RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һөйөү булдымы был, әллә …

29.08.2017 Һөйөү булдымы был, әллә …

Һөйөү булдымы был, әллә …Мәктәпте яҡшы билдәләргә тамамлаһам да, әллә ҡайҙа китеп, теләгән һөнәремә уҡый алманым. Ашнаҡсыға әҙерләүсе курсты үттем дә, 18 йәшемдә ҡалала эшләй башланым. Көн дә атай-әсәйҙе, мал-тыуарҙы ҡарарға ҡайтып йөрөнөм. 19 йәшем тулып үткәс кенә тәүге мөхәббәтемде осраттым. Быға тиклем күпме егет минең менән танышырға теләһә лә бер кем дә оҡшаманы. Ә Илнурға бер ҡараштан ғашиҡ булдым да ҡуйҙым. Әҙерәк кенә осрашып йөрөгәс, ни эшләптер күңелем төшөп, ҡапыл ғына уның менән ташлашырға булдым. Ул аптырап ҡалды, башҡа килмәне. Аҙаҡ онота алмай үкендем. Өҙөлөп, күҙҙәремде талдырғансы киләһе юлдарына ҡарап көттөм, әммә Илнурым килмәне...
Аптырап, бер нисә айҙан һуң, мине ике йыл тирәһе оҡшатып та, таныша алмай йөрөгән егеткә үҙем тәүге аҙым яһаным. Заһит мине ныҡ ярата ине, ә үҙе күңелемә әллә ни оҡшамай торғайны, тора-бара өйрәнә башланым. Бер-ике айҙан уның тыуған көнөнә үҙемде бүләк иттем. Шулай ҡайҙа ғына үткәрмәнек сихри, матур төндәребеҙҙе. Йәйҙең йәмле ваҡыты ине, тәбиғәт ҡосағына ла сыҡтыҡ, таңға тиклем һөйөшөү, наҙлашыу...
Заһиттың мине ныҡ яратыуҙан башы әйләнде, ныҡ ҡыҙғана башланы, үҙенән бер аҙымға ла ситкә ебәрмәҫкә тырышты. Автобуста йөрөтмәне, ауылға такси менән килтереп ҡуя. Килеүемә ҡаршы ала, эшемә инеп киткәнсе оҙата, сығыуыма көтөп тора. Был мине ялҡыта башланы.
Көҙ көнө ҡалала йәшәгән әсәһе менән таныштырҙы. Егетем ғаиләлә берҙән-бер бала, атаһы юҡ. Мин уны әсәйемә, туғандарыма күрһәттем. Атайым мин бәләкәй саҡта уҡ икенсе ҡатынға сығып киткәйне. Әсәйем эсмәгән, аҡыллы, күңелгә ятып торған баһадир кәүҙәле Заһитты бигерәк тә оҡшатты. Егетем никах уҡытыу тураһында һүҙ ҡуҙғатты. Өйләнгәс, төпкөл ауылда йәшәгән өләсәһенә алып барам, тине. Эшләмәйһең, өйҙә генә ултыраһың, тигән шарт ҡуйҙы. Тәүге улыбыҙҙы ҡайһы дауаханала табасағыма тиклем әйтеп, күрһәтеп бөттө. Бөтәһе лә яҡшы, шыма ғына, нисек булырға тейеш – шулай бара кеүек ине лә бит. Тик күңелем ниҙер һиҙҙе, эсем бошоп иланым. Бына Заһиттың әсәһендә тәү тапҡыр йоҡларға ҡалдым. Иртән уяныуыма ул минең башымды һыйпап ултыра ине. “Һине улым ныҡ ярата, тик яҡшыға ғына үҙгәрҙе һинең менән йөрөй башлағас, ул яратҡас, һине мин дә яратам, ҡурҡма!” – тине. Яҡшы һүҙҙәрҙе буласаҡ ҡәйнә кешенән тәүге һәм һуңғы ишетеүемде белһәмсе…
