НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Турпутевка алғанда алданмағыҙ!

Турпутевка алғанда алданмағыҙ!


Турпутевка алғанда алданмағыҙ!Рәсәй халҡы, ғәҙәттә, йәйгеһен ял итергә ярата. Күптәр ауылда ял итеүҙе хуп күрһә, икенселәр уны сит илдәге сәйәхәткә арнай. Турфирмаларҙан путевка алғанда нисек алданмаҫҡа? Түбәндәге кәңәштәр ярҙам итер.

Ялға йыйыныуҙы путевка һатыусы туристик фирманың абруйын өйрәнеүҙән башлау зарур. Уның тураһында интернет селтәрендә аҙмы-күпме мәғлүмәт булыр. Туризмда бер аҙ уңышҡа ирешкән фирма социаль селтәрҙә үҙенең аккаунттарын булдыра.
Интернеттың бер ыңғай яғы – ялда булған кеше курорт, отелдең оҡшау-оҡшамауы тураһында мәғлүмәт ҡалдыра. Етешһеҙ­лектәрҙе әйтә. Менеджер маҡтаған урындың һеҙгә оҡшамауы ла мөмкин. Таныштары­ғыҙҙың фекерҙәренә лә ҡолаҡ һалығыҙ. Улар ҙа һеҙгә ышаныслы турфирмаларҙы әйтергә мөмкин.
Әгәр турфирмаға шылтыратаһығыҙ икән, белгестең һөйләшеүенән үк фирманың ышаныслы булыу-булмауын белергә мөмкин. Турменеджер һорауҙарығыҙға дөйөм һүҙҙәр менән генә яуап бирһә, һеҙ теләгән йүнәлештәр буйынса аныҡ мәғлүмәт бирмәһә, был фирма шик тыуҙыра. Ышаныслы фирмалар күпселек осраҡта тәжрибәһе булған юғары квалификациялы белгестәрҙе генә алырға тырыша. Күпселек халыҡ путевка алғанда алдын-артын ҡарамай – ҡабат һорарға, аңламағанды аңлатыуҙы талап итергә ояла. Ялығыҙҙы планлаштырғанда менеджер­ға ғына ышанып ҡалмағыҙ, терминдар­ҙың нимә аңлатҡанын ентекләп һорашығыҙ.
Күптәр туроператор менән турагент төшөнсәһенең айырмаларын белмәй. Туроператор – турпутевканы булдырыусы, туристарға ялды ойошторорға ярҙам итеүсе компания. Улар билеттарҙың даталарын, ҡунаҡханала тороу көндәрен, туҡланыу типтарын билдәләй. Ә турфирма туроператор барлыҡҡа килтергән пу­тевканы һатыу менән шөғөлләнә. Шуға ла туроператорҙа путевка арзан була.
Туроператорҙарҙың берҙәм реестры «Ростуризм» сайтында урынлаштырылған. Әгәр ҙә һеҙ һайлаған компанияның исеме унда булмаһа, тимәк, ялған фирма.
Офисында бер компьютер һәм өҫтәлдән башҡа әйбер юҡ икән, был турфирма ышаныс тыуҙырмай.
Бик арзан путевкаларға ла ҡыҙыҡмағыҙ.
Килешеү төҙөгәндә документты ентекләп өйрәнегеҙ. Ял итеү ваҡыты, путевка хаҡы, отель һәм авиакомпания исемдәре аныҡ яҙылырға тейеш. Дөйөм һүҙҙәр генә яҙылһа, тимәк, һеҙҙән нимәлер йәшерәләр.
Лотерея һәм төрлө приз уйындарынан һаҡ булығыҙ. Биш отелле курорттағы ял өсөн юл хаҡы түләп, диңгеҙ ярынан йыраҡта урынлаш­ҡан, бишәр кеше йәшәгән хостелдарҙа йәшәп ҡайтыусылар ҙа байтаҡ.
Ял кәйефе боҙолмаһын тиһәгеҙ, ышаныслы фирмаларҙан ғына путевка алырға тырышығыҙ. Күңелле ял һеҙгә!

Сығыу ваҡыты 9-07-2017, 11:49 | Ҡаранылар: 157
|
  • Машина һатып алһағыҙ…
  • Беҙгә яҙалар:
  • Гәзитебеҙгә яҙыл да, төркиәгә путевка от!
  • Дүрт путевка өсөн йәрәбә үтте
  • Иғтибар: ялған фирма
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM