RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Пенсияла ла тик ятырға йыйынмайым»

26.02.2018 «Пенсияла ла тик ятырға йыйынмайым»

«Пенсияла ла тик ятырға йыйынмайым»
Нефтекама дәүләт филармонияһы директоры Рәйес Исмәғилев биш урында етәксе вазифаһын лайыҡлы тартты

Ошо көндәрҙә иң яҡын дуҫтарымдың береһе Рәйес Абдрахман улы Исмәғилевҡа 65 йәш тула. Ул – Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, оҫта ойоштороусы, эҙләнеүсән, тынғыһыҙ етәксе, әүҙем йәмәғәтсе, тоғро иптәш. Йәштәре 60-ты уҙған, һәр нәмәгә, һәр осраҡҡа үҙ ҡарашы, үҙ фекере булған ике уҙамандың сираттағы осрашыуындағы ихлас һөйләшеүҙе гәзит уҡыусыларға тәҡдим итәм.

– Рәйес дуҫ, яҡшы етәксе, коллективтың лидеры булыр өсөн бер нисә бот тоҙ ашарға кәрәк. Ә һин биш урында директор йөгөн тарттың һәм тартаһың. Әйткәндәй, ни эшләп «һөргөнгә» ризалаштың? Һин бит Өфөлә бик «йылы» ғына урында эшләй инең...
– Мин үҙемде ижад кешеһе тип һанайым, ә музей директорының шөғөлө башҡасараҡ. Икенсенән, гел баш ҡалала ғына эшләү ялҡытҡандыр ҙа, башҡа ерҙәрҙе күреү, икенсерәк мөхиттә үҙеңде һынап ҡарау теләге лә юҡ түгел ине. Филармония, мәҙәниәт усағы булараҡ, үҙенә генә хас бурысты үтәй – концерттар ойоштора һәм музыка сәнғәтен пропагандалай. Әүәлерәк миңә таныш театр ҙа, телевидение ла түгел, ә яңы бер донъя, ижад өсөн яңы бер йүнәлеш ине. Ифрат татыу, берҙәм коллективҡа эләктем. Урындағы етәкселәр менән уртаҡ тел таптыҡ, ҡала халҡы ла филармонияны үҙ итте, эркелешеп концерттарға йөрөйҙәр.
Минең бурыс һәм маҡсат яулаған үрҙәрҙе бирмәү, тәүге етәкселәр башлаған эштәрҙе лайыҡлы дауам итеү, коллективтың ижади эшмәкәрлеген заман ҡуйған талаптарҙан сығып ойоштороу ине. Беҙҙең коллектив күп милләтле, сығыш яһаған жанрҙар ҙа күп төрлө: өс телдә эшләүсе эстрада төркөмдәре, әҙәби-музыкаль лекторий, цирк төркөмө, «Түңгәүер» бейеү ансамбле ижад итә. Йәштәр ҙә күп, быйыл ғына биш артист филармонияны тулыландырҙы.
Балалар ижадын үҫтереүҙе, улар­ҙы сәнғәткә йәлеп итеүҙе лә күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ. «Сыңғыҙ һәм Тамерлан» тип аталған цирк эстрада төркөмөндә лә, «Түңгәүер» ансамбле ҡарамағындағы бейеү студияһында ла балалар шөғөлләнә. Ҡурайҙа уйнарға теләүселәргә Башҡортостандың халыҡ артисы Айбулат Рәхмәтуллин дәрестәр бирә. Фольклор ансамбле ойоштороп ебәрергә ниәтләйбеҙ.
– Ҡалала абруйың ҙур. Һине филармония директоры ғына итеп түгел, әүҙем йәмәғәтсе лә тип беләләр...
– Беҙ совет осоронда үҫкән кешеләр бит, ҡайҙа ҡушһалар, шунда барабыҙ (көлә). Йәмәғәт башланғыстарындағы вазифаларымды һанап тормайым, тартҡан атҡа тейәйҙәр ҙә тейәйҙәр, тип әйтәләрме әле. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының төньяҡ-көнбайыш төбәк ойошмаһы рәйесе вазифаһын атап үтер инем. Йәшерен-батырыны юҡ, был яҡтар­ҙа беҙҙең милләт кешеләре аҙ йәшәй, күрше республиканың йоғонтоһо ла ҙур. Берәй милли сара үткәреү ауырға тура килә. Әммә бирешмәйбеҙ, Өфөнән килеп ярҙам итеп торалар, төрлө районда йәшәгән рухлы милләттәштәребеҙгә таянып, эште дауам итәбеҙ.
– 2006 – 2011 йылдарҙа М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрының директоры булдың. Был һинең ижади, һөнәри һәм карьера үҫешендәге иң юғары нөктәлер, тип һанайым...
– Әйткәнемсә, мин үҙемде һәр саҡ етәксе, директор йә иһә башҡа төрлө хужа итеп түгел, ә режиссер итеп күрҙем һәм шуға ышандым, фильмдар төшөрөү, спектаклдәр ҡуйыу, концерттар ойоштороу ине маҡсатым. Әммә алты йыл тирәһе театрҙың директоры булып эшләргә тура килде.
Тураһын әйтәм, театр директоры арбаһын тартыу еңел түгел. Тәү сиратта – хужалыҡ мәшәҡәттәре, аҡса табыу, ошонда хеҙмәт иткән кешеләрҙең тормош-көнкүрешен хәстәрләү. Бөтә тырышлыҡ, көндәлек мәшәҡәттәр, алдан хәстәрләүҙәр бер маҡсатҡа – ижади эшмәкәрлекте тәьмин итеүгә, заманса йыһазландырылған, иң талапсан тамашасының зауығына яуап бирерлек, юғары кимәлдәге спектакль-тамашалар ҡуйыуға йүнәлтелә.
Мин театрға килгәс, төҙөлөштө тамамлап ҡуйҙыҡ, декорациялар һаҡлау, уларҙы сығарыу урындарын эшләттек, артистарға өҫтәмә грим бүлмәләре булдырҙыҡ, бәләкәй сәхнәне эшкә ҡуштыҡ. Түбәнән һыу ағып тора ине, уны ремонтланыҡ. Автомобилдәр ҡуйырлыҡ уңайлы итеп гаражды йүнәттерҙек, яҡтыртыу техникаһы һатып алдыҡ, елләтеү системаһын яңырттыҡ. Ком­позитор Юлай Үҙәнбаев менән тауыш яҙҙырыу цехын көйгә һалдыҡ, хеҙмәткәрҙәр өсөн айырым инеп-сығып йөрөү урынын (служебный вход) булдырҙыҡ, кафе астыҡ. Етерме?
Артабан да һанап китә алам, әммә эш башы унда түгел. Иң мөһиме – ижади коллективҡа, ошонда хеҙ­мәт һалған бөтә кешегә тейешле шарттар тыуҙыра алдыҡ.
Ауыҙ тултырып һөйләрлек ижади эштәребеҙ ҙә бар ине. Әйтәйек, йыл һайын биш-алты премьера үтә торғайны. А. Әбүшаһманов ҡуйған «Кәкүк ояһы» спектакле «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестивалдә гран-при алды, тәүге тапҡыр «Алтын битлек» бәйгеһендә ҡатнашып, диплом алып ҡайттыҡ. Үҙебеҙҙең тамашалар менән Ҡытайҙа, Төркиәлә, Белоруссияла, Мәскәү, Санкт-Петербургта, башҡа республика-өлкәләрҙә гас­тролдәрҙә булдыҡ. Һанап китһәң, күп инде ул уңыштар.
– Һин эшләгән саҡта ситтән режиссерҙар саҡырып спектаклдәр ҡуйыу ғәҙәткә инеп китте. Әле лә театрҙар ошо алымды ҡуллана. Минеңсә, был ике яҡлы сара. Дөрөҫ, ят ерҙән, баш ҡаланан килгән режиссерҙар ижади процесҡа ниндәйҙер яңылыҡ өҫтәй. Әммә был урындағы кадрҙарҙы ҡыҫырыҡлау кеүек килеп сыға түгелме? Ситтеке милли үҙенсәлектәрҙе лә белеп бөтмәй.
– Мотлаҡ башҡа театрҙарҙан режиссерҙар саҡырырға кәрәк! Әйтәйек, беҙ үҙебеҙҙең спектаклдәрҙе ҡуйырға Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, хатта Франциянан оҫталар саҡырҙыҡ. Аҙаҡ бер ҙә үкенмәнек, бына тигән тамашалар әҙерләп күрһәттек.
Тағы бер нәмә хаҡында әйтергә онотҡанмын. Мин эшләгән осорҙа театрға күп кенә йәш артист килде. Мәскәүҙәге Щепкин исемендәге училищела уҡыусы йәштәрҙең хәлдәрен белешеп, ярҙам итеп торҙоҡ. Артабан улар Өфөгә эшкә ҡайтҡас, барыһына ла фатир юлланыҡ. Хәҙер улар – театрҙың йөҙөн билдәләүсе актерҙар.
– 1997 – 2006 йылдарҙа «Башҡортостан» киностудияһының директоры булып эшләнең. Йөҙә белмәгән кешене һыуға ырғыттылар булып сыға инде был, йә батаһың, йә ҡалаһың, тигәндәй.
– Киностудиялағы осор – үҙе бер тарих. Хеҙмәткәрҙәрҙең ниндәй шарттарҙа эшләп ултырыуын күреп, иҫем китте. Шундай хәйерселекте, ошо тормошҡа битарафлыҡты тойоп, йәнем әрнене. Оло ағайҙар кабинеттарының юлын тапай башланым. Йөрөмәгән ер, инмәгән тишек ҡалманы. К. Маркс урамындағы «Өфөсельмаш» бинаһын ҡала хакимиәте етәкселәре ярҙамында үҙебеҙгә алып, ремонт үткәреп, эш бүлмәләре, кино төшөрөү павильондары булдырҙыҡ. Шулай ҙа бында төпләнеп китергә яҙманы, «БЭТО» берекмәһенең бушаған биналарына күсергә ҡуштылар, унда ремонт эштәре башланыҡ. Мин Мәскәүгә барып, ул саҡтағы мәҙәниәт министры М. Швыдкойға инеп, үҙебеҙҙең ҡайғы-хәсрәттәрҙе һөйләп бирҙем, ярҙам һораным.
Күп тә үтмәне, министрлыҡ ко­л­легияһы ултырышында Баш­ҡортостан киностудияһын үҫтереү хаҡындағы мәсьәлә ҡаралды. Унда республика хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Х. Иш­мо­ратов, мәҙәниәт министры Т. Сәғитов ҡатнашты, тейешле ҡарар ҡабул ителде. Шунан һуң Мәскәүҙән, өс «КамАЗ» машинаһына тейәп киностудия өсөн ҡорамалдар, төшөрөү аппараттары, башҡа төр техника алып ҡайттыҡ. Артабан фильмдарға тауыш яҙҙырыу өсөн тон-студия астыҡ, павильондар эшләнек, кино төшөрөүҙе заманса компьютер технологияларына ҡу­лайлаштырҙыҡ. Юғары белемле, һәләтле режиссерҙарҙан, опера­тор­ҙарҙан, журналистарҙан торған коллектив барлыҡҡа килде. До­кументаль фильмдар төшөрөүҙән тыш, нәфис киноға ла тотондоҡ. Фильм төшөрөү менән Башҡор­тостан телевидениеһында эшләгәндә үк шөғөлләнә башлағайным. Эшләнеше, художество кимәле, төшөрөү оҫталығы йәһәтенән улар­ҙы хәҙерге заман фильмдары менән сағыштырып булмай, әлбиттә. Әлеге техника, башҡа мөмкинлектәр юҡ ине бит ул саҡта. Әммә улар, тәүгеләр булғанғалыр инде минең өсөн ҡәҙерле. Бынан тыш, телевидениела эшләү дәүерендә илленән ашыу киноочерк, унға яҡын телеспектакль, тиҫтәләрсә концерт номеры төшөрөлдө. Бергә эшләгән ижадташ хеҙмәттәштәрем – операторҙар Л. Мешковты, Ф. Вәлиевты, режиссерҙар Ә. Абдразаҡовты, Н. Тибеевты һәм башҡаларҙы һағынып иҫкә алам, юҡһынам.
