RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ергә етди ҡараш кәрәк

27.02.2018 Ергә етди ҡараш кәрәк

Ергә етди ҡараш кәрәк
Рәсәй реестр хеҙмәтенең («Росреестр») БР буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Ленара ДЕГТЯРЕВА халыҡты борсоған һорауҙарға яуап бирә.

– Дәүләт ер надзорында ниндәй хоҡуҡ боҙоуҙар күҙәтелеүе мөмкин?

– Документта күрһәтелгәндән ҙурыраҡ биләмәне файҙаланыу, ер биләмәһен рәсми рәүештә теркәмәү, уның маҡсатлы тәғәйенләнешен боҙоу һәм башҡалар. Мәҫәлән, ерҙе шәхси торлаҡ төҙөү өсөн теркәгәндәр, ә унда магазин бинаһы урынлашҡан.
– Минең күршем йорттар араһындағы тыҡрыҡтың бер өлөшөн баҫып алды. Был осраҡта закон буйынса ниндәй яза ҡаралған?
– Дөйөм ҡулланышта булған ерҙе баҫып алған осраҡта физик шәхес административ язаға тарттырыла – уға штраф һалына һәм законды үтәүҙе талап иткән күрһәтмә тапшырыла. Физик шәхестәр өсөн минималь штраф 5 мең һум ҡарал­ған. Ғәҙәттә, штраф күләме документһыҙ файҙаланылған ер биләмәһенең кадастр хаҡынан сығып билдәләнә.
– Ер закондарын боҙоу асыҡланһа, уларҙы юҡҡа сығарыу өсөн күпме ваҡыт бирелә?
– Был хаҡта закон боҙоусыға тап­шырыл­ған күрһәтмәлә әйтелә. Законды һанламау асыҡланһа, ҡағиҙә булараҡ, 6 ай ваҡыт бирелә. Был ваҡыт арауығы законһыҙ биләгән ер биләмәһен бушатыу йәки законға ярашлы рәсмиләштереү өсөн етерлек. Әгәр ҙә, ниндәйҙер сәбәп буйынса, законды боҙған граждан уны үтәп өлгөрмәй икән, ваҡытты оҙайтыуҙы һорап мөрәжәғәт итә ала.
– Ер биләмәһе шәхси торлаҡ төҙөү өсөн арендаға бирелгән. Тик унда төҙөлөш бармай. Бының өсөн ниндәй яза ҡаралған?
– Шәхси торлаҡ төҙөү өсөн алынған ер биләмәһен файҙаланмаған өсөн административ штраф һалыу ҡаралған. Әгәр ҙә биләмәнең кадастр хаҡы билдәле булһа, уның 1 – 1,5 проценты күләмендә, тик 20 мең һумдан артмаған штраф һалына. Ә инде ерҙең кадастр хаҡы билдәле түгел икән, штраф күләме – 20 меңдән алып 50 мең һумға тиклем.
– Ер биләмәһендә декларацияланған майҙан бар, йәғни межалау процедураһы башҡарылмаған. Был административ хоҡуҡ боҙоуға инәме?
– Юҡ, ер участкаларын межалау йәки сиктәрен аныҡлау биләмә хужаһының теләге буйынса башҡарыла.
– Күршем гараж төҙөнө, минеңсә, ул 40 – 50 сантиметр еремде баҫып алды. Контроль-күҙәтеү органдарына мөрәжәғәт итһәм, уны ниндәй эҙемтәләр көтә?
– Граждандарҙың мөрәжәғәте буйынса пландан тыш тикшереүҙәр ойошторола. Хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланһа, күрһәтмә тапшырыла һәм ғәйепләнеүсегә, РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 7.1 статьяһына ярашлы, 5 мең һум күләмендә штраф һалына.
– Дүрт йыл элек шәхси торлаҡ төҙөү маҡсаты менән һатып алған ер өсөн штраф һалыу законлымы? Участкала бер ни ҙә төҙөлмәгән…
– Әгәр ҙә шәхси торлаҡ төҙөү өсөн тәғәйенләнгән ер биләмәһе 3 йылдан ашыу файҙаланылмай икән, был РФ Ер кодексының 42-се статьяһы талаптарын боҙоуҙы аңлата. Тикшереүҙән һуң, Ер кодексының 71-се статьяһы нигеҙендә, законды үтәү өсөн ваҡыт билдәләнә һәм күрһәтмә тапшырыла. Шулай уҡ административ яза – 20 мең һум күләмендә штраф ҡаралған.
– Быйыл 1 ғинуарҙан хоҡуҡ теркәлгән, тик межаланмаған ер участкалары менән файҙаланыу һәм идара итеү тыйыла, тигән хәбәр йөрөй. Был дөрөҫмө?
– Юҡ, был дөрөҫ түгел. Бөгөн Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрында теркәлгән, тик сик координаттары хаҡында мәғлүмәт булмаған ер биләмәләренә хоҡуҡ теркәүҙе туҡтатыу нигеҙһеҙ. Сиктәре аныҡланмаған биләмәне һатыр­ға иҫәп тотаһығыҙ икән, бының өсөн дә ҡаршылыҡтар юҡ. Шулай ҙа «Росреестр» ваҡытында межалау сараһын күрергә саҡыра. Был күршеләр менән аңлашылмаусанлыҡтан ҡотҡарыр.

Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА әҙерләне.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



"Йондоҙло табын" - Альбина МУЛЛАҒОЛОВА

Ямандар арҡаһында бикләнә – ишектәр ҙә, күңелдәр ҙә...

Йондоҙнамә (22-28 апрель)

22.04.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (22-28 апрель)


Калифорнияға сәйәхәт

21.04.2019 - Махсус биттәр Калифорнияға сәйәхәт


Телеңде йоторлоҡ! (12.04.2019)

20.04.2019 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ! (12.04.2019)


Йондоҙнамә (15-21 апрель)

15.04.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (15-21 апрель)


Малайға тәрбиә биреп – ил тәрбиәләйһең, Ҡыҙға тәрбиә биреп – милләт тәрбиәләйһең

Телеңде йоторлоҡ! (15.03.2019)

13.04.2019 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ! (15.03.2019)


«Атайым – оло шәхес»

09.04.2019 - Махсус биттәр «Атайым – оло шәхес»


Йондоҙнамә (8-14 апрель)

08.04.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (8-14 апрель)


Үҙаллылыҡ емеше

08.04.2019 - Махсус биттәр Үҙаллылыҡ емеше


Мин һинһеҙ йәшәй алмайым

05.04.2019 - Махсус биттәр Мин һинһеҙ йәшәй алмайым