирәтем менән бергә үткәрәсәк 4 – 5 сәғәт бына ошондай күңелһеҙ хәбәрҙән башланды.
Мәҙинә менән бер-беребеҙҙе күптән беләбеҙ. Урамдағы осраҡлы аралашыу артабан дауам итеп, яҡын дуҫтарға, серҙәштәргә әүерелдек. Баш ҡалаға күсеп килгән осорҙа ул миңә ныҡлы терәк булды. Ысын дуҫлыҡтың нимә икәнен әхирәтемдең һыҙаттарында беләм. Сәнғәт институты студенты, “зәңгәр экран” “йондоҙо”, ҡалала үҫкән татар ҡыҙы, башҡорт гимназияһын тамамлаған, тәүге һөнәре буйынса француз теле уҡытыусыһы. Ике йыл йәйге ялын Төркиә курорттарында эшләп, төрөк телен дә һыу кеүек “эсергә” өйрәнде. Ҡыҫҡаһы, белемле, егәрле һәм талантлы ҡыҙ. Әммә шул уҡ ваҡытта уның эскерһеҙ булыуы, ауылса ихласлығы мине арбай. Әхирәтемдең тик бер генә ҡылығы аптырата ине: ул һәр ваҡыт бай иргә кейәүгә сығырға хыялланды. Ауыл ҡыҙы булараҡ, минең өсөн байлыҡ ул саҡта фатир, машина һәм эш менән сикләнһә, быларҙың барыһына ла эйә булған Мәҙинә мотлаҡ үҙ бизнесы, бер нисә фатиры һәм банкта ҙур суммалы иҫәбе булғандарҙы ғына бай тип һананы. Ә статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, быларға эйә булған ирҙәрҙең күбеһе ғаиләле (ә әхирәтемә һөйәркә статусы кәрәкмәй) йә ҡарт. Шуға күрә ул һәр ваҡыт яңғыҙ булды.
Юҡ, һомғол буйлы, зәңгәр күҙле, сөм ҡара сәсле, ап-аҡ йөҙлө, ҡалын бүлтәй ирендәренән йылмайыу китмәгән ҡыҙ янында һәр саҡ ир-егеттәр булды. Етмәһә, камералар алдында эшләп өйрәнгән Мәҙинә кәрәк саҡта күкрәк тауышы менән, кәрәк саҡта иркә ҡыҙҙай наҙланып ҡына һөйләшә белә. Башҡа осраҡта, көслө булһа ла, ир-аттар янында яҡлаусы эҙләгән нәзәкәтле ҡатынға әүерелә. Тик ул эргәлә йөрөгән ирҙәр “һунар” өсөн түгел ине. Ә кәрәкле “объект” килеп сыҡһа, әхирәтем шундай ҡатмарлы, әммә ҡыҙыҡлы интригалар ҡора торғайны, уның янында бөгөнгө телесериалдар сүп кенә кеүек. Шуға ла миңә уның менән һәр ваҡыт күңелле булды. Әйткәндәй, ул саҡта “Окей гугл” тигән әхирәт юҡ, Мәҙинә кемдең кем икәнлеге, социаль хәле тураһында нисек хәбәрҙар булғандыр, һаман да сер булып ҡала. Мәҫәлән, бер егет менән танышыу өсөн ул 20 көн буйы төнгө клубҡа йөрөнө. Тик осраша башлағас ҡына уның әллә ни аҡыллы булмауы, барлыҡ бизнесы менән атаһы идара итеүе асыҡланды. Киләсәген ныҡлы уйлап эш иткән әхирәтем: “Атаһы үлеү менән хәйерсегә әйләнәсәк”, – тип егеттән баш тартты. Рәсәй буйлап тундар менән һатыу иткән миллиардер төрөк әхирәтемә өйләнеү өсөн уның яулыҡ ябыныуын, намаҙға баҫыуын теләне. Бер осорҙа Мәҙинә мәсеткә лә йөрөй башлағайны, тик мосолман ирҙең киләсәктә тағы ла ике ҡатын алыр­ға теләге барлығын белгәс, кире уйланы. Аҡ йортта эшләгән ҙур түрәнең ҡулы менән йөрәгенән баш тартыуына аптырағас, әхирәтем был ҡылығына ла үҙ позицияһын белдереп: “Власть – ул ваҡытлыса нәмә, бөгөн бар, иртәгә юҡ. Бер нисә йылдан эшенән сығарһалар йәки хаҡлы ялға китһә, ул кем? Ябай пенсионер, кеҫәһендә елдәр уйнаясаҡ. Ир кешегә статусты кресло түгел, ә аҡса менән характер бирә”, – тине.
Шулай байтаҡ ҡына ваҡыт үтеп киткәс, Мәҙинә, ниһайәт, үҙ бәхетен – бөтә талаптарға яуап биргән бай ир тапты. Ул илдең баш ҡалаһын яулау маҡсаты менән үҙәк телевидение иғлан иткән алып барыусылар конкурсына киткәйне. Юлда осраҡлы ғына танышып киткән ирҙең тиҙ арала финанс хәлен белеп ҡалып, өс көн эсендә ҡармаҡҡа эләктереп тә ҡуйҙы. Мәскәүҙе яуларға, тигән маҡсаттар онотолдо, сәхнә ҡайғыһы китте. Баш ҡаланан ҡайтып, әйберҙәрен йыйҙы ла, Роман-Рушан артынан Санкт-Петербургка сығып та китте. Кафела осрашып, 40 минут эсендә хушлашып ҡына өлгөрҙөк. Ата-әсәһе – Өфө ҡалаһынан, әммә Рушан үҙе бында ғүмерендә өс кенә тапҡыр булған, килергә ашҡынып та тормай. Бик ҙур төҙөлөш компанияһының генераль директоры, шәхси мөлкәтенең иҫәбе-һаны юҡ – аэродром, яхталар һәм башҡалар. Никах бүләге итеп Мәҙинәгә матурлыҡ салоны вәғәҙәләгән. Маҡсатына ирешкән ҡыҙҙың бәхете сиктән ашҡайны. “Гөлдәриә, ул бит бөтөнләй икенсе тормош һәм икенсе донъя. Ҡайҙа теләйһең, нимә теләйһең – барыһы ла алдыңа килә. Балаларым минең кеүек аҡсалы эш эҙләп интекмәйәсәк, йәндәре теләгән һөнәрҙе һайлаясаҡ...”
Бына шул һуңғы күрешеүгә ун йыл ваҡыт та үтеп киткән. Был ваҡыт арауығында әхирәтемдең бер тапҡыр ҙа Өфөгә, атай йортона ҡайтҡаны булманы, әлбиттә, атаһын ерләүҙе иҫәпкә алмағанда. Туйҙарына бара алманым, тыу­ған көндәрен, ғәҙәттә, улар ғаилә менән сит илдә йә диңгеҙ буйында үткәрә ине. Петербургка юлым төшөүен белгәс тә беҙ осрашырға килештек. Телефон аша аралашыуҙан Рушандың бик сәйер кеше икәнен алдан уҡ аңлағайным инде. Хәйер, был сәйерлек түгел, ә кеше яратмау була. Өйҙәренә ҡунаҡ килеүгә ул ҡырҡа ҡаршы, хатта ҡыҙҙарын, ейәнсәрҙәрен күрергә килгән Илдар ағай менән Мәрйәм апай­ҙы ла ул ҡунаҡханаға (әлбиттә, биш йондоҙло, бөтә уңайлыҡтары булған) урынлаштырған. Кейәү­ҙәре эштә саҡта булғандар ҙа, кискелеккә ҡунаҡханала йоҡлағандар. Йә, Хоҙай, минең атайым менән әсәйем ундай ҡылыҡтан һуң тупһама ла баҫмаҫ ине...
