НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Йондоҙнамә (5-11 февраль)

Йондоҙнамә (5-11 февраль)


Йондоҙнамә (5-11 февраль)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Матди мәсьәләләр даими борсоп торор. Был арала аҡсағыҙҙы иң кәрәкле нәмәләргә генә тотонорға кәңәш ителә. Ҡайһы бер таныш-дуҫтарығыҙ кәрәкмәгән мәшәҡәт өҫтәп тора һымаҡ. Аҙна барышында аралашыуҙарҙы кәметегеҙ, осраҡлы танышлыҡтарҙан тыйылығыҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Әүҙемлек һәм тырышлығығыҙ арҡаһында яҡын киләсәктә күпкә өлгәшеүегеҙ бик ихтимал. Элек һеҙҙең өсөн бикле ишектәрҙе лә еңел аса алырһығыҙ. Тик эштәге ҡайһы бер коллегаларығыҙ менән арағыҙ боҙолоуы бар. Етәкселәр менән һәр саҡтағыса уяу булығыҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Үҙ көсөгөҙгә ышанысығыҙ мотлаҡ артыр. Мәл тәнде лә йәнде лә һауыҡтырыу өсөн уңайлы. Элек булған ҡайһы бер ваҡиғалар­ҙың асылын аңларһығыҙ. Ҡасандыр борсоған мәсьәләләр бөтөнләй онотолор. Йомаға тәғәйенләнгән эштәрегеҙ бигерәк тә һәйбәт барыр.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Аҙна барышында төрлө сәбәп арҡаһында йыш ҡәнәғәтһеҙлек кисереүегеҙ ихтимал. Матди хәлегеҙ, аҡса мәсьәләләре лә эсегеҙҙе бошорор. Йондоҙҙар бер аҙ көтөргә, түҙемлерәк булырға ҡуша. Шаршамбы ниндәйҙер ҡыуаныс килтерер.

Буға (21.04 – 21.05)
Ижади һәләтегеҙ асылып китер. Күптәрҙә үҙҙәрен күрһәтеү һәләте тыуыр. Мәл яңы эштәрҙе башлап ебәреү өсөн бик уңайлы. Шаршамбы аҡсалата килем алыуығыҙ бар. Йомала күптән күрмәгән кешенән хәбәр килер.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Ҡайһы ваҡыт ерҙәге хәлдәрҙән айырылып, «һауала йөҙөүегеҙ» ихтимал. Аҙна барышында һеҙҙе алдау, башығыҙҙы юҡ-бар менән бутау еңел булыр. Бындай хәлгә юл ҡуймаҫҡа тырышығыҙ. Эргәгеҙҙәге күп һөйләгән кешеләргә бер үк ышанмағыҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Башлаған яңы эштәрегеҙҙе бер аҙға туҡтатып торорға тура килер, бәлки. Юғиһә көсөгөҙҙө бушҡа түгерһегеҙ. Төп эшегеҙҙә артыҡ күҙгә салынмайынса, тыныс ултырырға кәңәш ителә. Элек бөтөрә алмаған эшегеҙҙе тулыһынса тамамларға тырышығыҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Һуңғы ваҡыттағы ваҡиғаларҙы барлап сығып, уларҙан фәһем алыуығыҙ дөрөҫ булыр. Был арала артыҡ көсәнмәй, күберәк ял итергә ҡушыла. Кесе йомала үҙегеҙ өсөн ниндәйҙер мөһим булған ваҡиға көтөгөҙ. Кеше араһында абруйығыҙ ҙа артыр.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Бөтә эшегеҙ ҙә һәйбәт барыр. Башҡарғанығыҙ үҙегеҙгә лә ҡәнәғәтлек килтерер, үҙ көсөгөҙгә ышанысығыҙ мотлаҡ артыр. Тик кеше мәсьәләләре менән генә артыҡ булышмаҫҡа тырышығыҙ. Шаршамбыла эске тауышығыҙҙы тыңлағыҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Иң мөһим мәсьәләләрҙе сер итеп һаҡлар­ға кәңәш ителә. Шәхси мөнәсәбәттә лә һаҡ булырға ҡушыла. Яңы таныштарығыҙға артыҡ ышанмағыҙ. Ҡатмарлы саҡта оло кешенең кәңәше ярҙам итер. Йомала башлаған эшегеҙ аҙаҡ мул килем килтерер кеүек.

Саян (24.10 – 22.11)
Был арала ныҡ икеләнерһегеҙ. Ғөмүмән, һеҙҙең өсөн был файҙалы – элек күрмәгән нәмәләргә иғтибар итерһегеҙ. Аралашыуҙар ҙа файҙалы булмаҡсы, тик дәғүәгә инмәҫкә тырышығыҙ. Йәмәғәт эшенән ҡәнәғәтлек тойорһоғоҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Аҙна бер аҙ көсөргәнешле, ләкин бер юлы уңышлы үтер. Йондоҙҙар бар эшегеҙҙә лә булышлыҡ итеп торор. Ҡыҫҡа эш сәфәрҙәре лә уңышлы булмаҡсы. Икенсе яҡтан, үҙегеҙгә һәм башҡарған эштәргә ҡарата талаптар артыр. Был турала һеҙгә ҡаты ғына әйтерҙәр.

Сығыу ваҡыты 5-02-2018, 10:41 | Ҡаранылар: 350
|
  • Йондоҙнамә (8-14 ғинуар)
  • Йондоҙнамә (23 – 29 октябрь)
  • Йондоҙнамә (3-9 октябрь)
  • Йондоҙнамә (12 - 18 сентябрь)
  • Йондоҙнамә (30 май - 5 июнь)
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Балалар менән эшләүе оҡшай”
  • Башҡорт википедияһы йәштәрҙе көтә!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.04.2018)
  • Ҡарғыш алма, алғыш ал!
  • Көнбағышлы пакет
  • Ҡурайсы, актер, йырсы, етәксе
  • Гимндар төрлө була…
  • Ураҙа айы мөбәрәк булһын!
  • Йондоҙнамә (21-27 май)
  • Ремонт эшләүселәргә кәңәштәр



  • Радио Юлдаш FM