Хәтеремдә, 1991 йылда телевидениела ҙур структура үҙгәрештәре тормошҡа ашырылды, айырым редакциялар урынына төрлө йүнәлештәге ижад берекмәләре ойошторолдо, уларға журналистар, режиссерҙар, тауыш режиссерҙары инде, операторҙар беркетелде. «Баштелефильм» ижад-производство берекмәһе (ТПО) ошо юҫыҡта булдырылды.
Маҡсат ижади көстәрҙе бергә туплау, һәр кемдең мөмкинлектәрен тулыһынса асыуға өлгәшеү, техниканы, башҡа ресурстарҙы һаҡсыл файҙаланыу ине. Был үҙгәрештәрҙе дөрөҫ аҙым булғандыр, тип һанайым. Ижади берекмәләр ойошторолғас, тапшырыуҙарҙың сифаты күтәрелде, тарихҡа, телгә арналған, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе пропагандалаған программалар эфирға сыҡты, башҡорт телендәгеләре күбәйҙе. Иң мөһиме – ижади процесс артабан камиллаштырылды, йәштәргә үҫергә юл асылды, мөмкинлектәр артты.
Элек-электән телевидениела документаль кинофильмдар төшөрөлдө, телепостановкалар ҡуйылды, әҙәби әҫәрҙәр буйынса тапшырыуҙар әҙерләнде. Үҙәктән йыл һайын тәүҙә – бер, аҙаҡтан ике сәғәтлек фильмдар төшөрөү өсөн аҡса бүленде.
Ижад берекмәһе ойошторолғас, беҙҙең үҙаллылыҡ артты, һәр нәмәне Мәскәү үҙәк телевидениеһы аша раҫлау бөттө тиерлек, урындағы бюджеттан өҫтәмә аҡса бирелде, автомашина, техник йыһаздар алдыҡ, дәртләнеп эшләй башланыҡ.
– Тик оҙаҡҡа барманы шул тәүге директорлыҡ вазифаң: телевидениеға ижади етәксе – баш режиссер кәрәк булғас, һине шул урынға кире ҡайтарҙылар, киностудияға киткәнсе шунда хеҙмәт һалдың ...
– Был урынға кире ҡайтырға бик теләмәһәм дә ризалаштым. Быға тиклем режиссер, баш режиссер булып эшләнем бит, тәжрибә бар ине.
– Кеше ғүмер буйы эшләй алмай, һин дә пенсия йәшендә. Үҙеңдең киләсәгеңде нисегерәк күҙал­лайһың?
– Бер яҡтан ҡарағанда, был ғәҙәти күренеш кеүек, ҡасан да булһа туҡтарға, үҙең, ғаиләң, балаларың өсөн йәшәп ҡалырға кәрәктер. Икенсе яҡтан, көсөм бар, һаулыҡ әлегә – «тфү-тфү», бирешмәйем. Пен­сияға сығып та әүҙем тормош менән йәшәргә була бит. Бәлки китап яҙырмын, режиссерҙар өсөн ҡулланма, йә берәй халыҡ театрында эшләрмен, студенттар менән драма түңәрәге ойоштороп ебәрергә тигән ниәт тә юҡ түгел. Мин 70-се йылдарҙа БДУ-ла шундай түңәрәкте етәкләгәйнем. Ҡала эргәһендә баҡсам бар, унда ла эш етерлек. Ейән-ейәнсәрҙәр үҫеп килә, йәшәйбеҙ әле!
– Үткән юлың матур, ниәттәрең изге, артабан да шулай булһын, дуҫ!

БР-ҙың атҡаҙанған
мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәнил ҠОҘАҠАЕВ әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»