RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ижад кешеләрен берләштергән ойошма

14.06.2017 Ижад кешеләрен берләштергән ойошма

Ижад кешеләрен  берләштергән ойошма
Республика журналистарының ижади союзы РФ Журналистар союзы составында иң ҙурҙарынан һанала һәм иң күп ағза теркәлгән берекмәләренең береһе. Бөгөн уның сафында 1500 журналист иҫәпләнә. Уларҙың 200-ө – БР-ҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, 20 журналисҡа РФ-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеме бирелгән.

1989 йылда ижади ойошма етәкселеге тәҡдиме менән матбуғат, телевидение һәм радио хеҙмәткәр­ҙәре өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы булдырылды, 1996 йылда уның статусы күтәрелеп, хәҙер ул Ш. Хоҙай­бирҙин исемендәге БР Хөкүмәте премияһы тип атала. Журналистар союзы ағзаларының 111-е был исемдең лауреты булды.
Йәмәғәт ойошмаһы ағзалары араһында фән кешеләре лә етерлек: 15 фән докторы, 60 фән кандидаты иҫәпләнә. Халыҡ шағирҙары, халыҡ рәссамдары, артистар ҙа берекмә сафына ингән. Улар араһында Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премиялары лауреаттары бар. Ете журналисыбыҙ – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны.
Ойошманың тарихына байҡау яһағанда, БАССР-ҙың Журна­листар союзы 1957 йылдың декабрендә ойошторола. Уның составына гәзит-журналдар, радио-телевидение хеҙмәткәрҙәренән 35 кеше инә. СССР Журналистар союзының Башҡортостан бүлексәһен ойоштороу бюроһы рәйесе итеп “Совет Башҡортостаны” гәзитенең мөхәррире, күренекле йәмәғәт эшмәкәре, шағир һәм ғалим Ғилемдар Рамазанов һайлана.
Бюро ағзалары эш пландарын раҫлай һәм БАССР журналистарының I съезына әҙерлек башлай. Тәүге ҙур йыйын 1958 йылдың 28 декабрендә үтә. Унда БАССР-ҙың Журналистар союзын ойоштороу тураһында документтар раҫлана, берекмә етәксеһе яңы йәмәғәт ойошмаһының төп принциптары һәм бурыстары менән таныштыра. СССР Журналистар союзының яуап­лы сәркәтибе И. Давыдов үҙенең сығышында Бөтә Союз ойошмаһының эшмәкәрлеге тураһында һөйләй. Идара рәйесе итеп Ғилемдар Рамазанов һайлана.
1962 йылдың 2 ғинуарында БАССР Журналистар союзының II съезы үтә, 1966 йылдың 11 июнендә III съезд уҙғарыла. Яңы рәйес итеп “Совет Башҡортостаны” гәзитенең баш мөхәррире Абдулла Исмәғилев һайлана. Урынбаҫарҙары итеп Г. Михеев, яуаплы сәркәтип Фәнил Әсәнов раҫлана.
1969 йылдың 14 ғинуарында Башҡортостан журналистарының сираттағы съезы үтә. Унда идара эше тураһында доклад һәм В. Лениндың тыуыуына 100 тулыуға ҡарата әҙерлеккә бәйле бурыстар тикшерелә. Берекмәнең яңы етәксеһе итеп Ремель Дашкин һайлана.
1971 йылдың 13 октябрендә БАССР Журналистар союзының V съезы үтә. Унда район һәм ҡала гәзиттәренең журналистар идараһы секциялары эше тураһында отчеттар тыңлана, киләсәккә бурыс­тар билдәләнә. Журналистар алдында ҙур доклад менән КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты секретары Таһирйән Ахунйәнов сығыш яһай.
1977 йылдың 19 ғинуарында уҙғарылған VI съезда Башҡор­тостандың Журналистар союзы етәксеһе итеп БАССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса комитет етәксеһе В. Дауытов һайлана. Ул союзға 1981 йылға тиклем етәкселек итә. 1981 йылдың 25 декабрендә үткән IX съезда ил журналистарының V съезына делегаттар һайлана. Союзға етәксе итеп Тәлғәт Сәғитов ҡуйыла.
1984 йылдың 7 декабрендә – X, 1986 йылдың 6 декабрендә XI съезд үтә. Һуңғыһында БАССР Дәүләт телерадиотапшырыуҙар комитеты етәксеһе Динис Бүләков БАССР Журналистар союзы рәйесе итеп тәғәйенләнә. Съезда үҙгәртеп ҡороуҙар осоронда киң мәғлүмәт сараларының роле, асыҡлыҡ шарттарында журналистарҙың эшмәкәрлеге кеүек мәсьәләләр ҡарала. Йыйын ғәҙәти булмағанса йәнле, асыҡ, эшлекле шарттарҙа уҙа.
