RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яңы йылға уйындар

25.12.2010 Яңы йылға уйындар

Кем күберәк йыя?
Уйында ике кеше йә ике команда ҡатнаша ала. Иҙәнгә ҡағыҙҙан эшләнгән ҡар бөртөктәре һибелә. Уларҙы тубырсыҡтар менән дә алмаштырырға мөмкин. Уйынсыларҙың бурысы – ҡар бөртөктәрен күберәк йыйып өлгөрөү. Еңеүсе ҡар бөртөгө иҫәбенә ҡарап билдәләнә.

ҡыш бабайҙың танауы ҡайҙа?
Ике ҡағыҙға ҡыш бабай һүрәте төшөрөлә. Уйында шулай уҡ ике команда ҡатнаша. Улар күҙҙәре бәйле килеш пластилиндан эшләнгән танауҙы ҡыш бабайға йәбештерергә тейеш. ҡайһы команда танау эшләп, тиҙерәк тейешле урынға йәбештерә ала, шул еңеүсе була.

Бүләк кемгә?
Оҙон ептең уртаһына бүләк бәйләнә. Уйында ҡатнашыусы ике кеше ептең ике осонан тотоп уратырға тейеш. Кем тиҙерәк уртаһына килеп етә – бүләк шуныҡы.

Күҙ бәйләп бүләк алыш
Был иһә һәр кемгә яҡшы таныш һәм балаларҙың яратҡан уйыны. Оҙон бауға ҡағыҙға төрөлгән бүләктәр бәйләнә. Уйында ҡатнашыусылар күҙҙәре бәйле килеш бүләк ҡырҡып ала. Бүләктәр араһында буш ҡағыҙ төргәге лә булыуы ихтимал.

Һуҡыр кассир
Өҫтәл артында ултырыусыларҙың икәүһенең күҙҙәрен бәйләргә, һәм икеһенә лә төрлө дәүмәлдәге 10 – 15 тинлек аҡсаны таратып биргәс, тинлектәрҙе дәүмәле буйынса айырып өйөргә ҡушыр­ға.
Быны тиҙерәк башҡарыусы еңеүсе тип һанала.

Үбешеү
ҡунаҡтарҙы «малай-ҡыҙ» принцибында аралаштырып ултыртырға. Ситтәге кешегә берәй яланғас ҡурсаҡты тоттор­ғас, ул: «Мин ҡурсаҡтың битенән үбәм», – тип, уның битенән үбә лә, уйынсыҡты янындағы кешегә тапшыра. Күршеһе ҡурсаҡтың ҡайһы ерен үбеүен әйтә лә, үпкәс, тағы ла артабанғы күршеһенә тоттора. Оҙаҡламай үбеүселәр ҡурсаҡтың «экзотик» урындарын атап, уларҙы үбеүгә күсәсәк.
Был уйынды алып барыусының бурысы – кем ҡурсаҡтың ҡайһы ерен үбергә теләүен әйтеүен һәм үбеүен иҫләп ҡалыу. Сөнки уйындың киләһе этабында ҡатнашыусылар күршеләренең шул урындарын үбергә күсәсәк. Үбеүҙән баш тартҡан кеше фантик менән түләй.

Яңылыҡтар программаһы
Уйында ҡатнашыусыларға бишәр һүҙ яҙылған ҡағыҙ тапшырыла. Ошо биш һүҙҙән 30 секунд эсендә донъяла булып үткән берәй хәл-ваҡиға тураһында бер генә һөйләм уйлап сығарырға, әммә унда хәл-ваҡиға тураһында тулыһынса әйтеп бирелергә тейеш.

«Луноход»
Бер кеше диванға ултыра ла, үҙен, мин – Айҙағы база, тип атай. Ә ҡалғандар «луноход» була – дүрт аяҡлап бүлмә буйлап йөрөй һәм «Мин – беренсе луноход», «Мин – икенсе луноход» тип хәрәкәт итә, йәки – «Мин – өсөнсө луноход, Айҙағы базаға заправкаға киләм» тип әйтә. Уйындың төп шарты – уйынсыларға көлөргә ярамай. Кем көлә – ул «Айҙағы база»нан «задание» ала. Ә уларҙың былайыраҡ булыуы ихтимал:
– «луноход»ыңдың бер ҡат стенаһын һүтергә;
– 200 мл «бензин» ҡойорға;
– «өсөнсө луноход» менән «стыковка»­ға инергә;
– үҙең йөрөгән тирә-яҡ мөхитте тикшерергә һәм башҡалар.

«Үҙеңә кәрәк нәмәне тап!»
Был уйында ҡунаҡтарҙың барыһы ла ҡатнаша. Һәр кеше үҙ кейеменә берәй бәләкәй әйбер йәшерә. Йәшерелгән әйберҙәр тураһында уйынды алып барыу­сы ғына белергә тейеш. Ул әйберҙәрҙең исемлеген төҙөй ҙә уны күренгән урынға элеп ҡуя. ҡунаҡтарҙың бурысы – кем күберәк әйбер таба, шул еңеүсе була.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»