Заһит һуңғы ваҡытта ныҡ борсола башланы, тәүге мөхәббәтен осратып ҡуймаһын тип һиҙгән кеүек автобусҡа ла ултыртмай ине. Мин бер ҡасан да хыянат итмәҫмен, тик тәүге мөхәббәтем Илнур ғына килеп сыҡмаһын инде, тип уйлап йөрөнөм. Аҙаҡ уйымды шайтан ишеткәндер тинем.
Никах алдынан бер мәл автобуста яңғыҙыма ҡайтырға тура килде. Дөйөм транспорттан төшөүем менән Илнурҙың ҡустыһын осраттым. Һөйләшеп киттек, ул миңә ағаһының һаман мине онота алмауын әйтте, тағы ла осрашығыҙ әле, тип үтенде. Йәшәгән өйөмдө әйтмәһәм дә, ризалыҡ бирҙем. Бер көн мине эҙләп табып, йортҡа килеп инделәр. Осрашырға һөйләшеп айырылыштыҡ, йөрөгән егетем барлығын йәшермәнем. Шулай итеп, алмаш-тилмәш икәүһе менән дә йөрөргә тотондом, әсәйемә был хаҡта әйтмәнем. Тик былай оҙаҡ йөрөп булманы, бер ай ваҡыт үтеүгә тотолдом. Икеһе лә бер көндө килде. Уларға бөтәһен дә һөйләп бирҙем.
Заһит менән Илнур миңә уйларға бер аҙна ваҡыт бирҙе. Күп уйлап тормай, тәүге мөхәббәтемде һайланым. Шул һүҙемде әйттем Илнурға, уның күҙҙәренә йәштәр төйөлдө, бик ҡыйын ине уға. “Мин һине көтәсәкмен, әгәр ҙә уның менән тормошоң килеп сыҡмаһа, шылтырат, көтәм, ғүмер буйы көтөрмөн!” – тине, һәм әйләнеп тә ҡарамай, китеп барҙы. Артынан илап ҡалдым.
Әсәйем был турала белгәс, мине илай-илай ныҡ әрләне: “Йөрәгең урынында таштыр һинең, нисек улай ташлай алдың ниндәй яҡшы егетте?”. Аҙаҡ аңланым да ул яңылышыуымды, тик һуң булды. Күпме илауым, ҡайғырыуым. Ҡала яғына ҡарап, исемен ҡабатлап илай инем. Миңә Илнурға кире ҡайтырға оят ине, хыянатымды ғәфү итмәҫ, тип ҡурҡтым. Шылтыратам, тип ынтылам, тик ҡулдарым ныҡ ҡалтырай, тыным ҡыҫыла, бер ни әйтә алмай телефонды кире ташлайым. Бер тапҡыр шылтырата алһамсы һуң?
Илнурҙы ташлағандың икенсе көнөндә үк Заһит мине үҙенә алып ҡайтты. Ҡабаттан уны ярата ла башланым кеүек, никах уҡытырға һөйләштек. Шунда башланып китте, бөтә нәмә баштүбән әйләнде, тормошом насар төшкә әүерелде. Ул эскесе, тәртипһеҙ кеше булып сыҡты, матур йөҙө һәм кәүҙәһенән башҡа бер яҡшы яғын күрмәнем. Өс йыл төрмәлә ултырған, йәше лә күпкә оло булған икән.
Аңланым үҙем ғәйепле икәнемде, яратҡан егетемдең күҙ йәштәре, рәнйеше төштө тип, теш ҡыҫып ҡабул иттем язаны. Ни тиклем ҡыйын, ауыр булған һайын үҙемде ғәйепләнем, шул кәрәк һиңә, яҡшы булған, тип ҡабатлай инем. Тормошом һаман алға бармағас, ун йылдан һуң Илнурҙан ғәфү үтендем…

Гөлнора ЙӘМИЛЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»