– Мәрйәм Илдаровна, Роман Вадимович китте. Һеҙ ҡайтыуға нимә бешерәйем? – беҙҙең һөйләшеүҙе ашнаҡсы ҡатындың шылтыратыуы бүлде.
– Һин Португалия кухняһын яратаһыңмы? – әхирәтем миңә текәлде.
– Ғүмерҙә лә ул илдә булған юҡ, ундағы халыҡтың нимә ашағанын да белмәйем.
Мәҙинә, йылмайып, ашнаҡсы­һына күрһәтмә бирергә тотондо:
– Мотлаҡ ҡыҙыл балыҡ менән бакаляу һәм фейжоада. Ә сәйгә молотофф әҙерләгеҙ, йәме!
Рушандың эшкә китеү шатлығынан ямғыр яуыуына ла иғтибар итмәй, Пестель урамы буйлап Мәрйәмдәрҙең өйөнә йүнәлдек.
Ҡала үҙәгенең иң ҡиммәтле йорттарының береһендә тотош ҡатты биләгән фатирҙың байлығын һәм матурлығын һүрәтләп тороу кәрәкмәй, һеҙ уны былай ҙа күҙ алдына килтерәһегеҙ. Шуны ғына әйтәм, әхирәтемдең йоҡо бүлмәһендәге йыһаздары минең Өфө ҡалаһындағы торлаҡ хаҡымдан ике тапҡырға ҡиммәтерәк ине. Алты һәм ике йәшлек ҡыҙ балаларҙың үҙ ҡараусылары, хужалыҡ эштәрен атҡарыусы, шәхси водитель һәм ашнаҡсы – был йортто ошо кешеләр хеҙмәтләндерә. Ә әхирәтемдең көнө фитнес үҙәгендә һәм үҙенең матурлыҡ салонында үтә. Унда ла барлыҡ эште администратор ҡыҙ башҡара, ул бары тик күренеп кенә китә. Йә сәс буята, тырнаҡтарын ипкә килтертә.
– Рушан шул тиклем талапсан кеше, уға ҡара сәсле ҡатын-ҡыҙҙар оҡшамай. Шуға күрә һәр ике аҙна һайын буятып ҡына торам. Эштән ҡайтыуына өйҙә сит кешеләр булыуын яратмай. Шуға күрә ҡыҙҙар бөтәһе лә киске сәғәт 7-лә таралыша, бөтә йорт мәшәҡәте минең өҫтә ҡала. Шуға күрә көндөҙ ял итәм. Бында ун йыл йәшәйем, бер генә лә ысын әхирәтем юҡ. Урта хәллеләр мине аңламай, ә бай бисә­ләр­ҙең мәшәҡәттәрен мин аңламайым. Рушандың дуҫының ҡа­тыны кисә шылтыратты, Миланға күлдәк алырға барайыҡ, ти. Минең өсөн был ахмаҡлыҡ кеүек күренә.
– Өфөнө һағынаһыңмы, Мәҙинә?
– Эшемде һағынам. Ә Өфө нисектер сит, ят булып ҡалған. Етмәһә, ун йылдан һуң ғына, уныһында ла ҡайғылы ваҡиғаға ҡайттым бит.
– Мин гел әйтә килдем, атай-әсәйҙәр мәңгелек түгел, иҫән-һау ваҡыттарында ҡайт, тип...
– Рушан уларҙы, фатир алып бирәм, тип бында күсергә өгөтләне, үҙҙәре бит риза булманы.
– Һуң, нисек инде улар ғүмер буйы йәшәгән ерҙәрен ҡалдырып, һинең арттан китһендәр? Әле һуң ни өсөн әсәйең янында берәй аҙна булһа ла ҡалманың? Рушан хәлеңде аңламаймы ни?
– Гөлдәриә, һин аңламайһың, бай ирҙәргә һәр ваҡыт контроль кәрәк. Хатта йүнле эше лә булмаған ирҙәрҙе яулар өсөн бисәләр әллә нимәләр ҡылана. Ә уның эше лә, аҡсаһы ла бар.
– Мәҙинә, байлыҡ бит сикһеҙ. Ярай, хан һарайындай өйөгөҙ бар, әммә унда кеше килә алмай. Йылына дүрт тапҡыр сит илгә йөрөйһөң, ә тыуған йортоңа ун йыл ҡайта алмайһың. Алдыңда һеперелеп йөрөгән хеҙмәтселәрең бар, ә дуҫтарың юҡ. Хатта үҙеңдең тәбиғи ҡара сәсеңде лә йөрөтөргә хаҡың юҡ. Бындай байлыҡ менән нимә таптың да, нимә юғалттың? Миңә бит һинең әллә ниндәй Португалия кухняһы кәрәкмәй, элеккесә рәхәтләнеп ултырып һөйләшһәк, көлөшһәк, ҡабыҡлы картуфҡа ла ризамын.
– Мин хәҙер инде элеккесә йәшәй алмайым. Тиндәр һанап йәшәүҙе оноттом...
– Тиндәрҙе ауылдан килгән, телефонды ла кредитҡа алған мин һанай инем. Ә һин шул саҡта уҡ машинала йөрөнөң, әсәйең янында дүрт бүлмәле фатирҙа йәшәнең, нимә эшләһәң дә ҡулыңдан килде, яратҡан һөнәрең бар ине. Әкиәттә яҙалар бит, алтын ситлек ҡошо, тип. Һин дә шулай һауала һайрар ҡош була тороп, ситлектәге тормошто һайланың. Мин хан һарайы тураһында әкиәт уҡыған бала саҡта хыяллана инем. Ә һин, аҡыллы ҡыҙ була тороп, хаталандың. Ғүмерең, бай ирҙе юғалтыуҙан ҡурҡып, атай-әсәйеңдән, туғандарыңдан ситтә үтә.
Өфөгә был сәфәрҙән шатланып түгел, ә ауыр тойғолар менән ҡайттым. Ун йыл элек бай ир артынан сапҡан әхирәтемдең ҡылыҡтарын көлкө күрә инем. Ниндәй упҡынға һикергәнен аңламағанмын...
Хәйер, һәр кем бәхетте үҙенсә күрә. Минең өсөн ул һуңғы телем икмәгемде яҡын кешеләрем менән бүлешеү булһа, Мәҙинә өсөн Португалия рецебы буйынса бешерелгән бакаляу һәм фейжоада менән әхирәтен шаҡ ҡатырыу. Иҫ китмәле тәмле ине бит.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Һаҡсыл булғың килһә...

11.12.2018 - Махсус биттәр Һаҡсыл булғың килһә...


Йондоҙнамә (10-16 декабрь)

09.12.2018 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (10-16 декабрь)


Телеңде йоторлоҡ! Кәбеҫтә тоҙлау

06.12.2018 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ! Кәбеҫтә тоҙлау


Барыһы ла һыуытҡысҡа түгел

04.12.2018 - Махсус биттәр Барыһы ла һыуытҡысҡа түгел


Йондоҙнамә (3-9 декабрь)

03.12.2018 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (3-9 декабрь)


Әсе ҡамырҙан итле самса

03.12.2018 - Махсус биттәр Әсе ҡамырҙан итле самса


Гөлдәрегеҙ гөрләп сәскә атһын

02.12.2018 - Махсус биттәр Гөлдәрегеҙ гөрләп сәскә атһын


Хужабикәләргә кәңәш

30.11.2018 - Махсус биттәр Хужабикәләргә кәңәш


Ҡасан тоҙ һалырға?

28.11.2018 - Махсус биттәр Ҡасан тоҙ һалырға?


Йондоҙнамә (26 ноябрь - 2 декабрь)

26.11.2018 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (26 ноябрь - 2 декабрь)