НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Йондоҙнамә (3 – 9 июль)

Йондоҙнамә (3 – 9 июль)


Йондоҙнамә (3 – 9 июль)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Етәкселәр, оло йәштәге кешеләр менән ҡытыршылыҡтар килеп сығыуы ихтимал. Уйламаған бер һүҙ ҙә кире ваҡиғаға килтереүе мөмкин. Шулай ҙа аҙнаны һәйбәт тамамлар­һығыҙ. Көтөлмәгән килем дә алырһығыҙ

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Осор мәшәҡәтлерәк башланыр. Шишәмбелә көтөлмәгән хәлгә юлығыуығыҙ бар. Ләкин унан бер ниндәй юғалтыуһыҙ, еңел генә сығыр­һығыҙ. Кесе йомала ниндәйҙер күптән көткән ҡыуаныслы ваҡиға булыр.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Был арала күптәрҙең ижади һәләттәре асылыр. Төп эшегеҙҙәге хәл дә ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Һуңғы ваҡыттағы эштәрегеҙ тейешле баһаланыр. Кесе йомала иғтибарлыраҡ булығыҙ, уйламаған ерҙән кәрәкле мәғлүмәткә юлығырһығыҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Аҙна барышында уяулыҡ тураһында онотмағыҙ – һеҙгә алданыу ҡурҡынысы янай. Шикле, ышанысһыҙ кешеләр менән аралашыр­ға мәжбүр булырһығыҙ. Йондоҙҙар яңы таныштарығыҙҙың

Буға (21.04 – 21.05)
Кеше һүҙен тыңлап, хата юлдан китерһегеҙ. Хәлде төҙәтеү матди юғалтыуҙар талап итер. Бәғзеләргә ялҡаулыҡ менән көрәшергә тура килер. Төрлө сәбәп арҡаһында был арала ҙур уңыштарға өмөт итмәгеҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Күптәр тормошона үҙгәрештәр индерергә тырышыр. Уларҙың ҡайһы берҙәре киләсәгегеҙгә ҙур йоғонто яһар. Шаршамбыла эштәрегеҙгә кемдер аяҡ салырға маташыр. Сигенмәгеҙ, үҙ һүҙегеҙҙә ҡаты тороғоҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Төп эшегеҙҙә хәл һәүетемсә булһа, өй-йортоғоҙҙа артыҡ тыныс түгел һымаҡ. Бәғзеләр үткән ваҡиғалар тураһында иҫегеҙгә төшөрөр. Үҙегеҙҙе тыныс тотһағыҙ, бик тиҙҙән барыһы ла яйланыр. Йомала өмөтлө осрашыу көтөлә.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Ҡәҙимге эштәр бәғзеләргә ялҡытҡыс күренер. Кемдер тормошона ниндәйҙер үҙгәрештәр индерергә ынтылыр. Шаршамбыла күптән көткән хәбәрҙе лә ишетерһегеҙ. Һуңғы арала ышаныслы кешеләр ярҙамына һәр саҡ мохтаж булырһығыҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Яратҡан кешеләр араһында аңлашылмаусанлыҡ килеп сығыр. Өйөгөҙҙә лә бигүк тыныс булмаҫ. Хәйер, барыһы ла һүҙ менән башланып китер, һүҙ менән бөтөр ҙә. Йомала мөһим мәсьәләләр менән шөғөлләнергә тура килер.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Был арала бөтә эшегеҙҙе лә алдан уйлап башҡарығыҙ. Шулай ҙа ҡорған маҡсаттарығыҙҙың күбеһе төрлө сәбәп арҡаһында әлегә бойомға ашмаҫ. Яңы эшкә күсеүҙе уңайлыраҡ ваҡытҡа ҡалдырығыҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Аҙна барышында абруйығыҙ күҙгә күренеп артыр. Фекерегеҙгә иғтибарлы булырҙар, һүҙегеҙ үтер. Ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр ҙә күбәйер. Ҡылған ярҙамығыҙҙың сауабы күп буласаҡ. Кесе йомала ниндәйҙер табыш йәки бүләк алырһығыҙ

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Һеҙҙең тирәләге ваҡиғалар әүҙем эшмәкәрлеккә этәреп торор. Аҙнаны бик файҙалы үткәрерһегеҙ. Аралашыуҙар ҙа күбәйер. Бәғзеләр менән ваҡытлыса арағыҙ боҙолоуы ла ихтимал. Йомала ҡатын-ҡыҙҙар менән һүҙгә килешмәҫкә тырышығыҙ.

Сығыу ваҡыты 3-07-2017, 22:24 | Ҡаранылар: 535
|
  • Йондоҙнамә (12-18 июнь)
  • Йондоҙнамә (29 май - 4 июнь)
  • Йондоҙнамә (8 – 14 май)
  • Йондоҙнамә (27 февраль - 5 март)
  • Йондоҙнамә (13-19 февраль)
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Бер уңмаған һис уңмай (Тулыһынса. Башы 32-се һанда һәм сайтта)
  • Кемпинг янындағы быуала (Аҙағы. Сайтта тулыһынса бирелгән)
  • Аулаҡтағы бер төн
  • Һөйөү булдымы был, әллә …
  • Белем көнөн 1 сентябрҙа үткәрергә тәҡдим ителде
  • «Йәшлек» инселәгән һарыҡ кемгә эләгер?
  • Тәүге ҡар менән! Иртәнсәк Белорет районында ҡар яуҙы.
  • Диплом ята кеҫәлә, була тыныс йәшәргә
  • Мин башҡортса һөйләшәм, ә һин?
  • Өнмө был, төшмө - был беҙҙең юлдармы?



  • Радио Юлдаш FM