RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә (29 ғинуар – 4 февраль)

29.01.2018 Йондоҙнамә (29 ғинуар – 4 февраль)

Йондоҙнамә (29 ғинуар – 4 февраль)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Һәйбәт аҙна. Эшегеҙҙә яҡындарығыҙ ярҙам-терәк булыр. Тик мөмкинлектәрегеҙҙе дөрөҫ самалап эш итегеҙ. Шар­шамбыла ваҡытлыса ҡыйынлыҡтарға осрарһығыҙ. Уларҙы хәл итеү өсөн урау юлдар эҙләгеҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Был арала эшләгән урынығыҙҙа етди үҙгәрештәр булыуы ихтимал. Әйткәндәй, был турала хәбәрҙәр күптән йөрөнө. Алдығыҙҙа өр-яңы мәсьәләләр ҡалҡып сығыр. Аҙна буталсығыраҡ башланыр, шаршамбынан һуң хәлегеҙ яйланыр.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Бөтә эшегеҙҙә лә аңлайышһыҙ ҡыйынлыҡтар килеп сығыуы мөмкин. Йәшерен дошмандарығыҙ ҙа үҙҙәрен һиҙҙереп торор. Был бигерәк тә шаршамбыла асыҡ күренер. Бер аҙ түҙергә тура килер. Әлегә әүҙемлегегеҙҙе кәметегеҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Ҡәҙимге аҙна. Шишәмбелә ниндәйҙер юҡ-бар өсөн эшегеҙ бошор. Шаршамбыла ҡатын-ҡыҙ менән аралашыу ҡыйын үтер. Йомала аҡса килер, ләкин ул уйлағандан аҙыраҡ булыр һымаҡ.

Буға (21.04 – 21.05)
Төп эшегеҙҙә барыһы ла һәйбәт барасаҡ. Етәкселәр һәм башҡалар менән арағыҙ ҡәнәғәтләнерлек булыр. Элегерәк башҡар­ған эш өсөн ыңғай баһа алырһығыҙ. Йомала яҡын кешеләрҙән кемдер үпкәһен белдерер.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Был арала йондоҙҙар һеҙгә һәр саҡ ярҙам итеп торор. Аҙна барышында төрлө уңыш, өмөтлө осрашыу, бүләк алыуығыҙ мөмкин. Бәғзеләр менән арағыҙ ваҡытлыса һыуыныр. Иң уңышлы көнөгөҙ – йома.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Һеҙҙең тирәләге хәлдәр бик үҙгәреүсән буласаҡ. Шулай ҙа элекке маҡсаттарығыҙҙан тайпылмаҫҡа тырышығыҙ. Күптәрҙә яңы белем алыу теләге көсәйер. Ғөмүмән, был арала элек белмәгәнде аңларһығыҙ, аңламағанды төшөнә башларһығыҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Аҙна барышында йондоҙҙар һеҙгә үтә иғтибарлы булырға кәңәш итә. Бер ҙә уйламаған яҡтан мәшәҡәттәр килеп сығыр. Төрлө дәғүәлә ҡатнашыуҙан, бәхәскә инеүҙән тыйылығыҙ. Иң етди эштәрегеҙҙе шаршамбыға тәғәйенләү отошло булыр.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Ҡаршылыҡтар күбәйер. Төрлө ваҡ-төйәк мәшәҡәт көсөгөҙҙө алыр. Ниндәйҙер кеше аҡсаһы менән бәйле мәсьәлә лә килеп сығыр. Аҙна барышында күп йөрөргә һәм йүгерергә тура килер. Ләкин бынан әллә ни файҙа күрмәҫһегеҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Дөйөм алғанда, үҙегеҙҙе тыныс һәм ышаныслы тойорһоғоҙ. Бының өсөн сәбәптәр ҙә булыр. Яҡындарығыҙ тарафынан һәр саҡ ярҙам һиҙелеп торор. Шишәмбе һәм шаршамбыла эштәрегеҙ бигерәк тә һәйбәт барыр. Йомала ыңғай хәбәр ишетерһегеҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Ҡайһы ваҡыт хәлегеҙ бөткән кеүек тойолор. Яҡшы таныш булған эш тә ҙур ҡыйынлыҡ менән барыр. Шуға ҡарамаҫтан, шишәмбелә һеҙҙең тирәләге хәлдәр әүҙем эш итергә мәжбүр итер. Кесе йомала һис тә уйламаған яҡтан ярҙам алырһығыҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Төрлө ваҡ-төйәк мәшәҡәт күбәйер. Уларға артыҡ иғтибар итмәйенсә, ҡәҙимге эш тәртибен һаҡларға тырышығыҙ. Иң хәүефле көнөгөҙ – йома. Уйланмаған аҙымдарығыҙҙың матди юғалтыуҙарға килтереүе ихтимал.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»