1990 йылдың 20 апрелендә XII съезд уҙғарыла. Идара эше тураһында Ризван Хажиев сығыш яһай. Унда ижади ойошманың уставын яңыртыу, союз эшмәкәрлеген реформалау тураһындағы мәсьәләләр тикшерелә. Идара етәксеһе итеп Ризван Хажиев һайлана.
СССР Журналистар союзының VII съезында Башҡортостандың Жур­налистар союзы үҙ ирке менән Журналистар союздарының халыҡ-ара конфедерацияһы (ЖСХК) һәм РФ Журналистар союзы составына инә. Ризван Хажиев Рәсәй Журналистар союзы федератив советы һәм ЖСХК ағзаһы итеп һайлана.
1994 йылдың 8 апрелендә үткән XIII съезда БР Президенты Мортаза Рәхимов та ҡатнаша. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығын ойоштороу, уставҡа үҙгәрештәр индереү мәсьә­ләһе ҡарала. Союз рәйесе Ризван Хажиевты икенсе мөҙҙәткә лә рәйес итеп раҫлайҙар.
1997 йылдың 29 ноябрендә үткән XIV съезда Марсель Сәлимов БР Журналистар союзының 40 йыллыҡ эшмәкәрлеге тураһында доклад менән сығыш яһай. Уставҡа үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индерелә. Журналистар ойошмаһына яңы етәксе итеп Марсель Сәлимов һайлана.
1999 йылда Бөтә Рәсәй Журналистар берекмәһе составында журналистиканың ветерандар (хаҡлы ялда булыусылар) берекмәһен булдырыу буйынса ойоштороу конференцияһы уҙғарыла. Уның етәксеһе итеп журналистика ветераны Вилләр Дауытов ҡуйыла.
2000 йылдан алып Башҡортостан журналистары йыл һайын үткәрелгән Бөтә Рәсәй матбуғат фестивалендә һәм матбуғат күргәҙмәләрендә ҡатнаша, төрлө конкурстарҙа күп һанлы наградалар яулай.
2001 йылдың 30 ноябрендә үткән XV съезда уставҡа үҙгәрештәр индерелә, республика журналистарының профессиональ этикаһы тураһында кодекс, Журналистар фонды уставы, район-ара ижади берекмәләр һәм түбәнге журналис­тар ойошмалары (хәҙер урындағы берекмәләр) тураһындағы положениелар раҫлана. Съезд эшендә РФ Журналистар союзы секретары А. Богомолов ҡатнаша. М. Сәлимов ҡайтанан рәйес итеп һайлана.
2006 йылдың 8 декабрендә үткән XVI съезда идараға 27 кеше тәҡдим ителә. Альтернатив нигеҙҙә союзға рәйес итеп “Ватандаш” журналының баш мөхәррире Фәрит Әхмәҙиев һайлана.
XVII съезд, сираттан тыш, 2009 йылдың 18 июнендә үтә. Ижади союз “БР Журналистар союзы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы” итеп үҙгәртелә.
Ижади ойошманың етәксеһе алмаштырылыуға бәйле, XVIII, сираттағы, съезд 2010 йылдың 29 сентябрендә уҙғарыла. Делегаттар Фәрит Әхмәҙиевтың үткән осор­ҙағы эшмәкәрлеккә арналған докладын тыңлай. Фекер алышыу­ҙа “Тамаша” журналының баш мөхәррире Фәнил Ҡоҙаҡаев, “Республика Башкортостан” гәзитенең баш мөхәррире Татьяна Сырвачева, “Йәшлек” гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков, “Молодежная газета” гәзитенең баш мөхәррире Ярослава Голобородько ҡатнаша. Артур Дәүләтбәков союздың рәйесе итеп һайлана.
Сираттан тыш, XIX, съезд РФ Журналистар союзының Х съезына делегаттар һайлауға бәйле уҙғарыла. Рәсәй Журналистар союзының Федератив советына ағзалар һайлана. РФ Журналистар союзының Х съезына делегаттар, федератив составҡа ағзалар тәҡдим ителә.
2015 йылдың 21 декабрендә ХХ съезд үтә. Идара рәйесе Артур Дәүләтбәков 2013 – 2015 йылдарға отчет менән сығыш яһай. 25 кешенән торған Оло жюриҙың төбәк комиссияһы, Ревизия комиссияһы һайлап ҡуйыла.
2016 йылдың 15 декабрендә үткән сираттан тыш, XXI, съезда союздың уставы үҙгәртелә.
Съезд “БР Журналистар союзы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы”ның иң юғары етәкселек органы булып тора, биш йылға бер мәртәбә үткәрелә. Унда идаралыҡ, Ревизия комиссияһы, Оло жюриҙың төбәк коллегияһы, союздың рәйесе һайлана. Йыйылышта идаралыҡ һәм ревизия комиссияларының отчеттары тыңлана, ойошманың өҫтөнлөклө йүнәлештәре билдәләнә, берекмәне үҙгәртеү, бөтөрөү кеүек мәсьәләләр ҡарала.

Фәнил ҠОҘАҠАЕВ әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»