НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Йондоҙнамә (5 – 11 июнь)

Йондоҙнамә (5 – 11 июнь)


Йондоҙнамә (5 – 11 июнь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Күптәр ниндәйҙер яңы эш башлап ебәрер һымаҡ. Тик башта һеҙҙе юғалтыуҙар һағалар. Иҫкене “һүтергә” тура килер. Әгәр ваҡ-төйәккә көсөгөҙҙө әрәм итмәһәгеҙ, барыһы ла яҡшы барыр. Йомала кәңәшкә мохтаж булырһығыҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Мәл туғандарығыҙ менән араны нығытыу өсөн уңайлы. Тик үҙегеҙ ҙә әүҙемлек һәм иғтибарлыҡ күрһәтегеҙ. Был арала сығымдарығыҙ һиҙелерлек артыр, ләкин һатып алған әйберҙәрегеҙ бәрәкәтле буласаҡ. Кесе йомала уйламаған хәбәр алырһығыҙ, бәлки.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Эшегеҙҙә бер аҙ буталсыҡ күҙәтелер. Тәртип урынлаштырмайынса алға китә алмаҫһығыҙ кеүек. Ҡатмарлы осраҡтарҙа эске тауышығыҙ ярҙам итеп торор. Кеше аҡсаһы менән һаҡ булығыҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Аҙна һуңғы ваҡытта иң яҡшы осорҙарҙың береһе булыр һымаҡ. Мәл яңы ҙур эштәрҙе башлап ебәреү өсөн дә уңайлы. Был арала күптән көткән хәбәрҙе лә ишетерһегеҙ. Йомала һатып алған әйберҙән кинәнес табырһығыҙ.

Буға (21.04 – 21.05)
Үҙегеҙҙе һәр саҡ тыныс һәм ышаныслы тойор­һоғоҙ. Төп эшегеҙҙә уңыш көтөгөҙ, эштәгеләр менән дә мөнәсәбәтегеҙ яҡшы булыр. Осор һаулығығыҙҙы нығытыу өсөн һәйбәт. Элек сирләгәндәр еңеллек һиҙер. Был арала бәғзеләр насар ғәҙәтттән еңел ҡотола алыр.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Йондоҙҙар күрһәтеүенсә, һеҙҙе алда икеле осор көтә. Аҙнаның тәүге яртыһы һәйбәт үтһә, кесе йоманан һуң бөтә эштәрегеҙ ҡапыл туҡтағандай тойолор. Тейешле ныҡышмалылыҡ күрһәтмәһәгеҙ, алдан төҙөлгән уй-маҡсаттарығыҙ бушҡа булыр.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аҡса мәсьәләләре һаман да борсоп торор. Улар үҙенән-үҙе хәл ителмәйәсәк. Һеҙҙән мотлаҡ ныҡышмалылыҡ кәрәк. Шаршамбыла уйламаған сығымдар булыуы ихтимал, был хәлдә үҙегеҙҙе ғәйепләгеҙ. Йомала осраҡлы ғына өмөтлө мәл кисерерһегеҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Ҡәҙимге аҙна. Был арала ниндәйҙер мәсьәләгә асыҡлыҡ индерерһегеҙ. Күбеһенсә үҙегеҙгә генә таянырға тура килер, дуҫтарығыҙ ыша­нысһыҙлығын күрһәтер. Йомалағы ҡатмарлы хәлдән юғалтыуһыҙ сығырһығыҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Осорҙо күтәренке кәйеф менән үткәрерһегеҙ, моғайын. Кәрәкле кеше менән дә осраша алыр­һығыҙ һымаҡ. Шаршамбыла ниндәйҙер ҙур уңыш булыр, бүләк алыуығыҙ ҙа ихтимал. Йомалағы ваҡиғалар кеше араһында абруйығыҙҙы тағы ла күтәрер.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Бар өлкәлә лә һәләтегеҙҙе күрһәтә алыр­һығыҙ. Төп эшегеҙҙә барыһы ла яҡшы барыр. Әүҙемлегегеҙ бәғзеләргә оҡшамаҫ. Улар үҙҙәрен бик тиҙ белдерер, әммә әлегә һеҙгә тештәре үтмәйәсәк.

Саян (24.10 – 22.11)
Ниндәйҙер күптән башланған эште тулыһынса тамамлауға өлгәшерһегеҙ. Был арала бәғзеләр туғандары менән осрашыр. Мөмкин тиклем уларҙың хәленә ҡыҫылмаҫҡа тырышығыҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Элек төҙөгән маҡсаттарығыҙға тағы ла бер аҙ яҡынайырһығыҙ һымаҡ. Шаршамбыла мөһим ҡағыҙ алыуығыҙ ихтимал. Ошо көндәрҙә төп эшегеҙҙә ниндәйҙер хата ебәреүегеҙ бар, ләкин уны тиҙ төҙәтерһегеҙ.

Сығыу ваҡыты 5-06-2017, 13:45 | Ҡаранылар: 462
|
  • Йондоҙнамә (29 май - 4 июнь)
  • Йондоҙнамә (8 – 14 май)
  • Йондоҙнамә (20-26 февраль)
  • Йондоҙнамә (13-19 февраль)
  • Йондоҙнамә (28 ноябрь - 4 декабрь)
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM