НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Йондоҙнамә (18 – 24 сентябрь)

Йондоҙнамә (18 – 24 сентябрь)


Йондоҙнамә (18 – 24 сентябрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҡсалата килемегеҙ артыр, тик ул еңел килмәҫ – көс-тырышлыҡ талап итер. Ҡайһы бер буталсыҡ мөнәсәбәттәр яйланыр. Оҙаҡ хәл ителмәгән мәсьәләләрҙе урынынан ҡуҙғата алырһығыҙ. Иптәшегеҙҙән өмөтлө тәҡдим ише­терһегеҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Һеҙҙе икеле осор көтә. Ҡайһы бер эштәрегеҙҙең оҙаҡҡа туҡталыуы ихтимал. Аҙна барышында мөһим һәм файҙалы һөйләшеүҙәр булыр. Кесе йомала бәләкәй генә ваҡиға кәйефегеҙҙе ныҡ ҡына боҙор. Иң һәйбәт көндәрегеҙ – шәмбе һәм йәкшәмбе.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Һәйбәт аҙна. Тап ошо арала ниндәйҙер ҙур мөһим эште уңышлы ғына тамамларһығыҙ. Мәл тәнде һауыҡтырыу өсөн үтә уңайлы. Күптәнге сир үҙенән-үҙе юҡҡа сығыр. Ыңғай ваҡиғалар ҡәҙимгенән йышыраҡ булыр.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Мәл шәхси мөнәсәбәттәрҙе барлап сығыу өсөн уңайлы. Бәғзеләр менән арағыҙҙы икеләнмәйенсә өҙөргә кәңәш ителә. Бынан файҙа һәм еңеллек тойорһоғоҙ. Яҡын киләсәктә йондоҙҙар һеҙгә яңы, юғарыраҡ вазифа юрай.

Буға (21.04 – 21.05)
Кешеләр менән аралашыуҙа ыңғай үҙгәрештәр тойорһоғоҙ. Был дуҫ-иптәштәрегеҙгә һәм туғандарығыҙға ла ҡағыла. Үткән ваҡиғалар, элекке үпкәләшеүҙәр ҙә онотолор. Йомалағы яңылыҡ бик тиҙ эш итергә мәжбүр итер.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Аҙна башында бер аҙ ҡыйынлыҡтар осрар. Кире хәл-ваҡиғалар йыйылып киткән һымаҡ күренер. Шуға ҡарамаҫтан, төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ – бик тиҙҙән барыһы ла яҡшыға үҙгәрер. Кесе йоманан һуң ниндәйҙер ауыр бурыс иңегеҙҙән төшөр.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Ҡайһы бер бәйләнештәрҙе нығыта алырһығыҙ һымаҡ. Дошмандарығыҙ был арала үҙҙәрен әллә ни һиҙҙермәҫ. Тормошоғоҙға ингән бөтә үҙгәрештәр мотлаҡ файҙаға булыр. Шаршамбылағы мәсьәләләрҙе хәл итеүгә тәжрибәгеҙ ярҙам итер.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Шишәмбе бар аҙнаға һиҙелерлек ыңғай йоғонто яһар. Өмөтлө уй-фекерҙәр ҙә йыш ҡына тыуып торор. Күптәр осор барышында яратҡан кешеһе менән араһын тағы ла нығытыр. Килемегеҙ бер аҙ күбәйер, ләкин сығымығыҙ ҙа артыр.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Был арала күп эшләргә тура килер. Һеҙҙән мөмкин тиклем тырышлыҡ һәм яуаплылыҡ талап ителә. Үҙегеҙҙе һәйбәт яҡтан күрһәтә алырһығыҙ. Шаршамбыла уйламаған хәлдәр килеп сығыуы ихтимал.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Үтә мәшәҡәтле осор. Был бар өлкәлә лә күҙәтеләсәк. Ҡайһы ваҡытта ашығыс сара күрергә тура килер. Бәғзеләр яңы һөнәр үҙләштерергә лә мәжбүр булыр. Йома ниндәйҙер юғалтыуҙар менән янай, һаҡлыҡ тураһында онотмағыҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Бурысығыҙҙы ҡайтарырға кәңәш ителә. Дуҫ-иштәрегеҙ һеҙҙе йыш ҡына сығымдарға этәреп торор, һаҡ булығыҙ. Был арала ҡәҙимгенән күберәк эшләрһегеҙ. Башлаған эшегеҙҙе тулыһынса тамамлап ҡуйығыҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Аҙна тыныс ҡына башланған һымаҡ күренер. Шаршамбыла үтә уяу булырға тырышығыҙ, көтөлмәгән хәл килеп сығыуы мөмкин. Был арала икенсе кешеләрҙең эштәрен дә һеҙгә йөкмәтерҙәр. Шулай ҙа быға ғына бирешмәҫһегеҙ, моғайын.

Сығыу ваҡыты 18-09-2017, 10:45 | Ҡаранылар: 346
|
  • Йондоҙнамә (11-17 сентябрь)
  • Йондоҙнамә (12-18 июнь)
  • Йондоҙнамә (22-28 май)
  • Йондоҙнамә (8 – 14 август)
  • Йондоҙнамә (20 июнь - 26 июнь)
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM