НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Йондоҙнамә (19-25 февраль)

Йондоҙнамә (19-25 февраль)


Йондоҙнамә (19-25 февраль)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Был арала ят эш менән мәшғүл булыр­һығыҙ. Ҡайһы бер яңы нәмәләргә өйрәнер­һегеҙ һымаҡ. Бәғзеләр шәхси мөнәсәбәт­тәр­ҙе асыҡларға тырышыр. Аҙнаның икенсе яртыһы матди юғалтыуҙар менән янай.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна барышында йыйылып киткән мәсьә­ләләрҙе хәл итергә тура килер. Ҡайһы бер көндәр бик мәшәҡәтле үтер. Шулай ҙа өйөгөҙҙә ниндәйҙер файҙалы эш башҡа­рырһығыҙ. Шаршамбынан һуңғы көндәр арала­шыуға бай булмаҡсы. Элек боҙолған араларҙы яңынан ялғай алырһығыҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Был арала матди мәсьәләләргә йыш иғтибар итерһегеҙ кеүек. Айырым уңыштарҙың шишәмбе һәм шаршамбыла булыуы ихтимал. Ҡатмарлы саҡта яҡын кешеләр ярҙам итер. Осор тәнде һауыҡтырыу өсөн үтә уңайлы.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Аҡса мәсьәләһенең тәүге урынға сығыуы мөмкин. Ҡайһы бер сығымдарығыҙҙы сикләргә лә тура килер. Кесе йомала ниндәйҙер мөһим ваҡиғалар булыуы мөмкин. Уларҙы һынау итеп тә ҡарарға булыр. Яҡын араға маҡсаттарығыҙға үҙгәрештәр индерергә лә мәжбүр булырһығыҙ һымаҡ.

Буға (21.04 – 21.05)
Күптәрҙә был арала тормошон ҡырҡа үҙгәртеү теләге тыуыр. Һәр саҡтағыса, был башҡаларҙың теләктәре менән тап булмауы ла ихтимал. Шаршамбыла бәғзеләр икеләнеү тойғоһо кисерер. Был көндө ике юлдың береһен һайларға тура килер.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Һуңғы арала артыҡ күп эшләйһегеҙ һымаҡ. Йондоҙҙар шәхси тормош һәм башҡа эштәр тураһында ла онотмаҫҡа ҡуша. Аҙна барышында кешеләр менән һөйләшә белеүегеҙҙең кәрәге тейер. Иң өмөтлө көндәрегеҙ – кесе йома һәм шәмбе.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Бәғзеләр элек таныш булмаған эште өйрәнер кеүек. Ярҙам һорап йыш мөрәжәғәт итергә тура килер. Яуап бирерлек кеше табылһа, барыһы ла һәйбәт булыр. Был арала ялҡауланырға ярамай, бөтә эшегеҙҙе йәһәт башҡарыуығыҙ мөһим.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Ныҡышмалылығығыҙ күҙгә күренеп артыр. Яйлап бар эшегеҙ ҙә ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Шишәмбелә генә эштәрегеҙ туҡтағандай тойолор. Кесе йомала күңелегеҙгә ятҡан шөғөл менән генә булырға кәңәш ителә. Йәмәғәт эштәренән баш тартыуығыҙ дөрөҫ булыр.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Был арала туғандарығыҙ үҙ йомоштары менән ҡәҙимгенән күберәк йонсотор һымаҡ. Шишәмбелә ишеткән яңылыҡтың аҙаҡ раҫланмауы ла ихтимал. Кемдер элекке бурысығыҙ тураһында иҫегеҙгә төшөрөр. Йондоҙҙар аҡсағыҙҙы самалап тотонорға ҡуша.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Мәл өй-йорт мәшәҡәттәрен хәл итеү өсөн уңайлы. Аҙаҡ уларҙы яйға һалыу күпкә уңайлыраҡ буласаҡ. Аҙна барышында өйөгөҙҙән алыҫ китмәҫкә һәм унда ғына йоҡларға кәңәш ителә. Ҡайһы бер кешеләр ышанысығыҙҙы аҡламаҫ.

Саян (24.10 – 22.11)
Күңелегеҙ тыныс булыр. Үҙ көсөгөҙгә ышанысығыҙ мотлаҡ артыр. Спорт, ижад менән шөғөлләнгәндәрҙең һиҙелерлек уңыштарға өлгәшеүе ихтимал. Кесе йома ғына бер аҙ айырылып торор. Кемдер һеҙҙе борсолорға мәжбүр итер кеүек.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Төп эшегеҙҙә ниндәйҙер икеле, аңлайыш­һыҙ хәлдәр күҙәтелер. Уларҙың нимә менән бөтөүен әлегә әйтеүе ауыр. Ниндәйҙер етди үҙгәрештәр әҙерләнелә, буғай. Был арала фекерегеҙҙе белдермәҫкә тырышығыҙ, күберәк күҙәтегеҙ, башҡаларҙы тыңлағыҙ.








Сығыу ваҡыты 19-02-2018, 11:50 | Ҡаранылар: 442
|
  • Йондоҙнамә (5-11 февраль)
  • Йондоҙнамә (18 – 24 сентябрь)
  • Йондоҙнамә (12-18 июнь)
  • Йондоҙнамә (22-28 май)
  • Йондоҙнамә (27 февраль - 5 март)
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM