НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Йондоҙнамә (18-24 декабрь)

Йондоҙнамә (18-24 декабрь)


Йондоҙнамә (18-24 декабрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙна башында уҡ ниндәйҙер бик өмөтлө тәҡдим ишетерһегеҙ. Йондоҙҙар артыҡ икеләнмәйенсә уға ризалашырға ҡуша. Шаршамбынан һуң бар уй-маҡсатығыҙҙы тормошҡа еңел генә ашыра алырһығыҙ. Эшегеҙҙә тәртип тә урынлаштырырһығыҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Яңы белем алыу ынтылышы көсәйер. Уҡып йөрөгәндәр, фән менән шөғөлләнгәндәр мотлаҡ уңыр. Иң ҡыйын эштәр ҙә еңел барыр. Аралашыу ҙа файҙалы булыр. Башығыҙҙа яңы уй-фекерҙәр тыуып торор. Алдағы үҙгәрештәрҙә әҙер тороғоҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Тормошҡа ҡарата ыңғай ҡарашығыҙ һәр саҡ ярҙам итер. Кеше араһында абруйығыҙ артыр. Шишәмбе йәки шаршамбыла нин­дәй­ҙер бик өмөтлө мәл кисерерһегеҙ, уны файҙаланырға тырышығыҙ. Йомала килеп сыҡҡан ҡатмарлы осраҡта үҙ көсөгөҙгә генә ышанығыҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Аҙна бик әүҙем башланыр. Яңы эштәрегеҙ һәйбәт барыр. Шаршамбынан һуң кире хәл-ваҡиғалар күбәйер, көтөлмәгәндәре лә булыуы ихтимал. Күпселек осраҡта үҙ көсөгөҙгә генә ышанырға тура килер.

Буға (21.04 – 21.05)
Дөйөм алғанда, хәлегеҙ тотороҡло булыр. Тырышыуығыҙға ҡарамаҫтан, уны артыҡ яҡшырта алмаҫһығыҙ. Киләсәк хәл-ваҡиғалар өсөн хәл йыйырға тырышығыҙ. Алда һеҙҙе ҡыйынлыҡтар тулы оло яңы юл көтә.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Осор тыныс үтер. Шишәмбелә генә ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр килеп сығыр һымаҡ. Кесе йомала ниндәйҙер мөһим ваҡиға көтөгөҙ. Был арала сығымдарығыҙ ҡәҙимгенән күпкә артыр. Борсолмағыҙ, улар файҙаға ғына булыр.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Киләсәккә ҡорған маҡсаттарығыҙҙы тормошҡа ашырыуға етди әҙерләнегеҙ. Уларҙың ахыры бер аҙ икеле булһа ла, алған йүнәлештән тайпылмағыҙ. Бер урында тапаныу бөтөнләй дөрөҫ булмаҫ. Алдағы һынауҙар, ҡыйынлыҡтарға әҙер тороғоҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Аҙна һеҙҙең өсөн бик мәшәҡәтле һәм әүҙем. Тамамланмай ҡалған эштәрегеҙ күбәйеп киткән. Уларҙы киләһе йылға ҡал­дыр­һағыҙ, һәр саҡ артҡа әйләнеп йәшәргә тура килер. Әлегә хәлегеҙ бигүк һәйбәт күренмәһә лә, алда һеҙҙе оҙайлы һәм өмөтлө осор көтә.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Тормошоғоҙға күптән етди үҙгәрештәр индерергә ваҡыт етте һымаҡ. Иҫкенән мөмкин тиклем арынырға тырышығыҙ, яңыса йәшәү өсөн ерлек әҙерләгеҙ. Киләсәккә уй-маҡсаттарығыҙҙы тулыһынса асыҡлауығыҙ бик мөһим. Иң өмөтлө көнөгөҙ – шаршамбы.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Матди хәлегеҙ әлегә тотороҡло кеүек. Ләкин шаршамбылағы ваҡиғаларҙың уға кире йоғонто яһауы ихтимал. Йондоҙҙар иғтибарлыраҡ булырға кәңәш итә. Үҙегеҙгә бер аҙ ял биреүегеҙ ҙә һәйбәт булыр ине. Һаулығығыҙ тураһында ла онотмағыҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Ҡәҙимге аҙна көтөлә. Аралашыуҙарҙа ҡыйынлыҡтар булыр. Үҙ һүҙегеҙҙе һәм ҡарашығыҙҙы яҡларға тырышығыҙ. Йондоҙҙар тура бәрелмәҫкә, ваҡытлыса артҡа сигенергә саҡыра. Йәшерен дошмандарығыҙ ҡайһы бер маҡсаттарығыҙға зыян килтереүе бар.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Был арала әүҙемлек күрһәтеүегеҙ дөрөҫ булыр. Төп эшегеҙҙә ыңғай үҙгәрештәр көтөлә. Үҙ көсөгөҙгә генә ышанырға тырышығыҙ. Кеше кәңәштәре башығыҙҙы бутар. Шәхси серҙәрегеҙҙе һаҡлағыҙ.

Сығыу ваҡыты 18-12-2017, 11:26 | Ҡаранылар: 462
|
  • Йондоҙнамә (11-17 сентябрь)
  • Йондоҙнамә (22-28 май)
  • Йондоҙнамә (13-19 февраль)
  • Йондоҙнамә (30 ғинуар - 5 февраль)
  • Йондоҙнамә (3-9 октябрь)
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • Олатай иҫтәлеге
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM