RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тәбиғәт ул – килер көнөбөҙ!

05.06.2017 Тәбиғәт ул – килер көнөбөҙ!

Тәбиғәт ул – килер көнөбөҙ!Төйәгемә күҙ ташлаһам,
Хәсрәттәрем ҡуҙғала,
Зифа ҡамышын һарғайтып,
Һыуҙар кәмей йылғала;
Урманыбыҙ ҙа ҡырылһа,
Донъябыҙҙан ни ҡала?
Таш ҡаялар аҡтарыла,
Тауҙар ауыр тын ала,
Йәнгә ғәзиз матурлыҡтар
Күҙ алдында юғала, –
тип яҙғайны Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев үҙенең “Донъябыҙҙан ни ҡала?” исемле шиғырында. Беҙҙең тормошто һулар һауаһыҙ, эсәр һыуһыҙ, йәшел урманһыҙ күҙ алдына килтереп буламы? Юҡ, әлбиттә.
Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ хозур тәбиғәтле Уралда үҙҙәренә мәңгелек төйәк тапҡан. Атайсалыбыҙҙа ер тетрәмәй, янартауҙар урғылмай, ғәрәсәт-дауылдар ҡупмай. Төйә­гебеҙ иҫ киткес бай: ул емеш-еләге, ҡош-ҡорто, кейек-йәнлеге, балығы, ағасы, файҙалы ҡаҙылмалары – һәммәһен дә һанап бөтөү мөмкин түгел. Тәбиғәт йомарт, ул биргән байлыҡ иҫ китмәле!
Беҙҙең гүзәл Башҡортос­таныбыҙҙы маҡтап күпме йыр, шиғыр ижад ителгән! Әле бөгөн дә өйрәнелгән ҡалып буйынса беҙ тәбиғәтте ҡысҡырып маҡтайбыҙ, шиғырҙар, мәҡәләләр яҙабыҙ. Ә ысынлабыраҡ ҡараһаң, тәбиғәтебеҙ күптән инде элекке ҡупшылығын юғалтҡан: урмандарыбыҙ аяуһыҙ ҡырҡыла, үләндәр тапала, йылға-күлдәребеҙ һайыға, инеш-шишмәләребеҙ ҡороп, юҡҡа сыға бара. Бөгөн беҙҙең бай төйәгебеҙгә генә түгел, ә бөтә кешелек донъяһына ҡурҡыныс хәүеф-экологик һәләкәт янай!
Беҙҙең Башҡортостанда 6 миллион гектар ерҙе урман биләһә, һәр сәғәт һайын 20 гектар урман юҡҡа сыға бара. Ә бер кешенең ғүмере өсөн 200-ҙән ашыу төп ағас кәрәклеге иҫәпләп сығарылған. Бер гектар урман һауанан 2 тонна ағыулы газды йота, 10 кубометр һауаны сафландыра.
Тәбиғәттә бөтә нәмә лә бер-береһенә бәйләнгән. Һаҙлыҡтар кибә икән, бөжәктәр, серәкәйҙәр ҙә бөтә, уларҙың кәмеүе ҡоштарҙың аҙайыуына килтерә. Ҡоштарҙың аҙайыуы ағастар, үҫемлектәр яҙмышына йоғонто яһай. Тәбиғәттә бер нәмә лә артыҡ түгел, ул үҙе яралта, үҫтерә, артығын бөтөрә.
Кеше “тәбиғәт батшаһы” булып, еребеҙҙең киләсәк яҙмышына бик ҙур зыян килтергән. Тап уның ғәйебе менән бик күп үҫемлек һәм хайуан төрҙәре юҡҡа сыҡҡан.
1966 йылда Бөтә донъя тәбиғәтте һаҡлау союзы тәү башлап үҙенең “Ҡыҙыл китабын” булдырҙы. Был китапҡа һирәк осрай торған һәм юғалыу ҡурҡынысы янаған үҫемлек һәм хайуан төрҙәре индерелгән. Элекке СССР-ҙың да “Ҡыҙыл китабы” бар, тәү тапҡыр 1978 йылда баҫылып сыға. Шулай уҡ Баш­ҡортостандың да “Ҡыҙыл китабы” бар, 1984 йылда донъя күрә. 1987 йылда иһә ҡайтанан баҫыла. Унда 180 төрлө үҫемлек, хайуандар­ҙың 157 төрө индерелгән. Ә инде беҙҙең Әбйәлил районының “Ҡыҙыл китабы” тыуған яҡты өйрәнеүселәр тарафынан төҙөлә. Унда район биләмәһендә һирәк осрай торған үҫемлек һәм хайуан төрҙәре индерелгән.
