RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Битегеҙҙәге сиҡанды һытмағыҙ!

11.02.2018 Битегеҙҙәге сиҡанды һытмағыҙ!

Битегеҙҙәге сиҡанды һытмағыҙ!
Сикәләрендә, танау тирәләрендә сыҡҡан төрлө һытҡы (прыщ, угорь) һәм сиҡанды (чирей) һытырға яратыусылар күп. Һытҡы гормональ үҙгәрештәр арҡаһында барлыҡҡа килеп, башлыса йәш үҫмерҙәр тәнендә күҙәтелә. Ә сиҡан, тирегә бысраҡ эләгеүҙән, төрлө йәштә лә осрауы мөмкин.

Ниндәйҙер сәбәп менән (витаминдар һәм башҡа кәрәкле матдәләрҙең етмәүе, һалҡын тейҙереү, арыу, шәкәр ауырыуы һ.б.) организмдың иммунитеты (сирҙәргә ҡаршы тороу һәләте) түбәнәйеүе лә сиҡан-фәлән һымаҡ тире ауырыу­ҙарына этәреүсе булып тора. Тәү ҡарауҙа бик бәләкәй генә һымаҡ булып тойолған был сирҙәрҙең ҡайһы саҡ ғәйәт ҡурҡыныс һөҙөмтәләргә килтереү ихтималлығын, үкенескә күрә, күптәр белмәй. Ошо хаҡта иҫкәртеүсе һәр төрлө санбюллетень дерматолог кабинеттарында күренгеләп ҡала-ҡалыуға, әммә уларға иғтибар итеүселәр һирәк. Күпселек осраҡта, әлбиттә, эренлекте һытыу ыңғай һөҙөмтә бирә. Шуға күрә лә әҙәм балаһы ана шундай манипуляцияларҙы үҙ аллы атҡарыуҙы битенә сыҡҡан нәмәләр­ҙе дауалауҙың берҙән-бер сараһы тип иҫәпләй. Хатта халыҡта ла уны “һытҡы” тип атағандар, йәнәһе лә, уны мотлаҡ һытыу кәрәк... “Ҡайһы берҙә тәртешкә лә атып ебәрә” тигән әйтем йөрөй урыҫтарҙа. Ябай ғына тойолған “һытыу”ҙың ниндәй оло ҡайғыға килтереү мөмкинлеген беләйек.
Медицина фәненән алыҫ булған яҡташтарыма аңлайышлыраҡ булһын өсөн, бит өлкәһенең анатомияһы хаҡында ябай ғына кимәлдә ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирмәксемен. Кешенең бит туҡымалары ҡан һәм лимфа тамырҙарына ифрат бай. Ундағы (айырыуса өҫкө ирен, танау, маңлай тиреһендә) тамырҙарҙың бер өлөшө күҙ ҡыуышлығы тишектәре аша баш мейеһенең ҡап уртаһында урынлашҡан, “кавернозный (пещеристый) синус” тип атал­ған, вена ҡаны йыйыла торған канал менән тоташҡан.
Ә сиҡан (гнойное воспаление волосяного мешочка) һәм төрлө һытҡының патологик физиологияһы, бер-ике һүҙ менән әйткәндә, түбәндәгесә: ниндәйҙер сәбәп менән тиренең бер нөктәһендә эрен йыйыла башлай. Ана шул нөктәнән тәндең башҡа өлөштәренә зарарлы микрофлора таралып китмәһен өсөн эренлек “грануляцион вал” менән уратып алына. Уны “лимфоцитарный барьер” тип тә атайҙар. Был – организмдың Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән һаҡланыу функцияһы (защитная функция). Сикәлә йә танауҙа эренләп торған һытҡыны һығып сығарып маташҡан ваҡытта, лимфоцитар барьер емерелеп, лимфа йәиһә вена тамырына эрен барып эләгеүе мөмкин. Ябай тел менән әйткәндә, “ҡулы ҡысытҡан” кеше эренде тамыр эсенә һығып индерә. Ә ана шул тамыр аша төрлө бактерия менән тулы эрен өлөшсәһе баш мейеһенең юғарыла әйткән “синус”ына барып эләгеүе мөмкин. Йылғаның киң урынында ағым әкренәйгән һымаҡ, синустағы ҡандың яйыраҡ хәрәкәт итеүе төрлө микроорганизмдың шәпләп үҫеп китеүенә яраҡлы шарттар тыуҙыра. Һөҙөмтәлә тиҙ арала кешенең баш мейеһендә “гнойное воспаление кавернозного (пещеристого) синуса” тип аталған ҡурҡыныс сир башлана. Зарарланған ҡан ойошоп, “синустромбоз” барлыҡҡа килтереүе лә бар. Бынан тыш, “эренле менингит” (воспаление твердой мозговой оболочки) башланыуы ла ихтимал. Бындай хәлдә кеше ғүмерен ҡотҡарып алып ҡалыу күпселек осраҡта мөмкин дә булмай. Әле генә һин дә мин йөрөгән кешене бер-ике көн эсендә юғалтыу ҡурҡынысы бар, Хоҙай һаҡлаһын! Кинәт кенә түҙеп торғоһоҙ итеп баш ауырта башлауы, тән температураһы күтәрелеүе кешене шунда уҡ ошо хаҡта уйланырға һәм ашығыс рәүештә табипҡа мөрәжәғәт итеүгә этәрергә тейеш. Ҡайһы берҙә “сепсис” (халыҡта, заражение крови тип атала) ҡатмарлашыуы ла осрай. Кеше ғүмере өсөн быларҙың барыһы ла ифрат хәүефле.
Бына ошондай ауыр сирҙәр хаҡында һәр кем белергә тейеш. Биттәге һытҡылар күбәйә башлау менән, дерматологҡа (тире табибы) мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ул һеҙгә матдәләр алмашыныуҙы юлға һалыу өсөн тейешле кәңәштәр, бит тиреһенә һөртә торған төрлө дауа яҙып бирер. Хәҙерге ваҡытта дарыуханаларҙа дарыуҙарға ҡытлыҡ кисермәйбеҙ. Ә инде сиҡан-маҙар башлана икән, мотлаҡ хирургҡа күренегеҙ. Сиҡандың эренләп, “өлгөрөп” етеүен табип үҙ ваҡытында диагнозлап, кәрәгенсә хирургик ярҙам күрһәтер һәм яра йүнәлеп киткәнсе уның контролендә булырһығыҙ.
Мин хеҙмәт иткән дәүерҙә, танау, бит сиҡаны (фурункул) һымаҡ сир менән һалдаттарҙы мотлаҡ стационарға һалырға, тигән бойороҡ бар ине. Үҙемдең табиплыҡ эшемдә бындай ауырыуҙар ифрат та йыш осрауына ҡарамаҫтан, менингит кеүек сирҙәр ситләтеп үтте. Ә башына сыҡҡан сиҡан йәки тәненең башҡа өлөшөндәге эренлектәр һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән “сепсис”, йәғни дөйөм ҡан зарарланыуы менән ауыр хәлдә ятҡан һалдаттарҙы дауаларға тура килгеләне. Яҡын-тирәләге башҡа бәғзе дауалау учреждениеларында шундай-бындай сирҙәр арҡаһында булған үлем осрағы ла һирәк-һаяҡ ҡына ишетелеп ҡалғылай ине.
Халыҡта “Күҙең ауыртһа – ҡулыңды тый, эсең ауыртһа – ауыҙыңды тый” тип тә әйтәләр бит әле. Нәҡ шуның һымаҡ уҡ, биткә сыҡҡан нәмәләрҙе лә соҡоғолап, ярһытып, үҙебеҙҙең ғүмеребеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуймайыҡ. Ошо хаҡта бала-сағабыҙҙы ла һәр саҡ иҫкәртеп торайыҡ. Һәммәбеҙҙең тәненә Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән нормаль һаҡланыу һәләтенә ҡамасауламайыҡ. Шул уҡ ваҡытта табипҡа мөрәжәғәт итеүҙән дә тартынырға ярамай.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»