НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Йондоҙнамә (2-8 октябрь)

Йондоҙнамә (2-8 октябрь)


Йондоҙнамә (2-8 октябрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Был арала аралашыуҙар күбәйер. Ҡайһы ваҡыт юхаланырға ла тура килер. Һәр хәлдә, был тура бәрелеүгә ҡарағанда дөрөҫөрәк булыр. Шаршамбыла ыңғай яңылыҡ ишетерһегеҙ, моғайын.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Тап аҙна башынан уҡ күптәрҙең тормошо ыңғай яҡҡа үҙгәрә башлар. Йондоҙҙар үҙ көсөгөҙгә булған ышанысығыҙҙы арттырыр. Тулыһынса эш менән мауығып, һуңғы ваҡыттағы кире ваҡиғалар ҙа әкренләп онотолор, бәлки.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Был арала әүҙемерәк булырға кәңәш ителә. Фәлсәфәгә бирелеүегеҙ дөрөҫ булмаҫ. Иғтибарығыҙҙы йортоғоҙҙағы тамамланмаған эштәргә йүнәлтегеҙ. Шаршамбылағы хәлдәрҙән һуң ҡайһы бер мәсьәләләргә күҙегеҙ асылыр, моғайын.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Осор һеҙгә яңы танышыуҙар, осрашыуҙар килтерер һымаҡ. Яҡын аралағы сәфәрҙәрегеҙ ҙә уңышлы булырға оҡшай. Шаршамбыла ғына эшкә ҡарағанда һүҙ бутҡаһы күберәк булыр, бәлки. Ғөмүмән, аҙнанан ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ.

Буға (21.04 – 21.05)
Аралашыуҙа ҡайһы бер ҡыйынлыҡ булыуы ихтимал. Бәғзеләрҙең һеҙгә ҡаршы аҫтыртын эш итеүе асыҡланыр. Яҡындарығыҙҙан кемдер үҙенең насар холҡон күрһәтер. Нисек кенә булмаһын, мөнәсәбәттәрҙе әлегә боҙорға ашыҡмағыҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Һеҙҙе ҡәҙимге осор көтә. Ғөмүмән, дошмандарығыҙҙың эшмәкәрлеге көсәйеп китер. Быға әҙер булығыҙ. Кешенән ишеткән юҡ-бар хәбәр башығыҙҙы бутауы мөмкин. Иң өмөтлө көнөгөҙ – шәмбе.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Мәл элегерәк боҙолған араларҙы тергеҙеү өсөн уңайлы. Тап ошо арала кешеләрҙе аңлау еңеләйер. Һеҙгә лә һәр саҡ ҡаршы барырҙар. Ниндәйҙер күптән туҡтап торған эшегеҙҙе урынынан ҡуҙғатып ебәрерһегеҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Аҙнаны әүҙем генә башлап ебәрерһегеҙ. Аралашыуҙар файҙалы һәм өмөтлө булыр. Шишәмбе генә ҡыйынлыҡтар килтереүе ихтимал. Улар күберәк шәхси мөнәсәбәттәргә ҡағылыр. Йомала таныш булмаған кешенән бүләк алыуығыҙ бар

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Ҡәҙимге аҙна. Шишәмбелә ниндәйҙер юғалтыу кисерерһегеҙ, буғай. Тик уға әллә ни иғтибар ҙа итмәҫһегеҙ кеүек. Ваҡыт үткәс кенә уның әһәмиәтен аңларһығыҙ. Төп эшегеҙҙә яңы яуаплы бурыс йөкмәтеүҙәре бар. Һәр ваҡыттағыса, уны тейешенсә башҡара алырһығыҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Был арала үҙ көсөгөҙгә булған ышанысығыҙ мотлаҡ артыр. Элек тотонорға ҡурҡыбыраҡ торған эштәрҙе лә ыратып ебәрерһегеҙ, моғайын. Йәмәғәт сараларында ҡатнашыуҙан баш тартмағыҙ. Улар һеҙҙең өсөн файҙалы булыр, ҡайһы бер мәсьәләләргә күҙегеҙ ҙә асылыр

Саян (24.10 – 22.11)
Аҙна араһында ыңғай ваҡиғалар күбәйер. Шишәмбелә яҡшы таныш кешенән һәйбәт яңылыҡ ишетерһегеҙ. Шаршамбыла ниндәйҙер ваҡытлыса уңышһыҙлыҡҡа осрарһығыҙ кеүек. Ғөмүмән, күпселек мәсьәләләр үҙенән-үҙе хәл ителер.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Киләсәгегеҙ тураһында етди уйланырға ваҡыт етте һымаҡ. Яңы белем алырға һәм өр-яңы йүнәлеш буйынса эш башларға кәрәктер, моғайын. Был арала аҡсағыҙҙы уйлаңҡырап тотоноғоҙ.

Сығыу ваҡыты 2-10-2017, 11:12 | Ҡаранылар: 358
|
  • Йондоҙнамә (7-13 август)
  • Йондоҙнамә (29 май - 4 июнь)
  • Йондоҙнамә (20 июнь - 26 июнь)
  • Йондоҙнамә (6 июнь - 12 июнь)
  • Йондоҙнамә (30 май - 5 июнь)
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!



  • Радио Юлдаш FM