Беҙҙең район ерендәге дүрт төрлө үҫемлек СССР-ҙың “Ҡыҙыл китабында” урын алған. Улар: Гельма минуарцияһы, шиверекия үләне, кәкүк ситеге, еҙүлән.
Гельма минуарцияһы – күп йыллыҡ үлән, 15 сантиметр бейеклеккә тиклем үҫә. Тау-ташлы урындарҙы үҙ итә. Июнь айында сәскә ата. Япраҡтары ҙур түгел, оҙонса формала. Райондың урман-дала зонаһында осрай.
Шиверекия үләне (шиверекия подольская) – күп йыллыҡ үҫемлек, 30 сантиметрға тиклем бейеклектә, ҡаяларҙа, эзбизлы түбәләрҙә үҫә. Япраҡтары розеткала урынлашҡан, һабағында япраҡтары аҙ була. Сәскәләре ваҡ, аҡ төҫтә, май айында сәскә ата. Беҙҙең урман-дала зонаһында осрай.
Кәкүк ситеге (венерин башмачок, настоящий желтый) – бик һирәк осрай торған күп йыллыҡ үҫемлек, 50 сантиметр бейеклектә, эре сәскәле. Ылыҫлы-ҡатнаш урмандарҙа үҫә. Сәскәһенең мороно ҡатаға оҡшап тора. Беҙҙә тау-урман, урман-дала зонаһында осрай.
Еҙүлән (тонконог жестколистный) – шулай уҡ күп йыллыҡ үҫемлек, 40 – 60 сантиметр бейеклектә. Эзбиз тоҡомо булған тауҙарҙа, ҡоро урындарҙа үҫә. Япраҡтары нәҙек оҙонса, башаҡтары 6 – 7 миллиметр оҙонлоҡта. Май – июндә сәскә ата, бик һирәк осрай. Бына ошо дүрт төрлө үҫемлек СССР-ҙың “Ҡыҙыл китабына” ингән, улар союз әһәмиәтенә эйә.
Беҙҙең районда 1996 йылда 9 тәбиғәт ҡомартҡыһы ойошторол­ғайны. Башҡортостан ғилми үҙәгенең Биология институты ғалимдары күп йыллыҡ тикшеренеүҙәр үткәргәндән һуң шундай һығымтаға килде: Әбйәлилдә тәбиғәттең ботаник һәм комплекслы ҡомартҡылары булараҡ һаҡланылыусы тип өҫтәмә рәүештә иғлан итергә мөмкин булған урындар бар. Шуларҙың береһе – Аһылай ауылынан 4 – 5 километр көньяҡ-көнбайышта урын­лашҡан Көркәк тауы. Ата-ба­баларыбыҙ дан йырлаған был төбәктә ғалим-ботаниктар Е. Смир­нованың, А. Мул­да­шевтың һәм баш­ҡаларҙың тикшеренеүҙәре бу­йынса юғары саң-һеркәле һәм сәскәле үҫемлектәрҙең 180-дән ашыу төрө табылған. Һәм шуларҙың дүрттән бер өлөшө – һирәк осрай торған үҫемлектәр. Ебәк ҡаҙ үләне, ҡаясатыр, Себер флоксаһы, нескә етенүлән, споралы горкуша, оҫҡон йыуаһы һәм башҡалар – бик ҡиммәтле үләндәр. Көркәктә шулай уҡ Баш­ҡортостанда бик һирәк осрай торған үҫемлектәр ҙә бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындағы үҫемлек донъяһы запастары йылдан-йыл кәмей бара. Был Көркәктә тәбиғәт ҡомартҡыһы ойоштороу өсөн өҫтәмә нигеҙ булып тора.
Ғалимдар фекеренсә, райондағы иң ҙур күлдәрҙең береһе Атауҙы был йәһәттән икенсе урынды биләй. Ул балыҡсылыҡ һәм кеше­ләр­ҙең ял итеү урыны булараҡ та киң билдәле. Ошоға бәйле күлдең тирә-яғындағы үҫемлектәргә ҡарата һаҡсыл ҡараш булдырыу талап ителә. Унда һирәк осрай торған байтаҡ үҫемлек табылды. Декоратив һәм дарыу үләне булараҡ билдәле скрученник (кәкүк йәше, уны Ҡытай орхидеяһы тип тә атайҙар) тигән үлән республикабыҙҙа башҡа бер ерҙә лә осрағаны юҡ. Дауалау йәһәтенән уның тамыры, һабағы бик файҙалы. Күреү һәләтен яҡшыртыуҙан тыш, енси органдарҙың эшмәкәрлегенә лә ыңғай йоғонто яһай.
Ә инде матур гониолимон (ҡамғаҡ – башҡорт, кермәк – татар телендә) – һирәк осрай торған декоратив үҫемлек.
Күлдең тирә-яғында СССР-ҙың “Ҡыҙыл китабына” индерелгән еҙүлән һәм Урал ҡая-тау-дала эндемигы – энә япраҡлы ҡәнәфер (гвоздика игло­листная) табылды. Күре­неүенсә, күл буйында Башҡор­тос­тандың башҡа ерҙәрендә булмаған һирәк үҫемлектәр үҫә. Атауҙы күле һәм уның тирә-яғы тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора.
Олоғор – Оло ҡыр тауы (Мәхмүт һырттары) Хәлил ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай, Мәхмүт һәм Әбделмәмбәт ауылдарынан көнбайыштараҡ, 4 – 8 километрҙа урынлашҡан. Һырт урманһыҙ тиерлек, составында базальт, андезит, йәшмә һәм эзбиз тоҡомдары булған тау тоҡомдары менән ҡаплан­ған. Бына ошо тау битләүендә үләндәрҙең айырыу­са һирәк осрай торған төрҙәре – Кучеров таутишәре, Альп астраһы, Карелин астрагалы, энә япраҡлы ҡәнәфер, шыршы үләне, көмөш япраҡлы тәңкәгөл, күп йыллыҡ етен, нескә етенүлән, Крашенинников минуарцияһы, ҡарға бутҡаһы (тау һарынаһы), Гмелин кәмә япрағы үҫә. Үҫемлектәрҙең иң боронғоһо тип һаналған Кучеров таутишәре (ул башҡа бер урында ла үҫмәй) айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
Йәнә бер урын – Оло Ҡыҙыл йылғаһының бурташлы ярҙары. Уның түбәнге ағымында, Әлмөхә­мәт­тән Түбәнге Әбдрәш ауылына тиклемге арала, йылға үҙәнен доломит минералы һәм бурташ менән ҡапланған тауҙар ҡырҡып үтә. Бурташ текә яр һәм ҡая булып ялан­ғасланып ята. Уларҙа һәм эзбизлы ҡырсынташта Альп астраһы, Клоков ҡәнәфере, шыршы үләне, Крашенинников минуарцияһы, ебәк ҡаҙүлән, бейек бүрекүлән, кейәү үләне һәм башҡа һирәк осрай торған петрофиль үҫемлектәр бергәлеге яҡшы һаҡланған. Ҡаяларҙың матурлығы һәм петрофиль үҫемлектәр бергәлегенең үҙенсәлеге был төбәкте район әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы булараҡ һаҡларға тәҡдим итергә мөмкинлек бирә.
Бер кем дә ҡош ояларын туҙҙырмаһын, сәскәләрҙе өҙмәһен, ағас ботаҡтарын һындырмаһын, үлән­дәр­ҙе тапамаһын, йәнлек балаларын өйгә алып ҡайтмаһын һәм урманда ут менән уйнамаһын ине.
Беҙҙең урмандарҙа ағастар, үләндәр, сәскәләр күкрәп үҫһен, йәнлектәр күбәйһен, ҡоштар иркенләп һайраһын. Былар бөтәһе лә – беҙҙең байлығыбыҙ.
Тәбиғәт ул – беҙҙең һулар
һауабыҙ,
Тәбиғәт ул – беҙҙең үткәнебеҙ,
Тәбиғәт ул – килер көнөбөҙ!

Тәбиғәт ул – килер көнөбөҙ!
Тәбиғәт ул – килер көнөбөҙ!
Тәбиғәт ул – килер көнөбөҙ!
Тәбиғәт ул – килер көнөбөҙ!

Зөһрә Кашапова.

Әбйәлил районы,
Асҡар ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»