RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Бөрйәндә йәш ғаиләләр артыуына ҡыуанабыҙ”, –

22.12.2017 “Бөрйәндә йәш ғаиләләр артыуына ҡыуанабыҙ”, –

“Бөрйәндә йәш ғаиләләр  артыуына ҡыуанабыҙ”, –
ти район загс бүлеге етәксеһе Гөлсәсәк Дауытова

Күптәр, ЗАГС бүлеген туй тантаналары менән генә шөғөлләнгән хеҙмәт тип уйлап, төптө хаталана. Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү бүлеге кеше яҙмышының иң мөһим ваҡиғалары менән бәйле. Йәғни кешенең тыуғандан алып үлеменә тиклем тормошондағы барлыҡ хәл-ваҡиғаны документлаштырыуға кәрәк булған мөһим этаптарҙы үҙ эсенә ала. Шул уҡ ваҡытта был һөнәр эйәләренә уҡытыусы ла, психолог та, юрист та, артист та, хатта табип та булырға тура килә.
Бөрйән районының ЗАГС бүлегендә тәжрибәле, үрҙә телгә алын­ған сифаттарға эйә булған үҙ эшенең оҫталары эшләй. 2009 йылда белгес булып эш башлаған Гөлсәсәк Дауытова 2012 йылдан етәксе вазифаһын башҡара. Бүлектең әйҙәүсе белгес-эксперты Гөлдәр Уразаева ла – был өлкәлә ун йылдан ашыу тәжрибә туплаған, эшенең бөтә нескәлектәрен төптән аңлаған хеҙмәткәр. Район ЗАГС-ын төрлө йылдарҙа Сабира Бикбулатова, Хөснизата Бикмөхәмәтова, Фатима Ғәйнуллина, Флүзә Хөсәйенова, Гүзәл Абдуллина етәкләгән.
Быйыл Рәсәйҙә гражданлыҡ хәле акттарын теркәүҙең 100 йыллығы билдәләнде. Тарих яҙмаларына күҙ һалғанда, Петр I батшалыҡ иткән заманда, 1722 йылғы указға ярашлы, кешелек донъяһының мөһим хәл-ваҡиғаларын теркәү сиркәүҙәргә һәм мәсеттәргә йөкмәтелә. Башҡортостанда ғына гражданлыҡ хәлдәрен теркәү 536 сиркәүҙә һәм 2074 мәсеттә башҡарыл­ған. Октябрь революцияһынан һуң акттарҙы теркәү дәүләт органдарына күсерелә. 1917 йылдың 18 декабрендә Рәсәй дәүләтендә мөһим ҡарар ҡабул ителә, унда тик законлы никах ҡына хуплана, ә сиркәүҙәге, мәсеттәрҙәге никахлашыуҙар халыҡтың шәхси эше, тип әйтелә. 1918 йылда Рәсәйҙә беренсе тапҡыр Ғаилә кодексы булдырыла, был кодекс “Гражданлыҡ хәлдәрен теркәү законы” тип атала һәм ул 1926 йылда раҫлана. Бөтә өлкәләрҙә лә булдырыл­ған ЗАГС-тар 60-сы йылдар­ға тиклем халыҡтың үҙидара хәрби комиссариатына, һуңынан Юстиция министрлығына буйһона. 1961 йылдан Рәсәйҙә һәм туғандаш республикаларҙа ЗАГС бүлектәренең эше ҡала, район һәм ауыл советындағы депутаттарға йөкмәтелә.
1969 йылда, ниһайәт, РСФСР-ҙың Никах һәм ғаилә кодексы ҡабул ителә һәм был эште алып барыу ауыл советына тапшырыла. 1996 йылда Рәсәй Федерацияһының Ғаилә кодексы раҫлана. 1997 йылда РФ-ның “Гражданлыҡ хәлдәре акттарын теркәү тураһында”ғы законы үҙ көсөнә инә. 2001 йылдан “Башҡортостан Республикаһында гражданлыҡ хәлдәрен теркәү һәм ойоштороу” законы ҡабул ителә. 2006 йылдың ғинуарынан ЗАГС органдары Юстиция министрлығына ҡарай, ә 2011 йылда республикала гражданлыҡ акттарын теркәү идаралығы булдырыла. 2015 йылдан кире Башҡортостан Республикаһының юстиция комитеты составына индерелә.
Күренеүенсә, заман менән бергә гражданлыҡ акттарын теркәү ҙә төрлө этаптар аша үтә, үҫешә, нығына. Тыуым, үлем, законлы никахҡа инеү, айырылышыу осраҡтарынан тыш, аталыҡты таныу, уллыҡҡа алыу, исем, фамилия үҙгәртеү, архивтан белешмәләр һәм ҡабаттан танытмалар (юғал­ған осраҡта) тапшырыу уларҙың эшенең төп йүнәлеше булһа, акттарға төҙәтеүҙәр, үҙгәртеүҙәр индереү буйынса ғаризалар ҡабул итеү, архивты һаҡлау, архивты электрон вариантҡа күсереү кеүек яуаплы эштәрҙе лә башҡара улар. Бынан тыш, Башҡортостан Президенты Указына ярашлы, 50, 60, 70, 75 йыл бергә йәшәгән юбиляр ғаиләләрҙе тәбрикләү өсөн дә ЗАГС бүлектәре хеҙмәткәр­ҙәре яуаплы.
Бөрйән районы буйынса ЗАГС бүлегендә гражданлыҡ хәлдәре акттарын теркәү китаптары архивы 1931 йылдан һаҡлана, ә 1931 йылға тиклемге яҙмалар Өфө ҡалаһының үҙәк архивына тапшырылған. 2006 йылға тиклем акттар ҡулдан төҙөлһә, хәҙер тик электрон вариантта теркәлә. Бөрйән ЗАГС-ында 300-гә яҡын акттар китабы һаҡлана. Әле граждандар хәле акттарын теркәүҙең берҙәм дәүләт базаһын булдырыу буйынса ҙур эш алып барыла.
– Райондың демографик хәл-торошона килгәндә, һуңғы йылдарҙа бер аҙ кәмеү өҫтөндәбеҙ, – ти Гөлсәсәк Рәхмәт ҡыҙы. – Ғөмүмән, тыуымдың кәмеүе бөтә ил буйынса күҙәтелә. Һуңғы биш йылды алып ҡараһаҡ, районда 2013 йылда – 365, 2014 йылда – 344, 2015 йылда – 313, 2016 йылда 256 бала тыуған, ә 2017 йылда был һан – 223. Уның ҡарауы, беҙҙә йәш ғаиләләр һаны арта. Әгәр 2016 йылдың 11 айында 118 йәш пар ғаилә ҡорһа, быйыл 133 никах теркәлде. Бөгөн йәш ғаиләләр арта икән, тимәк, киләсәктә демографик хәл дә яҡшырасаҡ тигән һүҙ. Республикала Ғаилә йылы тип иғлан ителгән йылға теләктәребеҙ шул: бәхетле ғаиләләр күп, балалар һау-сәләмәт, атай-әсәйле булһын.
Ә инде беҙ гражданлыҡ хәле акттарын теркәү органдары хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын юбилейҙары айҡанлы ҡотлап, ғаилә именлеге, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.

А. АҠЫЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»