НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Йондоҙнамә (11-17 сентябрь)

Йондоҙнамә (11-17 сентябрь)


Йондоҙнамә (11-17 сентябрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙна башы бер аҙ икеле һәм көсөргәнешле көтөлә. Бәғзеләр тамамланмай ҡалған эштәренә яңынан тотонорға мәжбүр булыр. Икенселәр яратҡан кешеһе менән ҡытыршылыҡтарға осрар. Килеп сыҡҡан мәсьәләләрҙе хәл итеү күп көс-ваҡытығыҙҙы алыр.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Мәл емешле һәм тыныс эшмәкәрлек өсөн үтә уңайлы. Эшҡыуарҙар, ижади кешеләр, эштәре йәмәғәтселек менән бәйлеләр мотлаҡ уңыр. Кесе йомала мөмкинлектәрегеҙҙе дөрөҫ баһаламауығыҙ ихтимал. Иң өмөтлө көндәрегеҙ – шишәмбе һәм шәмбе.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Эштәрегеҙ һәйбәт барыр. һеҙҙең тирәләге хәлдәр ҡырҡа үҙгәрер. Элек һеҙҙе артыҡ өнәмәгән кешеләр ҙә дуҫ булып күренергә тырышыр. Сығымдарығыҙ һиҙелерлек артыр, ләкин был арала аҡсағыҙҙы йәлләмәгеҙ. Йомала бүләк көтөгөҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Аралашыу даирәһен киңәйтеү, яңы бәйләнештәр булдырыу өсөн өмөтлө ваҡыт. Осрашыуҙар файҙалы үтер. Шаршамбыла ғына алданыуҙан һаҡланығыҙ, бер үк уяулыҡ тураһында онотмағыҙ. Ҡайһы саҡ матди ҡыйынлыҡтар кисерерһегеҙ. Кесе йомала уйламаған ерҙән аҡса килер.

Буға (21.04 – 21.05)
Уҡып йөрөгәндәр етди мәсьәләләргә юлығыр. Шәхси мөнәсәбәттәрҙә лә аңлашылмаусанлыҡ күҙәтелер. Бар буғалар ҙа матди ҡыйынлыҡтар кисерер. Бәғзеләргә бурысҡа ла инергә тура килер. Аҙна аҙағы күңеллерәк уҙыр.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Осорҙо әүҙем үткәрерһегеҙ. Ыңғай ваҡиғалар ҙа күп булырға оҡшай. Башығыҙҙа яңы өмөтлө фекерҙәр тыуыр. Шишәмбелә ниндәйҙер иҫтәлекле ваҡиға булыуы мөмкин. Йомала кеше алдында уңғанлығығыҙҙы тулыһынса күрһәтергә яй сығыр.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аҙна башында ҡәҙимгенән күберәк эшләргә тура килер. Бәғзеләр кеше эшен дә башҡарыр. Ҡайһы осраҡтарҙа хәлдәр аралар боҙолоу­ға тиклем барып етер. Шаршамбынан һуң дөйөм эштәрегеҙ яйлап һәйбәтләнер. Йомала өҫтәмә килем көтөгөҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Ҡәҙимге осор. Шулай ҙа аҡса етмәүе һаман да борсоп торор. Был арала бәғзеләр оло йәштәге туғандары менән аралашыуҙа ҡыйынлыҡтар кисерер. Улар ваҡытлыса ғына булыр. Ғөмүмән, үҙегеҙҙе тыныс һәм ышаныслы тойорһоғоҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Һәйбәт көндәр. Был арала ниндәйҙер ҙур, алға табан барырға ҡамасаулап торған ҡаршылыҡ юҡҡа сығыр. Уны еңеү өсөн байтаҡ көс һалырһығыҙ. Яңы бәйләнештәргә күп өмөт бағламағыҙ, улар бик тиҙ онотолор.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Осор әүҙем һәм күңелле генә башланып китер. Үткән ваҡиғаларҙы яҡшы кәйеф менән иҫкә алырһығыҙ. Шишәмбенән һуң ҡапыл килеп сыҡҡан мәшәҡәттәр тормошҡа тулыһынса ҡыуанырға ирек бирмәҫ, моғайын. Уларҙы хәл итеү барлыҡ көс-хәлегеҙҙе алыр.

Саян (24.10 – 22.11)
Был арала төп эшегеҙҙә ҡәҙимгенән күберәк эшләрһегеҙ һымаҡ. Өйрәнелгән көн һәм эш тәртибен һаҡлауығыҙ бик мөһим. Үҙегеҙгә мөмкин тиклем ял бирергә тырышығыҙ. Аҙна һөҙөмтәләре менән ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ. Күптәргә үҙ көсөнә ышаныс яңынан ҡайтыр.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Шишәмбеләге хәлдәр тормошоғоҙға нин­дәйҙер үҙгәрештәр индерергә мәжбүр итер. Был арала яҡындағы маҡсаттарҙы ла яңынан барлап сығырға тура килер, бәлки. Йәмәғәт сараларынан баш тартмағыҙ, унда ҡатнашыу файҙалы булыр.

Сығыу ваҡыты 11-09-2017, 07:30 | Ҡаранылар: 322
|
  • Йондоҙнамә (29 май - 4 июнь)
  • Йондоҙнамә (8 – 14 май)
  • Йондоҙнамә (20-26 февраль)
  • Йондоҙнамә (13-19 февраль)
  • Йондоҙнамә (14-20 ноябрь)
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!



  • Радио Юлдаш FM